Тәлмәрйендәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
30 юл:
Бер һыу ятҡылығында бер нисә йөҙ баҡа йыйыла ала. Ыуылдырыҡ бөртөктәрен ярҙан эскәрәк ҙур өйөмләп һалалар. Бер инә баҡа 12 меңгә ҡәҙәр ыуылдырыҡ бөртөгө сәсә.
 
==Тәлмәрйендең үҫеше==
Ыуылдырыҡтан тышҡы һәм эске төҙөлөшө буйынса өлкән заттарҙан бөтөнләй айырылып торған личинка — сүмесбаш хасил була. Ыуылдырыҡтан личинканың хасил булыуы һәм уның артабанғы үҫеше бары һыу мөхитендә генә бара ала.
 
Башта һәр ыуылдырыҡтың тиресәһе бүртенә. Эсендә йомортҡа күренеп торған үтә күренеүсән ҡойҡа һымаҡ ҡатламға әүерелә. Уның өҫкө яғы ҡараһыу, аҫҡы яғы асығыраҡ төҫтә була. Йомортҡаның ҡараһыу төҫтәге өлөшө ҡояш нурҙарын яҡшыраҡ йота һәм нығыраҡ йылына. Күпселек төр тәлмәрйендәрҙә ыуылдырыҡ йомарлаҡтары өҫкә күтәрелә, сөнки унда һыу йылыраҡ була.
Метаморфоз 3-4 ай дауам итә. Тереклегенең 3-4 йылында енси яҡтан өлгөрәләр.
 
Түбән температура үҫеште тотҡарлай. Һауа йылы булһа, йомортҡа күп тапҡырҙар бүленә һәм күп күҙәнәкле яралғыға әүерелә. Бер-ике аҙнанан һуң, ыуылдырыҡтан тәлмәрйен личинкаһы — сүмесбаш сыға.
 
Тышҡы күренеше менән ул ҙур ҡойроҡло бәләкәй балыҡты хәтерләтә. Сүмесбаш тәүҙә баштың ян-яҡтарында урынлашҡан бәләкәй шәлкемдәр рәүешендәге тышҡы айғолаҡтар ярҙамында һулыш ала. Бер аҙҙан улар эске айғолаҡтар менән алмашына.
 
Сүмесбаштың эске төҙөлөщө лә балыҡтарҙыҡы кеүек. Ҡан әйләнеше түңәрәге бер генә, йөрәге ике камералы, тиреһендә ян һыҙаты беленеп тора.
 
Шулай итеп, ер-һыу хайуандарының личинкаһында балыҡтар төҙөлөшөнә хас ҡайһы бер билдәләр була.
 
Тәүге осорҙа сүмесбаш ыуылдырыҡтағы туҡлыҡлы матдәләр запасы иҫәбенә йәшәй. Артабан унда мөгөҙ матдәһенән тороусы яңаҡ һөйәктәре булған ауыҙ барлыҡҡа килә.
 
Сүмесбаштар ылымыҡтар, иң ябай хайуандар һәм башҡа һыу организмдары менән туҡлана башлай. Сүмесбаштарҙың артабан үҙгәреүе, һауа ни тиклем йылыраҡ
булһа, шул тиклем тиҙерәк бара.
 
Тәүҙә уларҙың артҡы аяҡтары, унан һуң алғы аяҡтары барлыҡҡа килә. Үпкәләре үҫешә. Сүмесбаштар һыу өҫтөнә күтәрелә һәм һауа йота башлай. Ҡойроҡ аҡрынлап
ҡыҫҡара. Сүмесбаш йәш тәлмәрйенгә әүерелә һәм ярға сыға. Ыуылдырыҡ сәсеү мәленән алып сүмесбаштың тәлмәрйенгә әүерелеүе тамамланғанға тиклем 3-4 ай дауам итә.Бындай тулы әүерелеш менән барған үҫеште метаморфоз тип атайҙар.
Тереклегенең 3-4 йылында енси яҡтан өлгөрәләр. Йәш тәлмәрйендәр, өлкән тәлмәрйендәр кеүек үк, хайуан аҙыҡ менән туҡлана. Улар йәшәүҙәренең өсөнсө йылынан алып үрсей ала.
==Төрҙәре==
 
Быуа тәлмәрйене (R. lessonae) бөтөн ерҙә таралған. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 8 см-ға тиклем. Арҡаһы асыҡ йәшел төҫтә, ҡара тимгелдәре бар. Ҡорһағында ҡара таптары юҡ. Балтыр быуындары тоташмайҙар. Артҡы аяҡтарының эске үксә төйөрө бейек. Ата заттарының резонаторҙары аҡ төҫтә.
Юл 42 ⟶ 62:
Арҡа уртаһы буйлап, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ төҫтәге буй үтә, ә башының артында А-һамаҡ фигура бар. Боғаҙы аҡһыл, йыш ҡына мәрмәр төҫлө биҙәге була. Танауы осло.
 
Артҡы ослоҡтарын кәүҙә буйлап һуҙғанда балтыр быуандарыбыуындары күҙҙәренә ҡәҙәр етә. Өлкән заттар иртән иртән һәм кис ваҡытында әүҙемдәр.
 
Апрель аҙағы - май башында үрсейҙәр. Тәлмәрйендәрҙең башҡа төрҙәрендәге кеүек үк, был ваҡытта ата заттарының алғы аяҡтарында махсус «туй» һөйәлдәре килеп сыға.
 
Инә баҡа ыуылдыраҡты бер нисә өлешләп сәсә, барлығы 2800 -ҙән артыҡ ыуылдырыҡ һала.
 
== Иҫкәрмәләр ==