Сыңрау торна (балет): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
== Тасуирламаһы ==
Башҡортостанда балет тарихы 1938 йылда башлана. А.Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһында уҡыған ҡыҙҙар һәм егеттәр башта Өфөлә классик балеттарҙан айырым өҙөктәр менән сығыш яһай, 1940 йылда Делибтың «Коппелия» балетының премьераһы була. Әлбиттә труппа артистары милли балет ҡуйыу тураһында хыяллана. 1944 йылда тәүге башҡорт балеты — "Сыңрау торна" Башҡорт дәүләт опера һым балет театры сәхнәһендә ҡуйыла. Уның либреттоһын [[Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы|Ф. Ә. Ғәскәров]] башҡорт халыҡ легендаһына таянып яҙған.
Сәхнәгә уны Лениградтан эвакуацияланған балетмейстер, С.М.Киров исемендәге опера һәм балет театры балет артисы [[Анисимова Нина Александровна|Н. А. Анисимова]] ҡуя. <ref name="Журавли прилетели! ">[vatandash.ru/index.php?article=1528 Журавли прилетели!] </ref> Спектаклдең уңышы дирижёр Х. В Фазлуллин һәм ҡуйыусы рәссам [[Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы|Ғ. Ш. Имашева]]ның хеҙмәтенә лә бәйле <ref>[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12927-sy-rau-torna БЭ].
</ref>
 
18 юл:
1945 йылдың декабрендә Яңы йыл алдынан бәләкәй Рудольф Нуриевты әсәһе апалары менән бергә «Сыңрау торна» балетына алып килә. Үҙе иҫләгәнсә, был тамаша малайҙың бөтә эске донъяһының аҫтын-өҫкә килтерә.Ул мәңгегә балетҡа ғашиҡ була. Ә Зәйтүнә Насретдинованы ул иң бөйөк балериналарҙың береһе тип һанай.
 
1953 йылда "Сыңрау торна" балетының икенсе редакцияһы донъя күрә. Ф.Ә.Ғәскәров либреттоһы буйынса балетмейстер Н.А. Анисимова ҡуйған (дирижёры Г. А. Ержемский, ҡуйыусы рәссамы [[Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы|М. Н. Арыҫланов]]) спекаклдә төп артияларҙы Зәйтүнә Насретдинова (Зәйтүнгөл), Хәләф Сафиуллин (Йомағол), Ф.С.Йосопов (Арыҫланбай), [[Таһирова Майя Афзал ҡыҙы|М. А. Таһирова]] (Торналар башлығы) <ref name="Тагирова Майя. Культурный мир РБ ">[ https://kulturarb.ru/ru/persony/tagirova-majya Тагирова Майя. Культурный мир РБ] </ref> https://kulturarb.ru/ru/persony/tagirova-majya башҡара. Рудольф Нуриев был дүрт шаршаулы балетта бейей башлай.Майя Таһироваға театрҙың икенсе ҡатынан унының нисек бейегәнен ҡарап тороға ҡуша торған була.
 
Балеттың өсөнсө редакцияһының (3 шаршаулы) премьераһы 1977 йылда үтә (Фәйзи Ғәскәров либреттоһы, Зәйтүнә Насретдинова һәм Р. А. Насиров спектаклде яңырта, дирижёры [[Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы|Ғ. Х. Моталов]], ҡуйыусы рәссамы [[Плекунов Владимир Иванович|В. И. Плекунов]]). Партияларҙы театрҙың әйҙәүсе артистары [[Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы|Л. С. Ҡыуатова]] (Зәйтүнгөл), Ю. Ғ. Ушанов (Йомағол), [[Тереғолов Шамил Әхмәт улы|Ш. Ә. Тереғолов]] (Арыҫланбай), С. И. Саттарова (Торналар башлығы) башҡара.Был спектакль республиканың мәҙәни тормошонда онотолмаҫ ваҡиғаға әйләнә.