Иҫке Сәсҡаб: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: күренеште төҙәтеү
Il Nur (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
'''Иҫке Сәсҡаб''' ({{lang-tt|Иске Чәчкаб}}, {{lang-ru|Старые Чечкабы}}) — [[Татарстан]]дың [[Ҡайбыҫ районы]]ндағы татар ауылы. [[2010]] йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 450 кеше.
 
Почта индексы — 422330.
 
== Географик урыны ==
Юл 92 ⟶ 90:
|
|}
Ауылдың милли составы татарҙарҙан ғына тора. Ауылда 146 йортта 463 кеше йәшәй.<ref>[http://bkaybic-kaybici.tatarstan.ru/tat/info.php?id=408299 ТАТАРСТАН РЕСПУБЛИКАСЫ МУНИЦИПАЛЬ БЕРӘМЛЕКЛӘРЕ СОВЕТЫ.]</ref> 2010 йылда даими йәшәүселәр һаны 442 кеше.
 
Был яҡҡа килеп урынлашҡан беренсе "сәскәлеләр" Болгар дәүләте кешеләренән булалар, был хаҡта ҡәбер өҫтөндәге бер яҡ ситендә төҙөп сығылған таштар дәлилләй. Ләкин шул уҡ ваҡытта ауылда мишәр халҡы ла нигеҙ һалыуы билдәле. Элек ауылда шулай уҡ татарҙар менән бергә мордва (Агиш яғы), сыуаштар йәшәгән. Ауылда бөгөн дә мордваларға хас текст ҡулланыла, мәҫәлән: лапаҫ, тирмән, ырҙын табағы, аҡ бал, штат, эшләпә, миләш, баҡраҡ, аксай, каки һ.б. Ләкин был халыҡтар йә һуңыраҡ күсенеп киткәндәр, йәғни Ислам дине тәьҫирендә татарлашҡан.<ref name="Эзле Чәчкаб">Кадыйр Галим. «Эзле Чәчкаб». Казан. 2004.</ref>
 
1593-1630 йылдарҙа ауылдың халҡы күп Быуа яҡтарына күсенә. Мәҫәлән, унда Яңы Сәсҡап тигән татар ауылынана нигеҙ һалалар. Шулай уҡ, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Сәсҡаб ауылынан сыуаштар хәҙерге Быуа районы Сураҡ ауылы ерҙәренә күсенгән тип тә уйланыла.<ref name="Эзле Чәчкаб"/>
 
== Билдәле шәхстәре ==
Иҫке Сәсҡаб ауылынан өс кеше Татар энциклопедияһына лә индерелгән, улар – [[Ғабделлатиф Алкин]] дин көрәшсеһе булараҡ, [[Шәйхулла Алкин]] – милләт көрәшсеһе, яҙыусы булғанға. Һәм Рәйес Борһанов ғалим булараҡ.<ref name="Эзле Чәчкаб"/>
 
* Шәйхулла Алкин — ижтимағи эшлекле ҡәләм ияһы.
* Ғабделлатиф Алкин — күренекле дин әһеле.
* Касим Ғиләжев — шағир.
* Ағзам Тимершин — шағир.
* [[Ғәлимов Ҡадир Ғәлимжан улы]]
* [[Борханов Рәйес Абрар улы]]
 
== Тел ==
Иҫке Иҫке Сәсҡаб ауылы халҡы [[Тау яғы]]нда таралған [[татар теле]]нең норлат һөйләшендә һөйләшә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса халыҡтың 100% - ы ла татарса, 80.5% - ы (387 кеше) урыҫса белә.
 
== Климат ==
Климат уртаса континенталь. [[Кёппен климаттар классификация|Кёппен-Гейгер климаттар классификацияһы]] буйынса климаттың коды: Dfb<ref>[http://koeppen-geiger.vu-wien.ac.at/present.htm#data World Map of the Köppen-Geiger climate classification, Institute for Veterinary Public Health, University of Veterinary Medicine Vienna]</ref>. Уртаса йыллык һауа температураһы 4.3&nbsp;°C.<ref>[http://www.retscreen.net NASA Surface meteorology and Solar Energy Data Set, RETScreen International]</ref>
 
== Иҡтисады ==
Ауыл халҡының күбеһе район үҙәгенә барып, Закиров ис. хужалыҡта эшләй, йорт яны хужалыгында ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Шулай уҡ шәхси магазин тотоусылар ла бар.
 
