Кама буйын колонизациялау: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
Il Nur (фекер алышыу | өлөш)
3 юл:
 
== Тарих ==
Башланғыс колонизациялау этабы XI быуаттан башлап Түбәнге[[Новгород республикаһы|Новгород]] кешеләренең Уралдың төньяғына эпизодик рәүештә үтеп инеүҙәре менән бәйле. Документтар буйынса XIII быуатта Кама буйы территорияһына Владимир-Суздаль кенәздәренең дружиналары баҫып инеүе раҫлана. Тәүге ултыраҡтар Роданов археология мәҙәниәте һәйкәлдәрендә урынлаша һәм этник составы буйынса ҡатнаш була. Иң башта урыҫ халҡы төньяҡтан килеп инә — Новгород һәм Вдалимир-Суздаль ерҙәренән. Урыҫ сығышлы ҡайһы бер әйберҙәр Анюшкар, Искор, Радикор, Урос ҡаласыҡтарында табылған.
 
XIV—XV быуаттарҙа Кама буйы өҫтөнән сәйәси һәм иҡтисади йоғонто өсөн Новгород ере һәм Мәскәү кенәзлеге араһында көрәш бара. Был көрәштә Мәскәү кенәзлеге еңеү яулай. XV быуатта Ҡама буйы территорияһында тәүге урыҫ ултыраҡтары — Колва йылғаһындағы Троицк ҡаласығы (киләсәктә Чердынь ҡалаһы), Ҡама Тоҙо (Соль Камская) һәм башҡалар барлыҡҡа килә. Ҡама буйының инеү ваҡыты шарттары әлеге көнгә тиклем бәхәстәр тыуҙыра. Хәҙерге тарихи әҙәбиәттә, һис юғында, проблеманы хәл итеү өсөн өс ҡараш бар. Беренсеһе (В. А. Оборин, Г. Н. Чагин, В. В. Мухин һәм башҡалар), улар Вычегодск-Вымя йылъяҙмаһы мәғлүмәттәренә таяналар һәм Ҡама буйының Мәскәү дәүләте составына инеү датаһын рәсми рәүештә 1451 йыл тип билдәләйҙәр, сөнки ошо йылда Бөйөк Пермгә кенәз Михаил Ермолаевич тәғәйенләнә. Икенсеһе (Е. В. Вершинин һәм башҡалар) инеү йылы итеп 1472 йылдытәҡдим итә, сөнки ошо йылда Чердынь походы ойоштророла һәм Пермь кенәзе Михаил мәскәү наместнигы булып китә. Өсөнсө ҡараш (О. В. Семенов) Бөйөк Пермдең Мәскәү дәүләте составына инеү йылын 1505 йыл тип билдәләй — Мәскәү наместнигы В. А. Ковровтың тәғәйенләнеү йылы. Ошо йылдан Бөйөк Пермдә Мәскәү идара системаһы тарала. Колонизациялау процесының мөһим пунты — Ҡама буйы коми-пермяк халҡының христианлыҡты ҡабул итеүе. 1983 йылдан Стефан Пермский яңы булдырылған Пермь епархияһын етәкләй (резиденцияһы Усть-Вымдә). Әлеге резиденция Ҡама буйы халыҡтарын христианлаштырыу өсөн нигеҙ булып тора. 1448 йылда ул коми-пермяктарҙы суҡындырырға маташа, әммә үҙе һәләк була. Пермде рәсми рәүештә суҡындырыу йылы — 1462 йыл, суҡындырыу йолаһын епископ Иона үткәрә. XVI быуаттың уртаһынан Ҡама буйын колонизациялауҙың яңы этабы башлана һәм ул тоҙ сәнәғәтселәре Строгановтар эшмәкәрлеге менән бәйле. Ул осорҙа крайға урыҫ халҡының күпләп килеүе күҙәтелә, урыҫ ауылдары күбәйә.