Капитал: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
14 юл:
 
=== Физиократтар ===
[[Кенэ Франсуа|Франсуа Кенэ]] политэкономияла [[физиократы|физиократия]] йүнәлешенә нигеҙ һалыусы . Ул [[меркантилизм]]дың капиталға [[табыш]]ты әйләнеш һөҙөмтәһе итеп ҡарауҙан баш тарата һәм уны производство процессы менән аңлата. Был капиталды һәм уның ролен ентеклерәк анализлауға килтерә.
 
Был мәктәп берҙән-бер үҙаллы производство факторы тип [[ер]]ҙе, [[тәбиғәт]]те иҫәпләй.Был осраҡта [[өҫтәлмә ҡиммәт]] тик [[ер эшкәртеү]]ҙән генә алына һәм [[ер рентаһы]] формаһын ала. Физиократтар капиталдың әйберҙән торған өлөшөн «йыллыҡ аванстар», «йыллыҡ сығымдар» һәм «тәүге аванстар»ҙы айырып анализлаған, был хәҙерге [[төп капитал]] һәм [[әйләнештәге капитал]] төшөнсәләренә тап килә. Етештереүсе капитал тип тик ергә һалынған капитал ғына иҫәпләнә. Сәнәғәт капиталын физиократтар «файҙаһыҙ», «саф продукт» булдырмаусы, «аванстарға» бүленмәй торған капитал тип иҫәпләгән. [[Аҡса]]ны «аванстар»ҙың бер төрөнә лә индермәйҙәр, аҡса капиталы төшөнсәһе булмай. Физиократтар аҡсаның тик бер генә функцияһын таный — әйләнеш сараһы.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Капитал» битенән алынған