Теему Хартикайнен: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
54 юл:
=== Халыҡ-ара карьераһы ===
2006/07 йылдар миҙгелендә 17 йәшкә тиклем Финляндия юниорҙар йыйылма командаһының капитаны була. 2008 йылда [[Ҡазан]]да үткән юниорҙар донъя чемпионатында 6 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя, ә командаһы турнирҙа алтынсы урынды яулай. 2009 йылда Канадала үткән йәштәр донъя чемпионатында Теему 6 осрашыуҙа 9 (3+6) мәрәй йыя һәм турнирҙың иң һөҙөмтәле уйынсылар исемлегенә инә, тик командаһы плей-оффҡа эләгә алмай. Киләһе йылда Теему тағы ла йәштәр донъя чемпионатында ҡатнаша: 6 осрашыуҙа 4 гол керетә һәм 2 һөҙөмтәле пас бирә, 5-се урын өсөн уйында Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ҡапҡаһына ул еңеү шайбаһын индерә.
 
2013 йылда Теему Хартикайнен тәүгегә төп Финляндия йыйылма командаһы өсөн Еврохоккейтур этабында уйнай. 2019/20 йылдар миҙгеленә тиклем Теему йыл һайын йыйылма командаһы өсөн уйындарға саҡырыла. 2015 йылда [[Чехия]]ла үткән донъя чемпионатында Финляндия төп йыйылма командаһы өсөн 4 осрашыуҙа 1 гол керетә, ә командаһы сирекфиналға тиклем етә. 2018 йылда [[Көньяҡ Корея]]ла үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Теему дүрт осрашыуҙа бер мәрәй йыя, ә Финляндия йыйылма командаһы сирекфиналда туҡтай.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==