Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
Мин Лилиә Мусина, яҙыусы булараҡ Лилиә Мирза псевдонимы алдым. Башҡортостандың [[Ҡырмыҫҡалы районы]]ның [[Ҡабаҡ (Ҡырмыҫҡала районы)|Ҡабаҡ ауылында]] йәшәп ятам. Тыуған яғым Ейәнсура, Өфөлә үҫтем. 20-се мәктәпте бөтөрҙөм. Йәшем 50-не үтеп китте.
 
Туған телем — башҡорт теле. Һөнәрем: филолог, башҡорт, рус теле уҡытыусыһы. Мәктәптә уҡытҡан стажым — 29 йыл. Тәжрибәм нигеҙендә яңы 21 быуат яңы төр дәреслектәр талап иткәнен тойоп әкиәттәр ярҙамында һөйләргә, уҡырға өйрәткән әлифба яҙҙым, ул «Хәрефтәр донъяһында» исеме менән донъя күрҙе. 20 быуат термины менән әйткәндә был новатор дәреслек, хәҙерге терминологияла «яңы технология». 21 быуаттың беренсе сиреге үтеп бара, иҫкергән традицион педагогика менән уҡытыу күңелемде әрнетә. Шул уҡ принциптар буйынса яҙылған рус әкиәтле әлифбаһының ҡулъяҙмаһы ла ята үҙ сәғәтен көтөп китап кәштәмдә. 47 йәшемдә әкиәттәр яҙыу һәләте асылып, «Кәкүк менән ҡояш» исемле 9 әкиәтте һыйҙырған китап баҫтырҙым. 2017 йылда 8 әкиәт һыйҙырған "Ҡояш ғәскәре" китабы нәшер ителде.
 
[[Төрөк теле|Төрөксә]] бер аҙ уҡый, һөйләшә, яҙыша алам.