Ҡорос: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
93 юл:
Ҡоростоң үҙсәнлектәре уларҙың составына һәм структураһына бәйле, улар түбәндәге элементтарҙың булыуы һәм проценттарҙа нисбәте менән яһала:
* [[Углерод]] — элемент, ҡороста уның миҡдары артыу менән ҡоростоң ҡатылығы һәм ныҡлығы арта, шуның менән бергә [[Үҙлелек (физика)|үҙлелеге]] кәмей.
* [[Кремний]] һәм [[марганец]] (0,5 … 0,7 % сиктәрендә) ҡоростоң үҙсәнлегенә һиҙелерлек йоғонто яһамаҙар. Был элементтар, кислотаһыҙландырыу опарацияһыоперацияһы ваҡытында ҡоростоң күпселек углеродлы һәм түбән ҡатыштырылған маркаларына индерелә (башта — ферромарганец, аҙаҡ — ферросилиций, осһоҙ кислотаһыҙландырыусы ферроиретмәләр булараҡ).
* [[Көкөрт]] зарарлы ҡушылма булып тора, тимер менән FeS (көкөртлө тимер) химик берләшмә барлыҡҡа килтерә. Ҡороста көкөртлө тимер тимер менән иреү температураһы 1258 К булған эвтектика барлыҡҡа килтерә, ул материалды йылытып баҫым менән эшкәрткәндә һыныусанлыҡҡа сәбәпсе була. Күрһәтелгән эвтектика термик эшкәрткәндә ирей, һөҙөмтәлә бөртөктәр араһында ярыҡ барлыҡҡа килеп бәйләнеш юғала. Бынан тыш, көкөрт ҡоростоң үҙлелеген һәм ныҡлығын, туҙыуға бирешмәүсәнлеген һәм тутығыуға бирешмәүсәнлеген кәметә.
* [[Фосфор]] шулай уҡ зарарлы ҡушылма булып тора, сөнки ҡоросҡа һыуыҡта һыныусанлыҡ (түбән температурала һыныусанлыҡ) бирә<ref>{{статья|автор= Васильев А.В., Ермаков С.Б|заглавие=Причины разрушения высокопрочных сталей при пониженных температурах|ссылка=http://refrigeration.ihbt.ifmo.ru/file/article/7706.pdf |издание=Науч. журн. НИУ ИТМО; серия «Холодильная техника и кондиционирование»|год=2008|номер=2}}</ref>. Был шуның менән аңлатыла, фосфор көслө эске кристаллик {{comment| бер төрлө магманың температура түбәнәйгәндә составы буйынса төрлө ике йәки күберәк ҡушылмаусан магмаға тарҡалыу | ликвация}} процесын тыуҙыра. Ләкин күп миҡдарҙа фосфоры булған, «автомат ҡорос» тип аталған ҡоростар төркөмө бар, уларҙан эшләнгән металл изделиеларҙы киҫеп эшкәртеүе еңел (мәҫәлән, револьверлы токарь станок-ярымавтоматтарҙа болттар, гайкалар һәм башҡалар).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡорос» битенән алынған