Икмәк ағасы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
→‎Тышҡы күренеше: пунктуация
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
→‎Ҡулланыу: пунктуация, аныҡлаштырыу
1 юл:
{{Ук}}
'''Икмәк ағасы''' ({{Lang-la|Artocarpus altilis}}) — [[Бер өйлө үҫемлектәр|бер өйлө]] [[Тутағас|тут]] ағасы ғаиләһенә ҡараған Артокарпус.төркөмөнөң бер [[төр]]<nowiki/>ө. Ватаны [[Яңы Гвинея]] һанала, шунан полинезиецтар уны [[Океания]] утрауҙарына күсергәндәр..
 
Инглиз диңгеҙсеһе Уильям Дампир [[XVII быуат]] аҙағында беренсе булып европалыларға урындағы халыҡтың емешен [[икмәк]] менән алмаштыра торған ағас тураһында хәбәр иткән. [[XVIII быуат]] аҙағында [[Ямайка]]ла аслыҡтан һуң плантацияларҙа эшләгән ҡолдар өсөн осһоҙ һәм калориялы аҙыҡ сығанағы булараҡ, бында икмәк ағасын үрсетеү идеяһы тыуған. Ошо маҡсат менән Таити ярҙарына билдәле булған "Бауинти"карабы ебәрелгән, әммә уларҙың йыйған үҫентеләре Вест-Һиндостанға барып етмәгән. Һөҙөмтәлә беренсе икмәк ағастарынағастары Яңы Донъяға [[1793 йыл]]да билдәле булған «Провиденс» карабы алып килгән, һәм был үҫемлектәр [[Ямайка]]ла, [[Сент-Винсент һәм Гренадин|Сент-Винсент]] утрауҙарында, ә аҙаҡ Вест-Һиндостандың башҡа утрауҙарында плантацияларҙың башланғысын биргән. Хәҙер икмәк ағасы тропик илдәрҙең күбеһендә киң таралған.
 
== Этимологияһы ==
8 юл:
 
== Тышҡы күренеше ==
Был шаҡтай ҙур, 20-26 метрға тиклем бейеклектәге һәм бик тиҙ үҫеүсе ағас. Тышҡы күренеше менән ябай [[имән]]де хәтерләтә. Ҡабығы һоро, шыма. Уның ҡайһы бер ботаҡтары йыуан , ҡабырғанан япраҡлы бәләкәй ботаҡтар менән; башҡалары — оҙон һәм нәҙек, осонда япраҡ шәлкеме менән. Үҫемлектең япрағы ғәҙҙәттән тыш төрлөсә: хатта бер ағаста бөтөн япраҡтар ҙа, һәм ҡыйғас теленмә япраҡтар ҙа осрарға мөмкин. Ағастың япраҡ ҡойоуы ла үҙенсәлекле. Климат шарттарына ҡарап, ағас мәңге йәшел йәки япраҡ ҡойоу. рәүешендә булырға мөмкин.
[[Файл:ARS_breadfruit49.jpg|слева|мини|Икмәк ағасы емешен бүлгәндәге]]
Сәскәләре ваҡ, йәшкелт һәм күркһеҙ: ата сәскәләр беренсе сәскә ата һәм оҙонса сәскәлеккә йыйылған була; инәләре — эре тумалаҡ сәскәлеккә йыйылған. Ҡанатлылар менән (крылан (''Pteropodidae'') менән һеркәләнә. Һеркәләнгәндән һуң, инә сәскәлектәр яйлап ҙур емеш булып үҫә, формаһы буйынса йомро [[ҡауын]]ды хәтерләтә.Емештәре берәмләп йәки ботаҡ осонда тәлгәшләнеп барлыҡҡа килә. Йәш емештәр йәшел була,өлгөрә бара һары-йәшел, шунан һары йәки һары-көрән төҫкә инә. Емештең диаметры 30 см-ға етә, ауырлығы — 3-4 кг. Йәшел саҡта емештәре крахмаллы, йомшаҡ аҡ туҡымалы була, ә өлгөргәс, йомшара, аҡһыл һары йәки һары төҫкә инеп шәрбәтләнә. Ағастың бөтә өлөштәрендә лә, шул иҫәптән бешмәгән емештәрендә лә, һөт төҫөндәге йәбешкәк һут-латекс бар.
18 юл:
== Ҡулланыу ==
[[Файл:Breadfruit_Tree.jpg|справа|мини|Икмәк ағасы, Гавайи]]
Донъяның ҡайһы бер өлөштәрендә, бигерәк тә [[Океания|океан]] утрауҙарында, икмәк ағасы— туҡланыу өсөн иң мөһим сығанаҡ. Икмәк ағасы емешенән икмәк бешерәләр, киптерәләр, шәкәрләйҙәр, сей килеш ашайҙар, хатта төрлө тәмлекәстәр, үҙенсәлекле «ҡоймаҡтар» эшләйҙәрәҙерләйҙәр. [[Банан]] кеүек өлгөрөп етмәгәндәрен йәшелсә итеп,өлгөргәндәрен, шәрбәтләнгәндәрен, емеш кеүек файҙаланалар. Емештең өлгөргәнлеген уның ҡабығына һарҡҡан латекстан билдәләйҙәр. Тәме буйынса ҡыҙҙырылған емеш икмәккә ҡарағанда бер аҙ [[Бәрәңге|картуфты]] хәтерләтә.Киптерелгән икмәк (сухари) бик оҙаҡ һаҡлана, бер нисә йылға тиклем<ref>Balick, M. & Cox, P. (1996). Plants, People and Culture: The Science of Ethnobotany. New York: Scientific American Library HPHLP, p.85</ref>. Полинезиецтар ([[Самоа]]) икмәк ағасының емештәрен оҙаҡ һаҡлау ысулдарын уйлап тапҡандар. Уларҙы таҙартҡандар, киҫкеләп, һуңынан геликоний һәм [[банан]] япраҡтарына төрөп күмгәндәр. Емештәр әсей, ҡамыр массаһына әүерелә (''masi''), тик серемәй, бер нисә йыл дауамында ашарға яраҡлы булып ҡала. Һуңынан был массаны геликоний япрағына төрөп, кокос майында ҡуралар.
 
Бешкән һәм ҡыҙҙырылған икмәк ағасының орлоҡтарын бешереп тә,тоҙ менән ҡурып та ашайҙар. Шулай уҡ емештәре һәм япраҡтары мал аҙығына ла бара (кәзәләр, сусҡалар һәм башҡалар өсөн). Икмәк ағасының киптерелгән йомшағында (мякоть) 4,05 % аҡһым, 76,70 % углевод һәм 331 ккал 100 гр. бар. Икмәк ағасы емешенең аҙыҡ ҡиммәте 100 граммда крахмал 60-80 %-ҡа, шәкәр 14 процентҡа, майҙар 0,2—0,8 %.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Икмәк_ағасы» битенән алынған