Вәлиева Гөлнара Рәшит ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Башкорт дәүләт опера һәм балет театрының солисы (2016 йылдан). Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Вәлиева Гөлнара Рәшит ҡыҙы'''( 17.11.1990, Башҡортостан Бөрйән районы Ҡолғана ауыл..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

15:10, 11 ғинуар 2021 өлгөһө

Вәлиева Гөлнара Рәшит ҡыҙы( 17.11.1990, Башҡортостан Бөрйән районы Ҡолғана ауылы) — Башкорт дәүләт опера һәм балет театрының солисы (2016 йылдан). Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.

Биографияһы

Вәлиева Гөлнара Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусы Мөлөкова Зилара Рәүф ҡыҙы менән Вәлиев Рәшит Ирғәле улының ғәиләһендә уртансы бала.

9 йыллыҡ Ҡолғана мәктәбен тамамлағандан һуң Учалы сәнгәт һәм мәҙәниәт колледжында йыр буйынса БР -ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валеева Миңзифа Тайып ҡыҙы класында белем ала(2006-2010).

2010-2015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына, академик йыр буйынса БР-ның, РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев премияһы лауреаты,профессор Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы класында белем ала. 2015-2018 шунда уҡ стажировка үтә.

Вәлиева Гөлнара күп кенә халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары лауреаты. 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисткаһы.

2013 йылда Новосибирск ҡалаһында үткән М.В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй вокалистар конкурсында Гран-при яулай.

2014 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Президентенең “ Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында” Указына ярашлы үткәрелгән сараның лауреаты булыуға ирешә,

Сибайҙа үткән “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың XII төбәк-ара конкурсында Гран-при яулай.

Нальчик ҡалаһында үткән вокалистарҙың Н. Гасташева исемендәге V Төньяҡ-Кавказ асыҡ конкурсында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була.

2015 йылда Мексикала 5-се Бөтә донъя Фольклориада фестивалендә сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкектә “Ҡырғыҙстанда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм фәне көндәре” тигән сарала, Өфөлә үткән 4-се Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында сығыш яһай.

Ошо уҡ йылда Южноуральскиҙа -ткән “ Южноуральск- Зальцбург” тип исемләнгән музыканттарҙың VII Халыҡ –ара фестивалендә I дәрәжә лауреат исемен яулап ҡайта.

2015 йыл бик уңышлы йыл була була Бөрйән һандуғасы өсөн – Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС-та мәртәбәле ҡунаҡтар алдында сығыш яһау бәхете лә тейә уға. Ағымдағы йыл уңыштар менән генә йылмая – Карелия Республикаһының Петрозаводск ҡалаһында үткән Рәсәйҙең музыкаль вуздары вокалистары сығарылыусыларының XXXXIII смотр-конкурсында лауреат исемен ала.

2016 йылда - Өфөлә Заһир Исмәғилов исемендәге III Халыҡ–ара музыкантбашҡарыусыларҙың конкурсы лауреаты.

2017 йылда – “Башҡорт й ы р ы ” телевизион конкурсының Гран-при эйәһе була. Нариман Сабитов исемендәге IX музыкантбашҡарыусыларҙың Халыҡара конкурсында III дәрәжә лауреат исемен яулай. Саратовта үткән вокалсыларҙың XXXI Халыҡ-ара Собинов фестивалендә II дәрәжә премияға лайыҡ була.

2018 йылда Өфөлә үткән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика вокалсылар конкурсының төп призы – Гран-прийы ла уға тейә. 2019 йылда Ҡаҙағстандың Алма- аты ҡалаһында үткән Б.Түлегәнова исемендәге вокалсыларҙың X Халыҡ-ара конкурсының дипломанты булыуға ирешә.

Репертуары

  • Ж.Бизе. «Кармен». Фраскита
  • З.Исмәғилов. «Салауат Юлаев». Әминә
  • Дж.Верди. «Риголетто». Джильда

Концерт репертуары

  • Башҡорт композиторҙарының ариялары һәм романстары, рус һәм көнбайыш-Европа классикаһы.
  • Башҡорт халыҡ йырҙары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 2013 – М.В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй йырсылар конкурсы Гран-прийы (Новосибирск ҡалаһы).
  • 2014 – "Ирәндек моңдары" XII төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы Гран-прийы (Сибай ҡалаһы).
  • 2014 – Н.Гасташева исемендәге V Асыҡ Төньяҡ Кавказ конкурсында I дәрәжә лауреат (Нальчик ҡалаһы).
  • 2015 – VII "Южноуральцк - Зальцбург" халыҡ-ара музыканттар фестиваленең I дәрәжә лауреаты (Көньяҡ Урал ҡалаһы).
  • 2015 – Рәсәйҙең музыкаль юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы вокалсыларҙың XXIII смотр-конкурсының I дәрәжә лауреаты (Петрозаводск ҡалаһы).
  • 2016 – Заһир Исмәғилев исемендәге музыкант-башҡарыусыларҙың III Халыҡ-ара конкурсының I дәрәжә лауреаты (Өфө)
  • 2017 — Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара музыканттар-башҡарыусылар конкурсының III дәрәжә лауреаты (Өфө).
  • 2017— Собиновск фестиваленең икенсе премияһын яулай

Һылтанмалар