Таһирова Майя Афзал ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
ҡалып УК
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биографияһы: аныҡлаштырыу, яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе)
3 юл:
'''Таһирова Майя Афзал ҡыҙы''' ([[8 февраль]] [[1931 йыл]] — [[9 июнь]] [[2003 йыл]]) — [[балет]] артисы, [[Педагогика|педагог]]. 1949—1972 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] солисы, 1978—2000 йылдарҙа хәҙерге [[Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле]]нең педагог-репетиторы, бер үк ваҡытта 1994 йылдан [[Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы]]ның художество етәксеһе. [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған (1955), [[Башҡортостан Республикаһы]]ның халыҡ (2001) артисы. Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963) һәм [[Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы]] (1969) лауреаты.
== Биографияһы ==
Майя Афзал ҡыҙы Таһирова 1931 йылдың 8 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Өфө]] ҡалаһында тыуған. Билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре [[Афзал Таһиров]]тың ҡыҙы.
 
Майя Афзал ҡыҙының бәхетле баласаҡ дәүере бик ҡыҫҡа була. [[1937 йыл]]да атаһы халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, ҡулға алына, атыуға хөкөм ителә, әсәһен дә алып китәләр. Майя менән апайынапаһын айырып, төрлө балалар йортона ебәрәләр. «Халыҡ дошманы балаһы» тигән ярлыҡ ҡыҙға тормошта әленән-әле күңелһеҙлектәр килтереп тора.
 
[[1943 йыл]]да [[Ленинград]] хореография училищеһынан Өфөгә һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн комиссия килә. Һынау үтеүселәр исемлегенә Майя ла эләгә.
11 юл:
Ленинградта үткән йылдарын ул һуңынан тормошоноң иң сағыу өлөшө тип атай. Легендар уҡытыусы-хореограф А. Я. Ваганова класында уҡыу бәхете тәтей уға.
 
Өфөгә ҡайтып, егерме өс йыл [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] сәхнәһендә бик күп гүзәл образдар тыуҙыра. СССР буйлап, шулай уҡ, Бирмала, Германияла, Һиндостанда, Непалда гастролдәрҙә ҡатнашабула.
 
Балет алиһәһе театрҙағы иң шәп партнеры тип, ун биш йыл бергә йәшәгән тормош иптәше Илдус Хәбировты — атар булған.
 
Майя Афзал ҡыҙы, сәхнәнән киткәс, ижади ғүмерен оҙайтып, сәнғәт серҙәрен башҡаларға ла төшөндөрөү мөмкинлеген бик ҡыуанып ҡабул итә. [[Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле]]дәансамблендә егерме биш йылдан ашыу педагог-репетитор булып эшләй.
 
Үҙен һәр яҡлап та аса алған һәләтле йондоҙ бының менән генә сикләнеп ҡалмай. Мәскәү театр сәнғәте институтына (ГИТИС) уҡырға инеп, 1975 йылда балет тәнҡитсеһе һөнәрен үҙләштерә.
 
Мәҙәниәтебеҙ тарихында башҡорт балеты эшмәкәрҙәре хаҡында ихлас фекерле, тәрән өйрәнеп яҙылған әллә күпме мәҡәләләр ҡалдыра. Олоғайғас, йәштәр эргәһендә булғым килә тип, [[Рудольф Нуриев]] исемендәге башҡорт хореография училищеһында художество етәксеһе булып эшләй.
 
== Эшмәкәрлеге ==