Тоҡомбәтов Усман Ғитиәтулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
23 юл:
 
== Биографияһы ==
Тоҡомбәтов Усман Ғитиәтулла улы Тоҡомбәтов 1888 йылдың 8 февралендә [[Пермь губернаһы]] [[Шадринск өйәҙе]] Яңы (Новая) ауылында тыуған. Атаһы Ғитиәтулла Сәйфулла улы Тоҡомбәтов (1852–?) сығышы менән обер-офицерҙар ғаиләһенән, 1876 йылда Өфө татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң Шадринск өйәҙендә уҡыта. Әсәһе Гөлниса Ғүмәр ҡыҙы Чанышева сығышы менән [[Өфө губернаһы]] дворяндарынан.
 
1899–1910 йылдарҙа [[Өфө ирҙәр гимназияһы]]нда уҡый. 1910 йылда [[Санкт-Петербург университеты]]ның юридик факультетына уҡырға керә, Өфө губерна земствоһы стипендиаты булараҡ 1910–1911 уҡыу йылында уҡыу түләүенән азат ителгән. 1915 йылдың декабрендә тамамлаусы таныҡлыҡ менән университеттан китә.