Таһирова Майя Афзал ҡыҙы — версиялар араһындағы айырма

яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе)
(→‎Биографияһы: аныҡлаштырыу, яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе))
(яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе))
{{фамилиялаш|Таһиров}}
'''Таһирова Майя Афзал ҡыҙы''' ([[8 февраль]] [[1931 йыл]] — [[9 июнь]] [[2003 йыл]]) — [[балет]] артисы, [[Педагогика|педагог]]. 1949—1972 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] солисы, 1978—2000 йылдарҙа хәҙерге [[Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле]]нең педагог-репетиторы, бер үк ваҡытта 1994 йылдан [[Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы]]ның художество етәксеһе. [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған (1955), [[Башҡортостан Республикаһы]]ның халыҡ (2001) артисы. Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963) һәм [[Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы]] (1969) лауреаты.
 
== Биографияһы ==
Майя Афзал ҡыҙы Таһирова 1931 йылдың 8 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Өфө]] ҡалаһында тыуған. Билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре [[Афзал Таһиров]]тың ҡыҙы.
79 659

үҙгәртеү