Википедия:Хакимдар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
13 юл:
== Хаким статусын биреү ==
Хаким статусын Википедияның башҡорт теле бүлегендәге [[Википедия:Бейҙәр|бейҙәр]] бирә ала.
 
# Хаким статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында '''1000 (бер меңдән ашыу) төҙәтмә''' индерергә тейеш.
# Хаким статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында '''6 ай буйы''' ҡатнашҡан булырға тейеш.
# Хаким статусына ғариза менән бәйле тауыш биреү '''ике аҙна (14 көн)''' буйы дауам ителергә тейеш.
# Башҡорт Википедияһына етерлек үҙгәреш индермәгән, әммә Википедияның башҡа бүлегендә (йә иһә башҡа википроектта) әүҙем ҡатнашҡан, Башҡорт Википедияһының ҡорона билдәле, тәжрибәле һәм абруйлы ҡатнашыусыларға хаким йәки бей статусына тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғы '''бирелмәй'''.
# Ҡатнашыусының хаким йәки бей статусына ғаризаһы (кандидатураһы) хупланған тип танылһын өсөн, тауыш биреүҙә '''кәмендә 10 (ун) ҡатнашыусы''' ҡатнашырға тейеш.
# Даими хаким статусынан тыш, Башҡорт Википедияһында ваҡытлыса хаким статусы ла бирелергә мөмкин. Бының өсөн ҡатнашыусы ғариза биреп, уға хаким вәкәләттәре күпме ваҡытҡа һәм ни өсөн кәрәген ентекләп аңлатырға тейеш. Ғәҙәттә был статус Википедияның башҡа бүлегендә (йә иһә башҡа википроектта) әүҙем ҡатнашҡан, Башҡорт Википедияһының ҡорона билдәле, тәжрибәле ҡатнашыусыларға бирелә.
# Ваҡытлыса хаким статусы '''1 (бер) айҙан да''' оҙаҡ булмаған ваҡытҡа бирелә.
# Хаким, ваҡытлыса хаким, интерфейс хакимы статустары '''бер үк ҡағиҙәгә ярашлы''' бирелә.
# Хаким йәки бей статусын биреү хаҡындағы тауыштарын кәм тигәндә 100 (йөҙ) төҙәтмә индергән, проектта кәм тигәндә 2 аҙна буйы ҡатнашҡан ҡатнашыусылар бирә ала.
# Ғәмәлдәге ҡағиҙәлә ҡатнашыусының әүҙемлеге һәм индерелгән төҙәтмәләр һанынан тыш, альтернатив талаптар ҙа ҡаралған (уларҙың барыһы ла ҡатнашыусы яҙған һайланған йә яҡшы мәҡәләләр һаны йәки индерелгән мәғлүмәт күләме менән бәйле). Ошо альтернатив талаптарҙы үтәгән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хаким һәм бей статусына ғариза яһау хоҡуғы бирелә.
 
== Хаким статусын алыу ==
# Башҡорт Википедияһының хакимын әүҙемһеҙлеге сәбәпле вазифаһынан бушатыу өсөн, ул кәмендә '''3 (өс) ай буйы''' әүҙем булмаҫҡа тейеш.
 
== Ғәмәлдәге хакимдар ==