Ҡорос: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
79 юл:
19 быуат уртаһында П. П. Аносов Ҡорос төҙөлөшөн тикшерә, булат Ҡорос һ.б. алыу ысулдарын эшләй. 1940—2002 йй. [[Белорет металлургия комбинаты]] юғары сифатлы Ҡорос иретеү б‑са төп пр‑тие була (80‑се йй. 150‑нән ашыу маркаһын етештерә); Бөйөк Ватан һуғышы барышында И. П. Бардин етәкс. оборона сәнәғәте өсөн Ҡорос махсус сорттарын етештереү ойошторола.
90‑сы йылдарҙа [[Метал]]дарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында һәм [[Өфө дәүләт авиация техник университеты|Авиация техник университетында]] (Р.Ғ.Зарипова, Г. А. Салищев) интенсив ''пластик деформация'' ысулы м‑н субмикрокристалл һәм нанокристалл хәлендәге структураларҙы формалаштырыу иҫәбенә Ҡорос ныҡлығын арттырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (мәҫ., 12Х18Н10Т маркалы тутыҡмай торған Ҡорос ныҡлығы 2—4 тапҡырға арта).
 
== Ҡоростоң үҙсәнлектәре ==
 
=== Физик үҙсәнлектәре ===
* тығыҙлығы ρ ≈ 7,86 г/см<sup>3</sup>; һыҙыҡлы йылылыҡ киңәйеү коэффициенты α = (11…13)•10<sup>−6</sup> K<sup>−1</sup>;
* йылылыҡ үткәреүсәнлек коэффициенты ''k'' = 58 Вт/(м•K);
* Юнга модуле ''E'' = 210 ГПа;
* күсеш модуле ''G'' = 80 ГПа;
* Пуассон коэффициенты ν = 0,28…0,30;
* сағыштырма электр ҡаршылығы (20 °C, 0,37—0,42 % углерод) = 1,71•10<sup>−7</sup> Ом•м.
 
=== Үҙсәнлектәренең составҡа һәм структураға бәйлелеге ===
Ҡоростоң үҙсәнлектәре уларҙың составына һәм структураһына бәйле, улар түбәндәге элементтарҙың булыуы һәм проценттарҙа нисбәте менән яһала:
* [[Углерод]] — элемент, ҡороста уның миҡдары артыу менән ҡоростоң ҡатылығы һәм ныҡлығы арта, шуның менән бергә [[Үҙлелек (физика)|үҙлелеге]] кәмей.
* [[Кремний]] һәм [[марганец]] (0,5 … 0,7 % сиктәрендә) ҡоростоң үҙсәнлегенә һиҙелерлек йоғонто яһамаҙар. Был элементтар, кислотаһыҙландырыу опарацияһы ваҡытында ҡоростоң күпселек углеродлы һәм түбән ҡатыштырылған маркаларына индерелә (башта — ферромарганец, аҙаҡ — ферросилиций, осһоҙ кислотаһыҙландырыусы ферроиретмәләр булараҡ).
* [[Көкөрт]] зарарлы ҡушылма булып тора, тимер менән FeS (көкөртлө тимер) химик берләшмә барлыҡҡа килтерә. Ҡороста көкөртлө тимер тимер менән иреү температураһы 1258 К булған эвтектика барлыҡҡа килтерә, ул материалды йылытып баҫым менән эшкәрткәндә һыныусанлыҡҡа сәбәпсе була. Күрһәтелгән эвтектика термик эшкәрткәндә ирей, һөҙөмтәлә бөртөктәр араһында ярыҡ барлыҡҡа килеп бәйләнеш юғала. Бынан тыш, көкөрт ҡоростоң үҙлелеген һәм ныҡлығын, туҙыуға бирешмәүсәнлеген һәм тутығыуға бирешмәүсәнлеген кәметә.
* [[Фосфор]] шулай уҡ зарарлы ҡушылма булып тора, сөнки ҡоросҡа һыуыҡта һыныусанлыҡ (түбән температурала һыныусанлыҡ) бирә<ref>{{статья|автор= Васильев А.В., Ермаков С.Б|заглавие=Причины разрушения высокопрочных сталей при пониженных температурах|ссылка=http://refrigeration.ihbt.ifmo.ru/file/article/7706.pdf |издание=Науч. журн. НИУ ИТМО; серия «Холодильная техника и кондиционирование»|год=2008|номер=2}}</ref>. Был шуның менән аңлатыла, фосфор көслө эске кристаллик {{comment| бер төрлө магманың температура түбәнәйгәндә составы буйынса төрлө ике йәки күберәк ҡушылмаусан магмаға тарҡалыу | ликвация}} процесын тыуҙыра. Ләкин күп миҡдарҙа фосфоры булған, «автомат ҡорос» тип аталған ҡоростар төркөмө бар, уларҙан эшләнгән металл изделиеларҙы киҫеп эшкәртеүе еңел (мәҫәлән, револьверлы токарь станок-ярымавтоматтарҙа болттар, гайкалар һәм башҡалар).
* [[Феррит (металлургия)|Феррит]] —күләмле үҙәкләштерелгән кристаллик решеткалы тимер. Уның нигеҙендә иретмәләр йомшаҡ һәм пластик микроструктураға эйә.
* [[Цементит]] — тимер карбиды, формулаһы Fe<sub>3</sub>C булған химик берләшмә, киреһенсә, ҡоросҡа ныҡлыҡ бирә. Эвтектоидтан ары ҡорос структураһында ирекле цементит булғанда (С 0,8%-тан артыҡ) углерод миҡдары һәм механик үҙсәнлектәр комплексы: ҡатылыҡ, һуҡма үҙлелек һәм ныҡлыҡ араһында аныҡ бәйләнеш юғала.
* [[Перлит (металловедение)|Перлит]] — ике фазаның — ферриттың һәм цементиттың эвтектоидлы (ваҡ дисперслы механик) ҡатышмаһы, 1/8 өлөш цементит инә (теүәлерәк — «рычаг» ҡағиҙәһенә ярашлы, әгәр углеродтың ферритта бүлмә температураһында иреүсәнлеген иҫәпкә алмағанда — 0,8/6,67) һәм шуға күрә феррит менән сағыштырғанда юғары ныҡлыҡҡа һәм ҡатылыҡҡа эйә. Шуға ла эвтектоидҡа тиклемге ҡоростар, эвтектоидтан ары ҡоростарға ҡарағанда күпкә үҙлерәк.
 
