Йән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Йән''' ({{lang-ru|душа}}; лат. anima, animus) — дини һәм ҡайһы бер фәлсәфәүи тәғлимәттәрҙә үлемһеҙ субстанция, матди булмаған нәмә, унда кешенең тәбиғәте һәм асылы, йәшәүен, һиҙеү, фекерләү һәләтен, аңын, хисен, сағыласағылдыра торған төшөнсәләрҙең береһе. [[Дин]] һәм идеалистик [[фәлсәфә]]лә йән, рух — материаль донъяға капма-каршы булған үҙенсәлекле есемһеҙ нәмә. Йән, кеше тәненә кереп, уны йәнләндерә, әүҙем башланғыс булып тора; уның тәбиғәткә бәйләнешһеҙ, ирекле йәшәй алыуын, һиҙеү һәм фекерләү һәләтен, төп шәхси үҙенсәлектәрен тәьмин итә; шуның менән бергә, йән — мәңгелек нәмә.
 
Барлыҡ халыҡтарҙа ла диндә йән, рух төшөнсәләре «теге донъя» тураһындағы өйрәтеүҙәр менән бәйләнгән. Унда әйтелгәнсә, кешегә [[Аллаһ]]ы Тәғәлә йән индерә, унан һуң уны, теге донъяла мәңге йәшәтеү өсөн кире ала. [[Ислам]] динендә кешенең йәнен [[Ғазраил]] фәрештә ала. Йән ауыҙҙан, тын юлы ағзаларынан, тән яраһынан ҡан менән бергә сығып китергә мөмкин. Йән тәндән ваҡытлыса сығып, осоп та йөрөй ала. Кеше был ваҡытта төш күрә. Йән тураһындағы бындай төшөнсә фән әле кеше организмының төҙөлөшөн белмәгән, психик күренештәрҙе аңлатырлыҡ дәрәжәлә үҫмәгән осорҙа барлыҡҡа килгән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йән» битенән алынған