Ғәрәп аты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Visem (фекер алышыу | өлөш)
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Visem (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
[[Файл:Julgamento Árabe REFON.jpg|thumb|220px|left|Бер йәшлек ғәрәп атын күргәҙмәлә судьялар баһалай]]
Буйға бик ҙур түгел, айғырҙың мунда бейеклеге (һауыры, холка) 153,4 см тирәһе, бейәнеке — 150,6 см. Айғырҙың түш ҡоласы 178,9 см, бейәнеке— 172,9 см. Айғырҙың енсек (тояҡ) йыуанлығы 19,9 см, бейәнеке— 18,4 см. Оло малдың ауырлығы 450 кг тиклем етә.
Был йылҡы малы нәҫеленең төп билдәләре: кәүҙәһе матур, тығыҙ, ҡоро һөйәкле (һимеҙ түгел);айырып ҡарағанда— башы матур, шаҡмағыраҡ маңлайлы, морон өлөшө бер аҙ эскәрәк батып тора, бөгөлөп киткән муйынлы, йоморо кәүҙәле, оҙон, тура бейек осалы .
 
Ғәрәп аты йышыраҡ һоро, туры һәм ерән, сөм-ҡара төҫлө була . Һоро (көл төҫлө) ғәрәп аттарының өҫтө олоғая бара ваҡ ҡына ҡарағусҡыл таптар менән ҡаплана<ref>{{Книга|автор=Гуревич Д.Я., Рогалев Г.Т.|год=1991|isbn=5260005732, 9785260005736|страниц=240|место=Москва|издательство=Росагропромиздат|заглавие=Словарь-справочник по коневодству и конному спорту|ссылка=https://www.worldcat.org/oclc/30560170|ответственный=|издание=|страницы=46|isbn2=}}</ref>. Ҡай саҡ «сабино» тигән ала (пегий) төҫ осрай, уны Ғәрәп аттарын үрсетеүселәр бөтә донъя ойошмаһы ({{lang-en|[[:de:World Arabian Horse Organisation|World Arabian Horse Organisation]]}}) ғәҙәтттә бурыл (чалый) тип йөрөтә . Һирәк-һаяҡ көмөш- туры (ҡараһыу ҡыҙыл, ҡойроғо ҡара) осрай, уны элек сал ҡойроҡло ерән (саптар, игреневый) тип тә йөрөткәндәр.
14 юл:
Ғәҙәттә ғәрәп атының дүрт төрөн айырып йөрөтәләр<ref>{{Книга|автор=Парфенов В.А.|заглавие=Лошади|ответственный=|издание=|место=Москва|издательство=Издатель Балабанов И.В. Народное творчество|год=2000|страницы=35|страниц=156 с., 9 л. ил., ил., табл|isbn=5-901049-13-6;|isbn2=5-93357-008-7}}</ref>:
 
* '''сиглави''' —ҙур— ҙур булмаған, һомғол, ҡупшы атттар; башлыса һоро (көлһыу төҫөндә);
* '''кохейлан''' — ҙур ныҡлы кәүҙәле, киң күкрәкле, талымһыҙ, эшсән; башлыса һары йәки ерән төҫлө ;
* '''хадбан''' — ныҡлы ябай кәүҙәле, эшсән;
* бик һайланған тоҡомло булмаған, тик был тоҡомло аттар араһында иң ҙур кәүҙәле, етеҙ, сыҙам юртаҡтар һәм [[спорт]] аттары; төҫө ерән йәки һары , һирәгерәк һоро була;
* '''кохейлан-сиглави''' — сиглавиҙың ҡупшы , һомғоллоғона кохелайндың ҙурлығы ҡатнаш төр; был төр буйға бейек һәм эшсән; төҫө — һары, һоро, ерән .
 
Хәҙерге заманда ат үрсетеүҙә аттарҙы шоу аттары һәм юртаҡ аттарға бүләеп йөрөтәләр.
Ғәрәп аты хәҙер донъяла киң таралған. Был төр аттар менән тоҡомсолоҡ эшен алып барыу өсөн 60 илде берләштергән Ғәрәп атын үрсетеү буйынса бөтә донъя ойошмаһы [http://www.waho.org Всемирная организация арабского коневодства] булдырылған.
 
== Был тоҡом тарихы ==
Тоҡомдоң килеп сығышы бәҙәүи ғәрәптәрҙең туҡтауһыҙ һуғыштарына бәйле, улар был аттарҙы хәрби аттар итеп ҡулланған. Ошондай махсус аҫыралған, сүллек һәм ярымсүллек шарттарында яҡшы ҡаралған аттарҙан бик ҙур булмаған, ныҡлы кәүҙәле, ҡоро һөйәкле тоҡомло ат барлыҡҡа килә. Улар сыҙам һәм шәп саба, төрлөсә йөрөш ваҡытында ла хәрәкәттәре матур.
 
Бик оҙаҡ ваҡыт ғәрәп аттары урындағы күсмә халыҡтарҙың төп байлығы булып торған. Уларҙы башҡа ерҙәргә, шул иҫәптән Европаға, һатып ебәрергә ярамаған, бындай енәйәт өсөн үлем язаһы янаған. Ғәрәп аттарын башҡа тоҡом аттарға ҡушырға ярамаған, шуға әллә нисә быуат буйы был тоҡом саф килеш һаҡлана.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәрәп_аты» битенән алынған