Ҡороста 2,14 %-ҡа тиклем углерод була. Ҡорос тураһында тимер менән углерод иретмәһе булараҡ фәндең нигеҙен тимер-углерод иретмәләре торошо диаграммаһы — тимер менән углерод иретмәһенең уларҙың химик составына һәм температураһына бәйле фаза торошоноң график сағылышы тәшкил итә. Ҡоростоң механик һәм башҡа характеристикаларын яҡшыртыу өсөн легирлауҙы (ҡушымталар индереү) файҙаланалар. Күпселек ҡоростарҙы легирлауҙың төп маҡсаты — ферритта һәм аустенитта ҡушымта элементтарҙы иретеү иҫәбенә ныҡлығын арттырыу, карбидтар барлыҡҡа килтереү. Бынан тыш, ҡушымта элементтар тутығыуға ҡаршы ныҡлығын, эҫегә бирешмәүсәнлеген арттырырға мөмкиндәр. Хром, марганец, молибден, вольфрам, ванадий, титан кеүек элементтар карбидтар барлыҡҡа килтерәләр, ә никель, кремний, баҡыр, алюминий карбид барлыҡҡа килтермәйҙәр. Бынан тыш, легирлаусы элементтар сыныҡтырғанда һыуыныуҙың критик тиҙлеген кәметәләр, быны сыныҡтырыу режимын (йылытыу температураһын һәм һыуытыу мөхитен) билдәләләгәндә иҫәпкә алырға кәрәк. Легирлаусы элементтарҙың байтаҡ ҙур миҡдарында структура һиҙелерлек үҙгәрергә мөмкин, был углеродлы ҡорос менән сағыштырғанда яңы структур кластарҙың барлыҡҡа килеүенә килтерә.
 
== Рәсәйҙең эре ҡорос етештереүселәре ==
Юл 84 ⟶ 106:
{| class="standard sortable"
|+ ''[[Metal Bulletin]] рейтингта урын
!2007||2006||Ойошма||Етештереү<br /> 2007 йылда|| Етештереү<br />2006 йылда
|-
| ! align="center" |15||! align="center" |12||[[Северсталь]]||! align="center" |16,75 ||! align="center" |17,60
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡорос» битенән алынған