Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
30 юл:
[[1918]] йылдың июлендә [[Стәрлетамаҡ]]ты аҡ чехтар менән казактар баҫып ала. Тирә-яҡтағы урмандарҙа большевиктар партизан отрядтары ойоштора. Аҡтар Әлимғоловтың был ваҡытта [[Ҡамбулат]] ауылында йәшәгән ғаиләһен юҡ итеү менән янап, уның урмандан сығыуын талап итә. Төрмәлә оҙайлы һорау алыу, язалауҙарҙан һуң Стәрлетамаҡтың реввоенкомитет ағзалары менән бергә, аҡтар уны [[1918]] йылдың 27 — 28 сентябрендә Өфө трактының 5-се километрында атып үлтерә. Был турала аҡтар ҡаланан сигенгәс, төнгө ҡараңғылыҡтан файҙаланып, яралы килеш атылыуҙан ҡотолоп ҡалған Фазыл (Әбделфазыл) Шәмсетдинов ([[Ишембай районы]] [[Ҡыяуыҡ]] ауылынан) һөйләй<ref>https://sterlya.info › Стерлитамак › История</ref><ref>www.ivlev.ca/dr/article/стерлитамакская-трагедия-1918-2018</ref>.
 
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм тирә-яғында контрразведка айырыуса Совет власы эшмәкәрҙәренә һәм активистарына аяуһыҙ була, сөнки уның начальнигы — ағас һатыу менән шөғөлләнгән бай эшҡыуар улы Александр Никитич Пылаев яңы власть яҡлыларҙы тамырынан ҡороторға һүҙ бирә. Стәрлетамаҡ төрмәһендә 1918 йылдың сентябрь аҙағында атылырға тейешле тотҡондар һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып ҡаса, Пылаевтың йыртҡыслыҡтары тураһында улар һөйләй. Көн дә тотҡондарҙы Пылаев янына алып киләләр, яланғас кешеләрҙең башына Пылаевтың бер яраны, аяғына икенсе яраны ултыра, палач ҡайыш ҡамсы, йәки шомпол менән менән тотҡондоң тәне телгеләнгәнсе туҡмай<ref>gorod-na-sterle.ru/2008/10/12/baloven-bedy/</ref>. Арыҫланбәк Әлимғолов та ошондай ҡаты язалауҙарға дусар ителә. Ҡатыны Фатима НиғмәтйәнМөхәмәтйән ҡыҙының ҡустыһы Насирйән ([[Аллағыуат(Стәрлетамаҡ районы)|Аллағыуат]] ауылынан) еҙнәһенә алмаш кейем, ашанды, яраларына һөртөргә шифалы майҙар алып килә. Тик быларҙың береһен дә тотҡонға бирергә рөхсәт итмәйҙәр.
 
Совет власы яҡлыларҙы атыу октябрь айында ла бара. Был эштәрҙе урындағы контрразведка һәм чехословак корпусы һалдаттары башҡара.
 
1919 йылдың февралендә Стәрлетамаҡты ҡыҙылдар ала, 11 февралдә ҡала халҡы 80 ашыу кешене хөрмәтләп ерләй. Һәләк булған Федор Пищаев, Григорий Вишкин, Максим Евграфов, Семен Тихонов, Владимир Вдовин, Павел Агафоновтың кәүҙәләрен Ергәнгә алып ҡайтып, ерләйҙәр<ref>bibliografu.ru/archives/2796</ref>. А.Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул Стәрлетамаҡта ерләнгән тип иҫәпләнә. Ләкин ғаиләлә уны [[Ергән]] урыҫтары Стәрленән йәшерен алып ҡайтып, Ергәндә ерләгән, тип иҫәпләйҙәр.
 
Контрразведка начальнигы Пылаев аҡтар менән башта Себергә, һуңынан Ҡытайға ҡаса. Тик ул бер аҙҙан ҡатынын Ҡытайҙа ҡалдырып, кескәй ҡыҙын үҙе менән алып, Рәсәйгә ҡайта. Башта ябай һалдаттар менән өс йыл төрмәлә ултырып сыға. Уны Себерҙә осраҡлы рәүештә танып, ҡулға алалар, 1925 йылда Стәрлетамаҡҡа алып киләләр һәм ҡылған яуызлыҡтары өсөн хөкөм итәләр.