Кутузов (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
Башҡорт халыҡ йыры «Кутузов» [[1812 йылғы Ватан һуғышы]]нда башҡорттарҙың урыҫтар менән берлектә ил азатлығы өсөн француздарға ҡаршы яуҙарҙа ҡатнашыуы менән бәйле. Йырҙың исеме легендар полководец Кутузов хөрмәтенә бирелгән<ref name="Союз кураистов">[http://soyuzkuraistovrb.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=711&catid=25&Itemid=221&lang=ru БАШҠОРТ ЙЫРЫ — ИЛҺӨЙӘРҘӘР МОҢО — Әҙһәм Исҡужин]</ref>. Дәртле, энергиялы башҡарыла.
 
1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында башҡорттар тиҫтәләгән юғары рухлы йырҙар сығарған. Рәсәйҙең ысын патриоты, талантлы етәксе М. И. Кутузовҡа арнап йыр сығарып, уның ҡаһарманлығына баһа бирә, Кутузовҡа шундай ҙур ихтирам күрһәтеү теләгенән сығып, һәр бер куплетта шәп «полководец икән Кутузов» тигән һығымта ҡабатлана. Уның эшләгән эштәре, көслө рухы күрһәтелә һәм бөйөк полководец Кутузовтың тулы образы хасил була, Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәгән илһөйәр Кутузовтың шаҡтай ҙур, айырым бер тарихи шәхес, ҙур илдең мәшһүр кешеһе икәнлеге күрһәтелә<ref name="Союз кураистов">[http://soyuzkuraistovrb.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=711&catid=25&Itemid=221&lang=ru]</ref>.
Йыр ватансылыҡ, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Йырҙа ил өсөн үҙ йәнен аямаған яугир батырҙар һәм бКутузов образы аша Рәсәйҙең ҡеүәте, көсө, уның еңелмәҫлеге күрһәтелә<ref name="Союз кураистов"></ref>.