Проект:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары/Исемлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎К: яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
__NOTOC__
'''112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары''' — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында иҫәпләнгән яугирҙар исемлеге.
 
1941 йылдың 13 ноябрендә СССР Оборона дәүләт комитеты милли ғәскәр берләшмәләре төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Уның һөҙөмтәһендә Кавказда, Татарстанда һәм башҡа төбәктәрҙә шундай берләшмәләр төҙөлә, Башҡортостанда [[112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы]] ойошторола. Дивизияның 3 860 яугиры ордендар һәм миҙалдар менән наградлана, уларҙың 78-е — [[Советтар Союзы Геройы]] исеменә лайыҡ була, биш кеше — [[Дан ордены]]ның тулы кавалеры. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы 13 ноябрҙе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип ҡабул итте.
 
[[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда [[Еңеү көнө|Еңеү]]гә 75 йыл үтһә лә, легендар дивизия яугирҙарының исемдәре һаманғаса тулыһынса асыҡланмаған, улар тураһында мәғлүмәттәр бик наҡыҫ. Ошо бушлыҡты тултырыу маҡсатында [[Башҡорт Википедияһы]] 2020 йылдың 13 ноябрендә «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» исемле яңы хәтер акцияһы-проектын башлай. Уның ваҡыты сикләнмәгән, исемлектәге һуңғы яугир тураһында мәғлүмәт табылғанға тиклем дауам итәсәк.
{{АБВ|TextRU='''Йөкмәткеһе:'''}}