Википедия:Бейҙәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
6 юл:
 
Википедия эшмәкәрлегендә бейҙең башҡаларҙан өҫтөнлөгө юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала.
 
== Бей статусын алыу ==
# Башҡорт Википедияһына етерлек үҙгәреш индермәгән, әммә Википедияның башҡа бүлегендә (йә иһә башҡа википроектта) әүҙем ҡатнашҡан, Башҡорт Википедияһының ҡорона билдәле, тәжрибәле һәм абруйлы ҡатнашыусыларға хаким йәки бей статусына тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғы '''бирелмәй'''.
# Ҡатнашыусының хаким йәки бей статусына ғаризаһы (кандидатураһы) хупланған тип танылһын өсөн, тауыш биреүҙә '''кәмендә 10 (ун) ҡатнашыусы''' ҡатнашырға тейеш.
# Хаким йәки бей статусын биреү хаҡындағы тауыштарын кәм тигәндә 100 (йөҙ) төҙәтмә индергән, проектта кәм тигәндә 2 аҙна буйы ҡатнашҡан ҡатнашыусылар бирә ала.
# Бей статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһына иң кәмендә ''1500 төҙәтеү'' индерергә тейеш.
# Хаким йәки бей статусын биреү хаҡындағы тауыштарын кәм тигәндә 100 (йөҙ) төҙәтмә индергән, проектта кәм тигәндә 2 аҙна буйы ҡатнашҡан ҡатнашыусылар бирә ала.
# Ғәмәлдәге ҡағиҙәлә ҡатнашыусының әүҙемлеге һәм индерелгән төҙәтмәләр һанынан тыш, альтернатив талаптар ҙа ҡаралған (уларҙың барыһы ла ҡатнашыусы яҙған һайланған йә яҡшы мәҡәләләр һаны йәки индерелгән мәғлүмәт күләме менән бәйле). Ошо альтернатив талаптарҙы үтәгән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хаким һәм бей статусына ғариза яһау хоҡуғы бирелә.
 
== Википедияла ғәмәлдәге статуслы бейҙәр исемлеге ==