Мортазин Һарун Фәүәрис улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
10 юл:
Һарун Мортазин [[1918 йыл]]дан алып [[Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы]]нда хеҙмәт иткән булһа кәрәк<ref>[https://kitaptar.bashkort.org/files/kombrig_mortazin_ham_unyng_yauzashtary._ofo._2011.pdf Азат ЯРМУЛЛИН. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. 62-се бит.]</ref>. Артабан ошо полк составында ҡыҙылдар яғына сығып, 1919 йылдың март аҙағында, Муса Мортазин менән кире аҡтар яғына күсеп, август аҙағында Башҡорт кавалерия бригадаһы сафында ҡабат ҡыҙылдар яғына сыға. [[1920 йыл]]да ул Муса Мортазиндың кавалерия бригадаһында взвод командиры булып йөрөй.
 
Муса Мортазиндың «Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну» китабындағы мәғлүмәт буйынса Һарун Фәүәрис улы Польша фронтында күрһәткән батырлыҡтары өсөн [[Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] менән бүләкләнгән<ref>М.Муртазин. Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну. — М.— Л., 1927.</ref>. Икенсе сығанаҡта, «РСФСР-ҙың [[Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] һәм почетлы революцион ҡоралы менән наградланғандар исемлеге» (Мәскәү, 1926) китабында Һарун Мортазин күрһәтелмәгән. Мәскәүҙә нәшер ителгән белешмә сығанаҡта тағы бер кешенең, Заһит Гәрәевтың булмауын, шул уҡ ваҡытта уның да Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләне ышаныслы сығаҡтарҙа һәм Муса Мортазиндың китабында телгә алыныуына нигеҙләнеп тарихсы Азат Ярмуллин Һарун Мортазиндың орден 1926 йылғы сығанаҡҡа инмәй ҡалыуы мөмкин тип уйлайфаразлай.<ref>[https://kitaptar.bashkort.org/files/kombrig_mortazin_ham_unyng_yauzashtary._ofo._2011.pdf Азат ЯРМУЛЛИН. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. 62-се бит.]</ref>.
Муса Мортазин Һарунды үҙенең китабында килтергән исемлектә «яу ҡырында һәләк булды» тип яҙмай, «үлде» тип телгә ала. Тимәк, Һарун Мортазин, Польша фронтынан иҫән ҡайтҡан. Һарун Мортазиндың [[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|Граждандар һуғышы]]нан һуңғы тормошо билдәһеҙ, 1920—1927 йылдар араһында донъя ҡуйған.