Теему Хартикайнен: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
52 юл:
 
2020/21 йылдар миҙгелендә Теему Хартикайнен команданың капитаны ассистенты вазифаһын биләй, [[Панин Григорий Валерьевич|Григорий Панин]] уйындарҙа ҡатнашмағанда, капитан ролен Теему башҡара<ref>[https://www.championat.com/hockey/news-4121353-panin---kapitan-salavata-zharkov-i-hartikajnen-budut-assistentami.html Панин — капитан «Салавата», Жарков и Хартикайнен будут ассистентами]</ref>. 2020 йылдың 15 сентябрендә Теему «Торпедо» хоккей клубына ҡаршы уйында икенсе тапҡыр КХЛ-да 5 мәрәй йыя, ә Лига даими миҙгелдең өсөнсө аҙнаһында Теемуны иң яҡшы һөжүмсе тип таный<ref>[https://www.khl.ru/news/2020/09/21/473005.html Лучшим нападающим признан Теему Хартикайнен]</ref>. 15 октябрҙә «Куньлунь Ред Стар» командаһына ҡаршы уйында Теему «Салауат Юлаев» өсөн 339-сы мәрәйен йыя, был күрһәткес буйынса Линус Умаркты уҙа һәм КХЛ тарихында клубтың иң яҡшы бомбардиры була башлай<ref>[https://www.instagram.com/p/CGX3zuRluPC/ Хартикайнен побил клубный рекорд «Салавата» по очкам в КХЛ, обойдя Умарка]</ref>. Даими миҙгелдең туғыҙынсы аҙнаһында 6 (3+3) мәрәй йыйып, иң яҡшы һөжүмсе тип таныла<ref>[https://www.khl.ru/news/2020/11/04/475481.html Лучшим нападающим 9-й недели признан Теему Хартикайнен]</ref>. 2021 йылдың 10 ғинуарында «Аҡ Барс» командаһына ҡаршы уйында Теему өсөнсө тапҡыр КХЛ-да биш мәрәй йыя һәм клубтың КХЛ тарихында беренсе булып 4 гол керетә<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1092816209-xartikajnen-sdelal-poker-v-matche-s-ak-barsom-on-nanes-11-broskov-nabr.html Хартикайнен забил 4 гола «Ак Барсу» и вышел на 1-е место в списке бомбардиров КХЛ. Он нанес 11 бросков, набрал 5 очков]</ref>. 14 ғинуарҙа Теему даими миҙгелдә 51-се мәрәйен йыя һәм Финляндиянан булған уйынсылар араһында бер КХЛ даими миҙгелендә йыйған мәрәйҙәр һаны буйынса беренсе урынға сыға<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1092936023-xartikajnen-pobil-rekord-pirnesa-stav-samym-rezultativnym-finskim-igro.html Хартикайнен набрал 51 очко и побил рекорд Пирнеса, став самым результативным финским игроком за сезон КХЛ]</ref>.
=== Халыҡ-ара карьераһы ===
2006/07 йылдар миҙгелендә 17 йәшкә тиклем Финляндия юниорҙар йыйылма командаһының капитаны була. 2008 йылда [[Ҡазан]]да үткән юниорҙар донъя чемпионатында 6 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя, ә командаһы турнирҙа алтынсы урынды яулай. 2009 йылда Канадала үткән йәштәр донъя чемпионатында Теему 6 осрашыуҙа 9 (3+6) мәрәй йыя һәм турнирҙың иң һөҙөмтәле уйынсылар исемлегенә инә, тик командаһы плей-оффҡа эләгә алмай. Киләһе йылда Теему тағы ла йәштәр донъя чемпионатында ҡатнаша: 6 осрашыуҙа 4 гол керетә һәм 2 һөҙөмтәле пас бирә, 5-се урын өсөн уйында Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ҡапҡаһына ул еңеү шайбаһын индерә.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==