Наркевич Иван Иосифович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Наркевич, Иван Иосифович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

10:14, 11 ғинуар 2021 өлгөһө

Наркевич Иван Иосифович ( 16 август 1938 йыл) — совет эшсеһе, «Востокнефтепроводстрой» тресының 7-се төҙөлөш-монтаж идаралығы бульдозеристы . Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. СССР нефть-газ төҙөү министрлығы почетлы хеҙмәткәре (1988).

Биографияһы

Иван Иосифович Наркевич 1938 йылдың 16 авгусында Польшаның Вилена воеводлығы Постава поветы Лучай гмины Пуховки ауылында (хәҙер Белоруссияның Витебск өлкәһе Глубокий районы) тыуған. Белеме — урта.

1957-1960 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Эш урындары: 1960 йылдан алып «Ленгидропроект» институтының 2-се комплекслы геология экспедицияһында тракторсы булып эшләй, ә һуңынан - Үҙәк комплекслы сейсмик экспедицияһында. 1964 йылдан алып —Тайга Көнбайыш-Себер тимер юлындағы Тайға тимер юлы станцияһы депоһында слесарь, 1966 йылдан — Яҡут АССР-ында «Нефтепроводмонтаж» тресының 8-се төҙөлөш-монтаж идаралығы слесаре. 1968 йылда Башҡортостанда күсә һәм «Востокнефтепроводстрой» тресының 7-се төҙөлөш-монтаж идаралығында бульдозерсы булып эшләй. .

Магистраль нефтегазопроводтар, компрессор һәм нефтте ҡыуыусы станцияларҙа, шулай уҡ Урта Азияла, Ырымбур, Төмән, Свердловск өлкәләрендә, Яҡут АССР-нда һәм СССР-ҙың башҡа төбәктәрендә нефть һәм газ объекттарын, торлаҡ һәм юлдарҙы төҙөүҙә ҡатнаша.

1998 йылда пенсияға сыға. Өфө ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Нефть һәм газ объекттарын төҙөүҙәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн И. И. Наркевич Хеҙмәт Даны орденының I (1987), II (1983), III (1974) дәрәжәләре һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

Әҙәбиәт

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. − 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар