Альфред Хичкок: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
39 юл:
 
1934 йылда Хичкок алты билдәле фильмының беренсеһе булған «[[Человек, который слишком много знал (фильм, 1934)|Человек, который слишком много знал]]», фильмын төшөрә<ref name="Ру-биография-Альфред"/>.
 
=== Өлгөрөү йылдары ===
Икенсе донъя һуғышы башланыу менән Бөйөк Британияла фильмдар сығарыу туҡтап ҡала, һәм Хичкок [[Голливуд]]ҡа китә (1939), унда [[Беверли-Хиллз]]да йәшәй<ref name="кино-театр"/>. Хичкок йондоҙло продюсер [[Дэвид Селзник|Дэвид Селзник]]та эшләй башлай, ул йыш ҡына ижади процесҡа ҡыҫыла, ләкин шул уҡ ваҡытта финанс һәм яҡшы матбуғат тәьмин итә. Уныҡ бәйләнештәре арҡаһында Хичкокотың беренсе Америка фильмы йылдың иң яҡшы фильмы булараҡ «[[Ребекка (фильм, 1940)|Ребекка]]» фильмы «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» яулай. Әмма фильмды сығарыу һуғышҡа әүерелә. Хичкок ни өсөн тап продюсер руль алдында торорға тейешлеген тулыһынса аңламай. Етмәһә, Селзник аңлы, аңлайышлы, ябай ҡарарҙарға ынтылып, түбәнәйтеүгә уйнай. Бәхәс «Ребекканың» финалында R хәрефе арҡаһында бәхәс сыға. Селзник литераның күтәрелеп килгән төтөн болотонда уҡылыуын теләй. Хичкок мендәрҙә булыуына ныҡыша. «Ребекканың» аҙаҡҡы монтажын продюсер яһай<ref>{{статья|автор= Степанов В. |заглавие = Сила притяжения |ссылка= http://seance.ru/blog/selznick-110 |язык = |издание= Сеанс |тип= |место = |издательство = |год = 10 мая 2012 |том = |номер = |страницы = |doi = |issn =}}</ref>
 
1942 йылдың 26 сентябрендә Лондонда Хичкоктың әсәһе — Эмма Джейн вафат була<ref name="Ру-биография-Альфред"/>.
 
1948 йылда Хичкок үҙенең беренсе төҫлө «[[Верёвка (фильм)|Верёвка]]» фильмын төшөрә<ref name="Ру-биография-Альфред"/>.
 
[[Файл:Alfred Hitchcock and his wife.JPG|200px|мини|Ҡатыны [[Ревиль, Альма|Альма Ревиль]] менән 1955 йылда]]
1940 йылдарҙа Хичкок йылына яҡынса берәр фильм төшөрә, ә 1948 йылдан уларҙы үҙе үк продюсерлай. Уның яртаҡан актёрҙары [[Грант, Кэри|Кэри Грант]], [[Стюарт, Джеймс (актёр)|Джеймс Стюарт]], [[Келли, Грейс|Грейс Келли]] була. Карьераһының иң юғары нөктәһенә Хичкок 1950 йылдарҙа үҙенең эре бюджетлы текниколорлы — ҡайһы саҡта комедиялы («[[Неприятности с Гарри]]», «[[Поймать вора]]»), ҡайһы саҡта эстетиканы белдергән «[[бондиана|бондианала]]» («[[К северу через северо-запад]]») проекттары менән эйә була. 1950 йылдарҙан башлап режиссёр телевидениела әүҙем эшләй башлай (сериал «[[Альфред Хичкок представляет (телесериал, 1955)|Альфред Хичкок представляет]]»).
 
[[1952 йыл]]дың [[17 ғинуар]]ында Хичкоктың ҡыҙы Джозефа О’Коннелға кейәүгә сыға, унан өс ҡыҙы тыуа: Мэри, Тереза һәм Кэтлин<ref name="Ру-биография-Альфред"/>.
 
Альфред Америка гражданлығын [[1955 йыл]]дың 20 апрелендә алғас, [[АҠШ]]-тың тулы хоҡуҡлы гражданы булып китә<ref name="Ру-биография-Альфред"/>.
 
