Һоро торна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл:
| Описание =
}}
'''Һоро торна''' — [[ҡаҙ]]ҙан ҙурыраҡ, оҙон аяҡлы һәм муйынлы ҙур ҡош. Торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡарай. Европа һәм Азияла тереклек итә.Торналар араһында һаны буйынса икенсе урында тора.
 
== Ҡылыҡһырлама ==
Парлашып йәшәйҙәр. Яҙлы — көҙлө туптарға берегәләр. Муйынын һәм аяҡтарын һуҙып оса. Дөйөм төҫө һоро. Түбәһе, тамағы, муйынының аҫ яғы, аяҡтары ҡара, елкәһе яланғас, ҡыҙыл төҫтә. Күҙҙәре лә ҡыҙыл. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы һәм көйлә: «трой — рооҡ».
 
Күсмә ҡош. Һирәк осрай.
Күсәр ҡош. Һирәк осрай.[http://www.npwrc.usgs.gov/resource/birds/cranes/morph.htm]
 
Оҙонлоғо 115—125 см самаһы, Ауырлығы 4—7 кг тирәһен тәшкил итә.Ата заттар эрерәк була. Ҡанат йәйеме1,8- 2 м-ҙан тирәһе.
 
Ҡауырһындары күкшел һоро төҫтә. Арҡа һәм ҡойроҡ өлөшө ҡуйыраҡ төҫтә була. Ҡорһағы һәм ҡанаттары асыҡ төҫтә, ҡанат остары ҡара.
 
Башының алғы өлөшө һәм муйынының өҫкө яғы ҡара йәки ҡарғусҡыл һоро. Соңҡа яғы күкшел һоро.Башының ике яҡ ситендә күҙҙәренән алып муйын буйлап төшкән аҡ һыҙат була.
 
Түбәһендәге яланғас тире урыны ҡыҙыл кәпәскә оҡшап тора.
 
Суҡышы 20—30 см тирәһе. Йәшкелт көрән төҫтә. Осона ҡарай аҡһыллана. Муйыны һәм аяҡтары оҙон. Моногам.
 
Йәш торналарҙың башындағы һәм муйынындағы ҡауырһындарының осо ерән булып тамамлана.
 
Ояһы — ''тупраҡтағы'' ҙур булмаған уйым; йоҡа итеп ҡоро һабаҡтар һәм үләндәр түшәй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара. Көрәнһыу‑ерән таптар менән ҡапланған ҡыҙғылт көрән, ҡайһы берҙә йәшкелт көрән йомортҡа һалалар. Ғәҙәттә ояла 2—3 йомортҡа була.
 
Күбеһенсә инә ҡош юаҫа. Себештәрен 28—30 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара.
 
Башлыса үҫемлектәр (еләктәр, орлоҡтар, ''үҫемлек'' үренделәре), ш. уҡ ваҡ ''балыҡтар'', ''тәлмәрйендәр'', сысҡан һымаҡ ''кимереүселәр'', ''бөжәктәр'' м‑н туҡлана. Һыу ятҡылыҡтары янында, ''һаҙлыҡтарҙа'' һәм һыубаҫар ''болондарҙа'' йәшәй. БР‑ҙа Белорет, Краснокама, Ҡариҙел һәм Әбйәлил р‑ндарында осрай.
 
[[File:Grus grus MHNT.ZOO.2010.11.65.5.jpg|thumb| ''Grus grus'']]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һоро_торна» битенән алынған