Ауылда бөгөнгәсә колхоз һаҡланып килә. Шулай уҡ фермер хужалыҡтары ла бар. Ауыл хужалыгында төп тармаҡтар: һөт-ит тереклеге, һарыҡсылыҡ, бал етештереү, иген игеү.<ref name="ТЭ">Татар энциклопедиясе. Беренче том – Казан, 2002, 111-112 битләр.</ref>
 
== Социаль өлкә ==
* Иҫке Сәсҡаб ауылы мәҙәниәт йорто;
* Китапхана;
* Фельдшер - акушерлыҡ пункты;
* Аш бүлмәһе.
* Мәсет
 
=== Ауыл мәсете ===
Иҫке Сәсҡаб мәсеттең Әбей батша заманына булыуын уҡ 1771 йылғы "Май айы Приговоры"нда әйтелә. Ул мәсет соҡорҙа була, сөнки был ваҡыт тау өҫтөнә мәсет төҙөү рөхсәт ителмәгән. Мулла вазифаһын Ғәбделвәли Габдрахманов үтә.<ref name="Эзле Чәчкаб"/>
 
Рәсми рәүештә мәхәлләнең барлыҡҡа килеүе 1790 йылдың йәйе.<ref name="Эзле Чәчкаб"/>
 
=== Сәсҡаб мәктәбе ===
Ауылда беренсе мәктәп 1890 йылда асыла. Һуғыштан һуң яңы урында 8 йыллыҡ мәктәп йорто төҙөлә.<ref name="Чәчкаб мәктәбе">[http://sch-chechkab.edusite.ru/p15aa1.html Кайбыч районы Чәчкаб урта мәктәбе сайты.]</ref>
 
1995 йылда беренсе тапҡыр мәктәп урта дөйөм белем биреү статусын ала һәм 1997 йылда беренсе уҡыуҙыҙар мәктәпте тамамлай. 1997 йылдан яңы урында "Альфа" сауҙа фирмаһы тарафынан 108 кешелек яңы ике ҡатлы бина һалына. Бында, был мәктәп, балалар баҡсаһы урынлашҡан.<ref name="Чәчкаб мәктәбе">[http://sch-chechkab.edusite.ru/p7aa1.html Кайбыч районы Чәчкаб урта мәктәбе сайты.]</ref> 2011 йылдан 9 йыллыҡ мәктәп.<ref>[http://www.tatar-gazeta.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=1123:2011-12-16-17-38-41&catid=46:2011-01-20-16-16-05&Itemid=102 Фәүзия Бәйрәмова. "Чәчкаб мәктәбе ябылмаячак, авыл яшәячәк, иншаллаһ!"]</ref>
 
=== Сәсҡаб балалар баҡсаһы ===
Сәсҡаб балалар баҡсаһы 1968 йылдың 29 ноябренән эшләй башлай.<ref name="Эзле Чәчкаб"/> Балалар баҡсаһының төп маҡсаты: балалар сәләмәтлеген һаҡлау һәм һау-сәләмәт йәшәү рәуеше формалаштырыу. Бында бер генә идарасы һәм ике тәрбиәсе эшләй. Төрлө йәштәге бер балалар төркөмдә шөғөлләнәләр. Тәрбиә һәм уҡыу-уҡытыу эштәре татар телендә алып барыла.<ref name="Чәчкаб мәктәбе"/>
 
== Рәсемдәр ==
Юл 123 ⟶ 159:
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр|2}}
 
== Сығанаҡтар ==
* Кадыйр Галим. «Эзле Чәчкаб». Казан. 2004.
 
[[Категория:Ҡайбыҫ районы тораҡ пункттары]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Иҫке_Сәсҡаб» битенән алынған