Үҙҙәренең стандарт булмаған хикәйәттәре һәм тәрән психологизмы менән Европа [[арт-хаус]]ына йоғонто яһаған «[[Окно во двор]]» (1954) һәм «[[Головокружение (фильм)|Головокружение]]» (1958) фильмдарынан һуң, режиссёр тағы ла эксперименталь, хатта шаҡ ҡатырғыс алымдар ҡуллана башлай. Шау-шыулы «[[Психо]]» (1960) һәм «[[Птицы (фильм, 1963)|Птицы]]» (1963) картиналары Хичкоко ижадында айырым урын биләй; уларҙы ҡайһы саҡта ҡот осҡос фильмдар кеүек билдәләйҙәр.
 
«[[Марни]]» (1964) фильмынан башлап Хичкок эштәре тамашасы һәм тәнҡитселәр тарафынан бик тыйнак кабул ителә. Голливуд киноһына ҡарата тәнҡитле ҡараш булыуға ҡарамаҫтан Хичкокты француз «яңы тулҡыны» тәнҡитселәре ярата. 1957 йылда [[Эрик Ромер]] һәм [[Шаброль, Клод|Клод Шаброль]] Францияла Хичкок ижадын өйрәнеүҙе баҫтырып сығара. Буласаҡ режиссёрҙар католицизм һәм «ғәйепһеҙ» һәм «аҙ ғәйепле» герой араһында һәм «аҙ ғәйепле» антигерой һәм герой араһында «ғәйепте бүлеү» кеүек ҡабатланып килгән мотивтарға иғтибар итеп, Хичкокотың тәүге ҡырҡ дүрт фильмын өйрәнә. [[Трюффо, Франсуа|Франсуа Трюффо]] күңел асыу киноһының тышсаһы артында автор ҡарашын күреп кенә ҡалмай, ул Хичкокҡа оҡшаған бер нисә фильм төшөрә һәм үҙенең кумиры менән интервью китап баҫтырып сығара. Хичкоктың ныҡ йоғонто яһаған фмльмдары булып [[Шаброль, Клод|Шабролдең]]<ref>{{Cite news|title=Журнал «Сеанс» Умер Клод Шаброль|url=http://seance.ru/blog/chabrol/|work=Журнал «Сеанс»|accessdate=2017-08-09|language=en}}</ref><ref>{{Cite news|title=Клод Шаброль. Главный долгожитель родом из "новой волны"|url=https://ria.ru/culture/20100624/249858002.html|work=РИА Новости|date=20100624T1615+0400Z|accessdate=2017-08-09|language=ru}}</ref> һәм [[Де Пальма, Брайан|Брайан Де Пальманың]] фильмдары тора<ref>{{Cite news|title=Брайан Де Пальма: Мы с Тарантино - единственные, кто чтит традиции Хичкока!|author=|first=|last=|url=https://www.crimea.kp.ru/daily/26068.2/2974822/|work=KP.RU - сайт «Комсомольской правды»|date=2013-04-24|accessdate=2017-08-09|language=ru}}</ref>. Һуңғыһы, «Головокружение» фильмы тураһында әйтеп: «Мин Хичкоктың грамматикаһынан күп нәмә ҡулландым» тип билдәләй<ref>{{cite web|url=https://tvkinoradio.ru/article/article4367-nado-videt-lyubimie-filmi-brajana-de-palmi|title=Надо видеть: любимые фильмы Брайана Де Пальмы|publisher=tvkinoradio.ru|lang=ru|accessdate=2017-09-10}}</ref>.
 
2008 йылда яҙған Америка тикшеренеүсеһе Паула Маранц Коэн фекеренсә: «Хичкоктың теориясылар һәм кинематографистар өсөн ҡыҙыҡлы булыуын арттырыу мөмкин түгел. Уның ижадын өйрәнеү-киноның бөтөн тарихын өйрәнеүгә иң практик юл»<ref>{{Cite web|url=https://www.britishcouncil.ru/hitchcock9/nine-reasons/do-we-love-hitchcock|title=Чарльз Барр: Любим ли мы Хичкока? {{!}} British Council|publisher=www.britishcouncil.ru|lang=ru|accessdate=2017-09-12}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==