Ғәрәп аты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
72 юл:
 
== Легендалар ==
Ғәрәп аттары тураһында бик күп мифтар һәм легендалар бар. Шуларҙың береһендә былай тип һөйләнә: сүллек буйлап оҙаҡ сәйәхәт ҡылғандан һуң Мөхәммәт үҙ аттарын оазиста һыуһындарын ҡандырып, ял ирегәитергә ебәрә. Ләкин, улар һыуға барып етеп өлгөрмәй, Мөхәммәт уларҙы кире саҡыра. Тик уның янына бары биш бейә генә кире килә. Улар ныҡ һыуһаған булһалар ҙа хужаһына тоғролоҡ күрһәтә, шуға ла Мөхәммәт уларҙы тоҡомдо яҡшыртыу маҡсатында алып ҡала. Был биш бейәнән, Әл-Хамсә (ғәрәпсә «биш») ғәрәп аттарының «биш төрө» башланып китә тиҙәр.<ref>{{Статья|автор=Al Khamsa|заглавие=Al Khamsa The Five|ссылка=https://web.archive.org/web/20080418081554/http://www.alkhamsa.org/site/legends.html|язык=|издание=History and Legends|тип=|год=|месяц=|число=|том=|номер=|страницы=|issn=}}</ref> Әл-Хамсә тигән аттар уйлап сығарылған булһалар ҙа<ref name=":0">{{Книга|автор=Upton|заглавие=Arabians|ответственный=|издание=|место=|издательство=|год=|страницы=12|страниц=|isbn=|isbn2=}}</ref> ҡайһы бер ат үрсетеүселәр һаман да хәҙерге бәҙәүи аттары ошо биш бейәнең нәҫеле тип бара.<ref>{{Книга|автор=Schofler|заглавие=Flight Without Wings|ответственный=|издание=|место=|издательство=|год=|страницы=3—4|страниц=|isbn=|isbn2=}}</ref>
 
Тағы бер тарих: Соломон батша Бану Азд тигән ғәрәп ҡәбиләһенә был батшаға һалым түләргә килгән саҡтарында Зад-эль-Рахеб йәки Зад-эль-Ракиб ("Һыбайлыға бүләк ") тигән айғырҙы бүләк итә. Был айғыр зебра һәм ғәзәлдән дә шәберәк елдерә, уның менән һунар һәр саҡ уңышлы була. Шуға күрә уны тоҡом айғыры итеп тоталар, унан ғәрәп аттары башланып китә тиҙәр<ref>{{Книга|автор=Chamberlin|заглавие=Horse|ответственный=|издание=|место=|издательство=|год=|страницы=166—167|страниц=|isbn=|isbn2=}}</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәрәп_аты» битенән алынған