Ҡорос: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
95 юл:
* [[Кремний]] һәм [[марганец]] (0,5 … 0,7 % сиктәрендә) ҡоростоң үҙсәнлегенә һиҙелерлек йоғонто яһамаҙар. Был элементтар, кислотаһыҙландырыу операцияһы ваҡытында ҡоростоң күпселек углеродлы һәм түбән ҡатыштырылған маркаларына индерелә (башта — ферромарганец, аҙаҡ — ферросилиций, осһоҙ кислотаһыҙландырыусы ферроиретмәләр булараҡ).
* [[Көкөрт]] зарарлы ҡушылма булып тора, тимер менән FeS (көкөртлө тимер) химик берләшмә барлыҡҡа килтерә. Ҡороста көкөртлө тимер тимер менән иреү температураһы 1258 К булған эвтектика барлыҡҡа килтерә, ул материалды йылытып баҫым менән эшкәрткәндә һыныусанлыҡҡа сәбәпсе була. Күрһәтелгән эвтектика термик эшкәрткәндә ирей, һөҙөмтәлә бөртөктәр араһында ярыҡ барлыҡҡа килеп бәйләнеш юғала. Бынан тыш, көкөрт ҡоростоң үҙлелеген һәм ныҡлығын, туҙыуға бирешмәүсәнлеген һәм тутығыуға бирешмәүсәнлеген кәметә.
* [[Фосфор]] шулай уҡ зарарлы ҡушылма булып тора, сөнки ҡоросҡа һыуыҡта һыныусанлыҡ (түбән температурала һыныусанлыҡ) бирә<ref>{{статья|автор= Васильев А.В., Ермаков С.Б|заглавие=Причины разрушения высокопрочных сталей при пониженных температурах|ссылка=http://refrigeration.ihbt.ifmo.ru/file/article/7706.pdf |издание=Науч. журн. НИУ ИТМО; серия «Холодильная техника и кондиционирование»|год=2008|номер=2}}</ref>. Был шуның менән аңлатыла, фосфор көслө эске кристаллик {{comment| ликвация|бер төрлө магманың температура түбәнәйгәндә составы буйынса төрлө ике йәки күберәк ҡушылмаусан магмаға тарҡалыу | ликвация}} процесын тыуҙыра. Ләкин күп миҡдарҙа фосфоры булған, «автомат ҡорос» тип аталған ҡоростар төркөмө бар, уларҙан эшләнгән металл изделиеларҙы киҫеп эшкәртеүе еңел (мәҫәлән, револьверлы токарь станок-ярымавтоматтарҙа болттар, гайкалар һәм башҡалар).
* [[Феррит (металлургия)|Феррит]] —күләмле үҙәкләштерелгән кристаллик решеткалы тимер. Уның нигеҙендә иретмәләр йомшаҡ һәм пластик микроструктураға эйә.
* [[Цементит]] — тимер карбиды, формулаһы Fe<sub>3</sub>C булған химик берләшмә, киреһенсә, ҡоросҡа ныҡлыҡ бирә. Эвтектоидтан ары ҡорос структураһында ирекле цементит булғанда (С 0,8%-тан артыҡ) углерод миҡдары һәм механик үҙсәнлектәр комплексы: ҡатылыҡ, һуҡма үҙлелек һәм ныҡлыҡ араһында аныҡ бәйләнеш юғала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡорос» битенән алынған