Ғәрәп аты — версиялар араһындағы айырма

1 байт алынған ,  1 месяц назад
[[Файл:Julgamento Árabe REFON.jpg|thumb|220px|left|Бер йәшлек ғәрәп атын күргәҙмәлә судьялар баһалай]]
Буйға бик ҙур түгел, айғырҙың мунда бейеклеге (һауыры, холка) 153,4 см тирәһе, бейәнеке — 150,6 см. Айғырҙың түш ҡоласы 178,9 см, бейәнеке— 172,9 см. Айғырҙың енсек (тояҡ) йыуанлығы 19,9 см, бейәнеке— 18,4 см. Оло малдың ауырлығы 450 кг тиклем етә.
Был йылҡы малы нәҫеленең төп билдәләре: кәүҙәһе матур, тығыҙ, ҡоро һөйәкле (һимеҙ түгел); айырып ҡарағанда — башы матур, шаҡмағыраҡ маңлайлы, морон өлөшө бер аҙ эскәрәк батып тора, бөгөлөп киткән муйынлы, йоморо кәүҙәле, оҙон, тура бейек осалы.
 
Ғәрәп аты йышыраҡ һоро, туры һәм ерән, сөм-ҡара төҫлө була . Һоро (көл төҫлө) ғәрәп аттарының өҫтө олоғая бара ваҡ ҡына ҡарағусҡыл таптар менән ҡаплана<ref>{{Книга|автор=Гуревич Д.Я., Рогалев Г.Т.|год=1991|isbn=5260005732, 9785260005736|страниц=240|место=Москва|издательство=Росагропромиздат|заглавие=Словарь-справочник по коневодству и конному спорту|ссылка=https://www.worldcat.org/oclc/30560170|ответственный=|издание=|страницы=46|isbn2=}}</ref>. Ҡай саҡ «сабино» тигән ала (пегий) төҫ осрай, уны Ғәрәп аттарын үрсетеүселәр бөтә донъя ойошмаһы ({{lang-en|[[:de:World Arabian Horse Organisation|World Arabian Horse Organisation]]}}) ғәҙәтттә бурыл (чалый) тип йөрөтә. Һирәк-һаяҡ көмөш- туры (ҡараһыу ҡыҙыл, ҡойроғо ҡара) осрай, уны элек сал ҡойроҡло ерән (саптар, игреневый) тип тә йөрөткәндәр.
 
Хәҙерге ғәрәп аты ҙур башлы түгел, муйыны аҡҡоштоҡо кеүек бейек, бөгөлөп тора, күҙҙәре ҙур- таҫыр күҙле. Арҡаһы уртаса оҙонлоҡта, түш ҡоласы киң, түш һөйәге түбән була (глубокая грудь). Яҡшы үҫешкән енсектәре һәм тояҡтары бик ныҡ. Ғәрәп атының башҡа аттарҙан бер аҙ эскәрәк инеп торған башы һәм ҙур күҙҙәрҙән тыш айырмаһы — «әтәс» ҡойроҡ, уны ат төрлөсә шәп йөрөгән саҡта бик юғары итеп күтәрә.
Йорт аттары араһында ғәрәп аты оҙон ғүмерле тип иҫәпләнә. Был тоҡомло аттар 30 йәшкәсә йәшәй ала. Бейәләр ҡартайғансы түлле булып ҡала, улар йыш ҡолонлай .
 
Ғәҙәттә ғәрәп атының дүрт төрөн айырып йөрөтәләр<ref>{{Книга|автор=Парфенов В.А.|заглавие=Лошади|ответственный=|издание=|место=Москва|издательство=Издатель Балабанов И.В. Народное творчество|год=2000|страницы=35|страниц=156 с., 9 л. ил., ил., табл|isbn=5-901049-13-6;|isbn2=5-93357-008-7}}</ref>:
* '''хадбан''' — ныҡлы ябай кәүҙәле, эшсән;
* бик һайланған тоҡомло булмаған, тик был тоҡомло аттар араһында иң ҙур кәүҙәле, етеҙ, сыҙам юртаҡтар һәм [[спорт]] аттары; төҫө ерән йәки һары , һирәгерәк һоро була;
* '''кохейлан-сиглави''' — сиглавиҙың ҡупшы , һомғоллоғона кохелайндың ҙурлығы ҡатнаш төр; был төр буйға бейек һәм эшсән; төҫө — һары, һоро, ерән.
 
Хәҙерге заманда ат үрсетеүҙә аттарҙы шоу аттары һәм юртаҡ аттарға бүләеп йөрөтәләр.
1905

үҙгәртеү