Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары: өлгөләр араһындағы айырма

үпкә менән һулаусы сөсө һыу моллюскыларының бер төрө
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Обыкновенный прудовик" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

15:44, 18 ғинуар 2021 өлгөһө

Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары (лат. Lymnaea stagnalis) —үпкә менән һулаусы сөсө һыу моллюскылары.

Ҡабырсағының оҙонлоғо 45-60 мм киңлеге 20-34 мм тирәһе, тоташ, спираль рәүешендә төрөлгән. [1]. Ҡабырсаҡ осло түбәле һәм уның 4—5 боролмалы, ҙур тишеге — ауыҙы бар. Быуа ҡусҡары тәне өс өлөштән: кәүҙә, баш һәм аяҡтан тора, ләкин улар араһында ҡырҡа сиктәр юҡ. Ҡабырсаҡтың ауыҙы аша ҡусҡарҙың башы, кәүҙәһенең алғы өлөшө һәм аяғы ғына һонола ала. Баштың аҫҡы яғында ауыҙ, ә уның ян-яҡтарында ике һиҙгер һәрмәүес урынлашҡан.

Ғәҙәттәге быуа ҡусҡары ылымыҡтар, шулай уҡ детрит һәм үләкһәләр менән туҡлана.

Һулыш алыуы

Һыуҙа йәшәй, ләкин атмосфера һауаһын һулай. Һулыш алыу өсөн, ул әленән-әле ( сәғәтенә 7-9 тапҡыр) һыу өҫтөнә күтәрелә һәм ҡабырсаҡ ситендә урынлашҡан түңәрәк һулыш алыу тишеген аса. Был тишек мантияның махсус кеҫәһенә — үпкәгә алып бара. Үпкә стеналары бик күп ҡан тамырҙары менән уралған. Бында ҡан кислородҡа байыға һәм углекислый газ бүленеп сыға..

Ғәҙәттәге быуа ҡусҡарының йөрәге бар. Ул ҡанды ҡан тамырҙарына этеп сығара. Эре тамырҙар нәҙек тамырҙарға тармаҡлана, уларҙан ҡан ағзалар араһындағы арауыҡҡа аға. Ҡ ан бөтә ағзаларҙы йыуа, шунан яңынан үпкәгә килеүсе тамырҙарға йыйыла, унан йөрәккә килеп инә.Бындай ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ булмаған система тип атала.

Үрсеүе.

Быуа ҡусҡарҙары — гермафродиттар. Әммә аталаныу ситтән була. Улар үтә күренеүсән лайлалы шнурҙар эсенә йомортҡалар һала. Уларҙы һыу аҫты үҫемлектәренә беркетә. Һыу температураһына бәйле, яҡынса 14 көндә йомортҡаларҙан йоҡа ҡабырсаҡлы бәләкәй моллюскылар сыға. 10 аҙна эсендә үҫешеп, енси яҡтан өлгөрәләр.

Иҫкәрмә

  1. §18. Обыкновенный прудовик // Биология: Животные: Учебник для 7—8 классов средней школы / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский и другие; Под редакцией М. А. Козлова. — 23-е изд. — М.: Просвещение, 1993. — С. 50—52. — ISBN 5090043884.

Әҙәбиәт