Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
→‎Төрҙәр юҡҡа сығыу ниндәй эҙемтәләргә килтерә: орфография, пунктуация, стилде төҙәтеү
26 юл:
# Генофонд өсөн кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыу.
 
Төрҙең юҡҡа сығыуы тәбиғәтте ярлыландыра. Әхлаки яҡтан ҡарағанда ла, тәбиғи мөхитте һаҡлау- кешелектең бурысы. Ерҙәге һәр тереклектең йәшәүгә хоҡуғы бар. Экосистемала тотороҡлоҡ боҙолоуы аҙыҡ сылбырының өҙөлөнеүенән башлана. Бер төр юҡҡа сыҡтымы, икенсе төрҙәпуляциятөрҙә популяция тулҡындарында һикереш башлана. Был хәлдә экосистема ҡырҡа үҙгәреш кисерергә, хатта кире ҡайтҡыһыҙ үҙгәрергә мөмкин.
 
'''Дүртенсе сәбәп иң нескәһе.''' Сөнки, һәр төр үҙенә генә хас ҡына генетик материал( уникаль). Ҡабатланмаҫ үҙ [[ДНК]]-һы менән үҙенә генә хас ҡына химик матдәләр эшләй. Мәҫәлән, үҙәк Китай үҙәндәрендә татлы әрем үҫә. Ул үҫемлек артемизинин тигән препараттың берҙән-бер сығанағы. Артемизинин [[тапма]] ауырыуына ҡарата 100 проценты менән тәьҫир иткән көслө препарат (Jonietz, 2006). Был үҫемлек юҡҡа сыҡһа, тапма сиренә контроль күпкә көсөн юғалтасаҡ. Һәр төр менән уның үҙенә генә хас үҙенсәлекле матдәләре лә юҡҡа сыға. Төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы менән әле беҙ асып, белеп өлгөрмәгән күпме матдәләр юғаласаҡ.
 
Төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы тәбиғи һайланыш (миҫал, голоценда төрҙәрҙең күпләп ҡырылыуы) һөҙөмтәһендә лә булыуы мөмкин. Тик хәҙерге юҡҡа сығыуҙар үҙенә бер башҡа.Әгәр элек ул физик сәбәптәргә бәйле булған: ер ҡабығы шылыу, вулкан атылыу, метеориттар ҡолауы, күк есемдәре бәрелеү, климат үҙгәреүе.
56 юл:
* '''Билдәһеҙ ,мәғлүмәттәр етерлек түгел''' (Data Deficient, DD) — Һаны асыҡ түгел төрҙәр
* '''Тикшерелмәгән, өйрәнелмәгән''' (Not Evaluated, NE) — йәшәүенә янаған хәүефте бер нисек тә асыҡлап булмаған төр..
Юҡҡа сыҡҡандар исемлегенә 1500 йылдан юғалған төрҙәрҙе индерәләр. Уға тиклем европалылар бөтөнләй осрата алмағандар, сөнки Америка, Австралия асылмаған булған. Шулай уҡ, йыш ҡына хайуандар тәбиғи сәбәптәрҙән үлгәндәр. Ул дәүерҙә браконьерлыҡ та була алмаған.Һунар итеүгә сикләүҙәр булмағанда ла, хайуандарҙың күплеге, ҡоралдар ябай булыуы промысло әһәмиәтендәге ҡиммәтле төрҙәрҙе лә һаҡлап торған. Юғалыу ҡурҡынысы янаған төрҙәрҙе төркөмләүҙә CITES (Convention on International Trade in Endangered Species of Wild Fauna and Flora) классификацияһы ла ҡулланыла. Был халыҡ-ара һатыу итеүҙең төргә зыян килтерерҙәй юлдарын тыйыуға йүнәлтелгән.
<gallery>
Image:Warsaw ZOO — Equus Przewalskii.jpg|Пржевальский аты (Equus ferus przewalskii)
81 юл:
Ҡайһы бер закондар бәхәсле. Бәхәскә урындар байтаҡ: юҡҡа сығыу хәүефен баһалау өсөн критерий билдәләүҙә; Әгәр популяция һан яғынан тергеҙелһә, юҡҡа сығып барыусы тигән исемлектән алып ташлау өсөн критерийҙарҙы билдәләүҙә;һаҡлау өсөн дәүләт кимәлендә сикләнгән биләмә булдырыу зарурлығын асыҡлауҙа;шул осраҡта шәхси ер хужаларына компенсация түләү-түләмәү мәсьәләһендә; һаҡлау тураһында закондарға ҡарата нигеҙле ташламалар хаҡында.
 
Йыш ҡына ҡыҙыл«Ҡыҙыл китапҡа» индерелеү менән төр браконьерҙар һәм коллекционерҙар өсөн табышҡа әйләнеп китә. «Тыйылған емеш тәмле» осрағы башлана. Икенсе сетерекле яҡ, ер хужаһы биләмәһенән яҙырға теләмәйенсә, ундағы «ҡыҙыл китап» вәкилен шым ғына юҡ итергә йәки уның йәшәү мөхитен емереп унан ҡотолорға тырышыуы мөмкин.
 
Күп осраҡта төр насар һаҡланғанға түгел, ә һаҡлау дөрөҫ ойошторолмауҙан юҡҡа сыға. Мәҫәлән, гөбөргәйелдәрҙән Rafetus vietnamensis төрө киҫкен хәлдә дүрт кенә бөртөк тороп ҡалған. [[Вьетнам]]дағы боронғо риүәйәттәр буйынса Хоанкьем күлендәге был төрҙең ата заттары изгеләштерелгән. [[Ҡытай]] хакимлегенә ҡаршы сығыусы Ле Лой Тхуантхьен ҡылысын тап ошо күлдең гөбөргәйеленән алған һәм еңеүҙән һуң кире ҡайтарып биргән. Күлдең исеме лә шунан: Hồ Hoàn Kiếm-Ҡылысы кире ҡайтарылған күл. Тағын бер ата гөбөргәйел [[Ханой]] эргәһендәге икенсе бер күлдә йәшәй. Ҡалған икәүһе (ата һәм донъялағы берҙән-бер инә зат) Сучжоуҙа (ҠХР). Тик йомортҡалары аталанмауынан ата зат фертил түгел тигән һығымта килеп сыға.Әммә вьетнам йолалары буйынса кейәү янына кәләш үҙе килергә тейеш тип гөбөргәйелде Ҡытайға биргеләре килмәй. Ә Ҡытай Вьетнам үҙ-ара һәм ер өсөн көсөргәнешле хәлгә бәйле (Парасель утрауҙары, Спратли утрауҙары һәм башҡалар) кәләште Вьетнамға биреүҙән баш тарта. Ә инде сперма алырға тырышыу гөбөргәйел өсөн үлем менән тамаланыуы бар. Шулай итеп, был төрҙө ниндәй яҙмыш көтөүе билдәһеҙ<ref>Журнал Вокруг Света, № 8 (2851), август 2011</ref>.