Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биографияһы: күренеште төҙәтеү
4 юл:
 
== Биографияһы ==
Фәтих Әхмәтвәли улы Кәримов [[Өфө губернаһы]] [[Бәләбәй өйәҙе]]<ref>Хәҙер name="РБ"[[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Бишбүләк районы]]</ref> [[Айыт (Бишбүләк районы)|Айыт]] ауылында 1908 йылдың 27 декабрендә тыуған<ref>[https://science.openrepublic.ru/ba/articles/92018/ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы]{{V|10|02|2020}}</ref>. Үҙ ауылында башланғыс белем ала. Йәтим ҡалғанлыҡтан [[Ҡазан]]да бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925—1929 йылдарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында уҡый. Студент мәлендә үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.
 
Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә [[СССР]] һәм ТАССР яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты [[Муса Йәлил]], шағир Һаҙи Таҡташ, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре [[Ғәлимйән Ибраһимов]], Ҡәүи Нәжми, [[Мирсәй Әмир]], [[Хәсән Туфан]] һәм башҡалар менән ТАССР-ҙың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай. Танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин ғәҙел һәм тура һүҙлелеге байтаҡ кешеләргә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.