Альфред Хичкок — версиялар араһындағы айырма

1645 байт өҫтәлгән ,  1 месяц назад
ә (→‎top: clean up using AWB)
Ғүмеренең һуңғы йылында Америка кино институты премияһы ала, ә королева [[Елизавета II]] рыцарь исеме бирә.
 
== Сығышы ==
Альфред Хичкоктың ҡарт олатаһы Чарльз Хичкок Лондон янындағы Стратфордта йәшәгән һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән{{нет АИ|16|11|2020}}. Уның улы Джозеф та атаһы, ағалары һәм иптәштәре менән бергә башта балыҡсылыҡ кәсебе менән аҡса эшләгән, 1851 йылда ирланд ҡыҙы Энн Махониға өйләнгәс, тиҙҙән был шөғөлөн ташлай һәм йәшелсә менән сауҙа итә башлай.
Джозеф менән Энндың туғыҙ балаһы була. Альфред Хичкоктың буласаҡ атаһы Уильям, тормош юлын һайлап, атаһы юлынан китергә була. 1887 йылда ул никахка инә. Өс йылдан һуң, 1890 йылда, атаһының хөрмәтенә аталған Уильям исемле улы тыуа, ә тағы ике йылдан һуң (1892 йылда) ҡыҙы, Эллен Кэтлин донъяға килә.
1896 йылда ғаилә Лейтонстонға күсенеп килә, унда Хичкоктар бәләкәй генә генә йорт һалалар. Ул ваҡытта Лейтонстоун Лондондың ҙур булмаған ҡалаһы булған, ул Лондондың үҙәк өлөшөнән төньяҡҡа ҡарай 5 миль алыҫлыҡта, Темзаға ҡоя торған Ли йылғаһы янында урынлаша.
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
* Альфред Хичкок камеоһы — Альфред Хичкоктың үҙ фильмдарында уйнаған эпизодик ролдәре(камео), улар режиссёрҙың фирма стиленә әүерелә.
21 768

үҙгәртеү