Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл:
 
Ғәҙәттәге быуа ҡусҡарының йөрәге бар. Ул ҡанды ҡан тамырҙарына этеп сығара. Эре тамырҙар нәҙек тамырҙарға тармаҡлана, уларҙан ҡан ағзалар араһындағы арауыҡҡа аға. Ҡ ан бөтә ағзаларҙы йыуа, шунан яңынан үпкәгә килеүсе тамырҙарға йыйыла, унан йөрәккә килеп инә.Бындай ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ булмаған система тип атала.
==Туҡланыуы==
Аш һеңдереү системаһы ауыҙҙан башланып йотҡолоҡҡа күсә. Унда ныҡ мускуллы теле урынлашҡан. Ҡаты ҡытырҙар менән ҡапланған теле ҡырғыс функцияһын башҡара.
 
Быуа ҡусҡары теле менән, ҡырғыс менән ҡырғандай, һыу аҫтындағы предметтарға ултырған төрлө микроорганизмдар ҡатлауын йәки үҫемлектәрҙең йомшаҡ өлөштәрен ҡырып ала. Аҙыҡ йотҡолоҡтан ашҡаҙанға, унан эсәклеккә эләгә. Махсус аш Һеңдереү биҙе — бауыр аҙыҡтың тағы ла нығыраҡ үҙләштерелеүенә булышлыҡ итә. Эсәклек аналь тишек аша мантия ҡыуышлығына асыла.
 
==Үрсеүе==