Әрмән-ҡыпсаҡ теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Język ormiańsko-kipczacki" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
(айырмалар юҡ)

14:27, 7 февраль 2021, ағымдағы өлгө

 

Әрмән-ҡыпсаҡ теле (текстарҙа ҡулланылған үҙ атамалары: хыпчах тили бизим тил, һуңыраҡ татарча тип тә аталған) – Көнсығыш Европа әрмәндәре тарафынан ҡулланылған тел, төрки теленең ҡыпсаҡ тармағына ҡараған.

Тарихы үҙгәртергә

Был тел христиан динле, ҡыпсаҡ телле әрмәндәрҙең әҙәби ҡомартҡыларынан билдәле. Ул әрмәндәр элекке Речь Посполита дәүләтенең төрлө ҡалаларында, шулай уҡ Молдова һәм Румынияға ҡараған ерҙәрҙә йәшәгән (Каменец, , Львов, Луцк, Могилёв, Сучава, Серет, Замость, Яссы, Аккерман һ.б.). Ошо ерҙәргә улар Ҡырым ярымутрауынан (Кәфә, хәҙерге Феодосия, ерҙәренән) һәм Әрмәнстандан килгән. Эпиграфика ҡомартҡылары иҫбат итеүенсә, XIIXIII быуатта уҡ Әрмәнстан биләмәләрендә ҡыпсаҡ телле христиандар йәшәгән, Тап ошо дәүерҙә ҡоролған монастырҙарҙың бере "Хипчахаванк" (Ҡыпсаҡ монастыры) тип атала, ул Аруч сиркәү комплексына инә.

Текст миҫалы үҙгәртергә

 
Әрмән-ҡыпсаҡ телендә доға

Әрмәни-ҡыпсаҡ телендә Ғайса Мәсих доғаһы:

Atamïz bizim ki köktäsen,
ari bolsun atïŋ seniŋ,
kelsin χanlïχïŋ seniŋ,
bolsun erkiŋ seniŋ nečik köktä alay yerdä,
ötmäkimizni bizim kündälik ber bizgä bügün,
bošat bizgä borčumuznu bizim,
nečik ki biz bošatïrbiz bizim borčlularïmïzga,
bermägin bizni sïnamaχlïχka,
yoχsa χutχar bizni yamandan,
zerä seniŋdir χanlïχ da χuvat,
da saŋa haybat meŋilik.
Amen.

Przypisy үҙгәртергә

Библиография үҙгәртергә