Капитал: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
17 юл:
 
Был мәктәп берҙән-бер үҙаллы производство факторы тип [[ер]]ҙе, [[тәбиғәт]]те иҫәпләй.Был осраҡта [[өҫтәлмә ҡиммәт]] тик [[ер эшкәртеү]]ҙән генә алына һәм [[ер рентаһы]] формаһын ала. Физиократтар капиталдың әйберҙән торған өлөшөн «йыллыҡ аванстар», «йыллыҡ сығымдар» һәм «тәүге аванстар»ҙы айырып анализлаған, был хәҙерге [[төп капитал]] һәм [[әйләнештәге капитал]] төшөнсәләренә тап килә. Етештереүсе капитал тип тик ергә һалынған капитал ғына иҫәпләнә. Сәнәғәт капиталын физиократтар «файҙаһыҙ», «саф продукт» булдырмаусы, «аванстарға» бүленмәй торған капитал тип иҫәпләгән. [[Аҡса]]ны «аванстар»ҙың бер төрөнә лә индермәйҙәр, аҡса капиталы төшөнсәһе булмай. Физиократтар аҡсаның тик бер генә функцияһын таный — әйләнеш сараһы.
 
=== Классик һәм яңы классик иҡтисад мәктәбе ===
{{Начало цитаты}}
'''Капитал'''( иҡтисадта)— тауар эшләп сығарыуҙа һәм хеҙмәт күрһәтеүҙә ҡулланыла алған ресурстар. Классик экономикала өс производство факторының береһе; ҡалған икәүһе — [[ер]] һәм [[хеҙмәт]].
{{oq|en|Capital in economics, a stock of resources that may be employed in the production of goods and services. In classical economics it is one of the three factors of production, the others being labour and land.}}
{{конец цитаты|источник=[[Британская энциклопедия]]}}
 
Классик политэкономияла «капитал» тип физик (реаль, производство) капиталын атайҙар. Улар — тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүҙә ҡулланыла торған производство саралары: машина, ҡоролма, биналар һ.б. Әйбер капитал тип иҫәпләнһен өсөн уның түбәндәге сифаттары булырға тейеш :
* уны башҡа әйберҙәр эшләгәндә ҡулланып була (был уны '' производство факторына'' әйләндерә);
* ул эшкәртелеү һөҙөмтәһендә булдырылған ( ''[[ер]]'' категорияһына эшкәртелмәгән тәбиғәт ресурстары инә, мәҫәлән, [[ҡаҙылма байлыҡтар]]);
* производство процесында тулыһынса тотонолоп бөтмәй ( капиталдың [[сеймал]] йәки [[ярымфабрикат]]тарҙан айырмаһы).
 
Италия экономисы Пьеро Сраффаның 1920 йылдар уртаһындағы хеҙмәттәре {{iw|Неорикардианство|неорикардинизмдың|en|Neo-Ricardianism}} теоретик нигеҙҙәрен булдыра<ref>{{БРЭ|Неорикардианство|id=2260659|автор=Мельник Д. В.}}</ref>. Бигерәк тә уның Рикардоның ҡараштарын асып биреүе һәм «Производство товаров посредством товаров» тигән хеҙмәте мөһим була. Сраффа « ялҡытҡыс ҡапма-ҡаршылыҡлы»<ref>''Сраффа П.'' Производство товаров посредством товаров. Ч.1. Гл.2, §7</ref> ''капитал'' терминынан баш тарта. Уға тиклем капитал тип алдараҡ үтәлгән хеҙмәттең теләһә ниндәй продуктын атағандар, ә был ике Кембридждың капитал тураһында бәхәсенә килтерә.
 
Хәҙерге авторҙар<ref>[[Paul A. Samuelson]] and [[William Nordhaus|William D. Nordhaus]] (2004). ''[[Экономика: вводный анализ|Economics]]'', 18th ed.,</ref><ref>Glossary of Terms, «Capital (capital goods, capital equipment).»<br> • Deardorff’s Glossary of International Economics, [http://www-personal.umich.edu/~alandear/glossary/c.html#capital Capital.]</ref> капитал корпоратив хоҡуғында сағыла тип иҫәпләй (мәҫәлән, эмиссия ваҡытында [[акция]]лар суммаһы). Бынан айырмалы, [[инвестиция]]лар— ниндәй ҙә булһа осорҙа, мәҫәлән, бер йыл эсендә, капиталдың артыуы. Бындай ҡараш буйынса ''капитал''— ниндәйҙер ваҡытта билдәләп ҡуйылған ҡиммәт, ''инвестиция''лар — ниндәйҙер осорҙа аҡса, капитал һалыу, финанс ағымын йәлеп итеү эшмәкәрлеге.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Капитал» битенән алынған