«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
(айырмалар юҡ)

11:57, 7 ғинуар 2021 өлгөһө

«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 20 йыллығы»

юбилей миҙалы Эшсе-Кәрҫтиән Ҡыҙыл Армияһының (РККА) һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының (ВМФ) егерме йыллығы айҡанлы СССР Юғары Советы Президиумының 1938 йылдың 24 ғинуарындағы "Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының ХХ йыллығы» юбилей миҙалын булдырыу тураһында" исемле Указына ярашлы булдырыла.

Миҙал һүрәтенең авторы — рәссам С. И. Дмитриев.

Миҙал тураһындағы положение

«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 20 йыллығы»

юбилей миҙалы менән Ҡыҙыл Армияның һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының команда һәм етәкселек составы кадрҙары бүләкләнә:

  • 1938 йылдың 23 февраленә ҡарата РККА һәм МВФ сафтарында 20 йыл хеҙмәт иткән һәм ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн граждандар һуғышында ҡатнашҡандар РККА һәм МВФ кадрҙары;
  • Граждандар һуғышында хәрби отличиелары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланғандар.

РККА һәм МВФ сафтарында хеҙмәт итеү иҫәбенә 1917 - 1921 йылдарҙа Совет власына ҡаршы булған дошмандарға ҡаршы ойошторолған Ҡыҙыл Гвардия отрядтарында һәм дружиналарында һәм Ҡыҙыл партизан отрядтарында һуғышҡан хеҙмәт осоро индерелә.

Башҡа СССР миҙалдары булған осраҡтарҙа «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының ХХ йыллығы»

юбилей миҙалы «Көнбайыш Себер нефть һәм газ комплексын үҫтереү һәм ер аҫтын үҙләштереү өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла..

Миҙал тасуирламаһы

«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының ХХ йыллығы»

юбилей миҙалы 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк форманан ғибәрәт. Түңәрәктең йөҙө тоноҡ, ситтәрендәге 2,5 мм киңлегендәге күтәрмә ялтыр итеп эшләнгән. Түңәрәктең алғы яғында биш осло ҡыҙыл эмаль йондоҙ урынлашҡан. уның ситтә көмөш менән ҡаймаланған. Түңәрәктең аҫҡы өлөшөндә, йондоҙҙоң аҫы нурҙары араһында, алтынға ялатылған «ХХ» һаны, уның бейеклеге 8 мм, ә киңлеге 7 мм. Һан күтәрмәнең үрге ситенә текәлгән.

Миҙалдың кире яғында винтовканан атып торған ҡыҙылармеецтың һүрәте төшөрөлгән, ул ҡышҡы ҡараул формаһына кейенгән, бейеклеге 25 мм. Аҫта, ҡыҙылармеец фигураһынан уңғараҡ - «1918-1938» яҙыуы.

Миҙал 925-се пробалы оксидатланған көмөштән яһалған, «ХХ» һаны алтынға ялатылған. Миҙалдағы таҙа көмөш күләме — 15,592 г., алтын күләме — 0,10 г.

Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм ңгәләк ярҙамында тоташтырыла, ҡалып һоро төҫтәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған, уның ситтәренән ике ҡыҙыл буй үтә. Таҫманың киңлеге — 24 мм, һәр буйҙың киңлеге 2 мм.

Бүләкләү

1938 йылдың ғинуарынан 1940 йылдың декабренә тиклемге осорҙа 32 172 кеше бүләкләнгән[1].

РККА етәкселек составы буйынса идаралыҡ начальнигы Щаденко Е. А. отчетына ярашлы,1940 йылдың 5 майындағы бүләкләү таблицаһында - 27 575 кеше , ә 1939 йылда 2 515 кеше юбилей миҙалы менән бүләкләнеүетураһында мәғлүмәттәр күрһәтелгән.

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 37 504 кеше миҙал менән бүләкләнгән[2].

Иҫкәрмәләр

  1. КПСС и строительство Советских Вооружённых сил. / Под общ. ред. Н. М. Киряева. 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Воениздат, 1967. — С. 205.
  2. Медаль «XX лет РККА».

Әҙәбиәт

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 25—28. — 301 с. — 3000 экз. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 92—93.

Һылтанмалар