Ғәрәп аты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Visem (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Visem (фекер алышыу | өлөш)
5 юл:
[[Файл:Julgamento Árabe REFON.jpg|thumb|220px|left|Бер йәшлек ғәрәп атын күргәҙмәлә судьялар баһалай]]
Буйға бик ҙур түгел, айғырҙың мунда бейеклеге (һауыры, холка) 153,4 см тирәһе, бейәнеке — 150,6 см. Айғырҙың түш ҡоласы 178,9 см, бейәнеке— 172,9 см. Айғырҙың енсек (тояҡ) йыуанлығы 19,9 см, бейәнеке— 18,4 см. Оло малдың ауырлығы 450 кг тиклем етә.
Был йылҡы малы нәҫеленең төп билдәләре: кәүҙәһе матур, тығыҙ, ҡоро һөйәкле (һимеҙ түгел);айырып ҡарағанда—ҡарағанда — башы матур, шаҡмағыраҡ маңлайлы, морон өлөшө бер аҙ эскәрәк батып тора, бөгөлөп киткән муйынлы, йоморо кәүҙәле, оҙон, тура бейек осалы.
 
Ғәрәп аты йышыраҡ һоро, туры һәм ерән, сөм-ҡара төҫлө була . Һоро (көл төҫлө) ғәрәп аттарының өҫтө олоғая бара ваҡ ҡына ҡарағусҡыл таптар менән ҡаплана<ref>{{Книга|автор=Гуревич Д.Я., Рогалев Г.Т.|год=1991|isbn=5260005732, 9785260005736|страниц=240|место=Москва|издательство=Росагропромиздат|заглавие=Словарь-справочник по коневодству и конному спорту|ссылка=https://www.worldcat.org/oclc/30560170|ответственный=|издание=|страницы=46|isbn2=}}</ref>. Ҡай саҡ «сабино» тигән ала (пегий) төҫ осрай, уны Ғәрәп аттарын үрсетеүселәр бөтә донъя ойошмаһы ({{lang-en|[[:de:World Arabian Horse Organisation|World Arabian Horse Organisation]]}}) ғәҙәтттә бурыл (чалый) тип йөрөтә . Һирәк-һаяҡ көмөш- туры (ҡараһыу ҡыҙыл, ҡойроғо ҡара) осрай, уны элек сал ҡойроҡло ерән (саптар, игреневый) тип тә йөрөткәндәр.
 
Хәҙерге ғәрәп аты ҙур башлы түгел, муйыны аҡҡоштоҡо кеүек бейек, бөгөлөп тора, күҙҙәре ҙур- таҫыр күҙле. Арҡаһы уртаса оҙонлоҡта, түш ҡоласы киң, түш һөйәге түбән була (глубокая грудь). Яҡшы үҫешкән енсектәре һәм тояҡтары бик ныҡ. Ғәрәп атының башҡа аттарҙан бер аҙ эскәрәк инеп торған башы һәм ҙур күҙҙәрҙән тыш айырмаһы — «әтәс» ҡойроҡ, уны ат төрлөсә шәп йөрөгән саҡта бик юғары итеп күтәрә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәрәп_аты» битенән алынған