Матьяш I (Венгрия короле)
Матьяш I Корвин (Ма́тьяш Ху́ньяди; 23 февраль 1443 йыл, Коложвар, хәҙер Клуж-Напока, Трансильвания — 6 апрель 1490 йыл, Вена, Австрия) — Трансильвания магнаты Хуньяди ырыуынан сыҡҡан венгр короле, ул идара иткән дәүерҙә урта быуат Венгрия короллеге үҙенең ҡөҙрәтенең иң бейек нөктәһенә еткән. Матьяш 1458 йылдың 24 ғинуарында Венгрия короле итеп иғлан ителгән. Шулай уҡ Хорватия (1458 йылдан), Чехия короле лә (1469 йылдан) һәм Австрия герцогы ла (1487 йылдан) булған.
Матьяш I Корвин | ||
Hunyadi Mátyás (Matei Corvin) | ||
| ||
---|---|---|
1458 йылдың 24 ғинуары — 1490 йылдың 6 апреле | ||
Коронация: | 1464 йылдың 29 марты | |
Алдан килеүсе: | Ласло V | |
Дауамсы: | Уласло II | |
Тыуған: | 24 февраль 1443[1] или 23 февраль 1443[2] Клуж-Напока, Венгрия короллеге | |
Үлгән: | 6 апрель 1490 (47 йәш) или 7 апрель 1490[2] (47 йәш) Вена, Изге Рим империяһы[2] | |
Ерләнгән: | Секешфехервар | |
Династия: | Хуньяди[d] | |
Атаһы: | Янош Хуньяди[d] | |
Әсәһе: | Эржбет Силадьи[d] | |
Супруг: | Катержина из Подебрад[d], Беатриса Арагонская[d] һәм Елизавета Целейская[d] | |
Балалары: | Янош Корвин[d] Н. Хуньяди[d] | |
Партия: | политик до появления политических партий[d] | |
Автограф: | ||
Тиҫтә йылдар буйына дауам иткән феодал хаостан һуң, күп ҡатлам реформалар үткәреү юлы менән, венгр дәүләтселеген тергеҙгән. Көнсығыш Европаның тәүге яңырыу (ренессанс) хөкөмдары, рәссамдарҙың һәм архитекторҙарҙың ҡурсалаусыһы. Уның Изге Рим империяһы хакимы (императоры) Фридрих III менән көндәшлеге Габсбургтар менән ҡораллы низағҡа килтергән, һәм Корвин Венаны яулап алған.
«Корвин» йәки «Ҡоҙғон» ҡушаматы уға, дәүләт гербында тап ошо ҡош һүрәтләнгәнлектән, йәбешкән. Венгр телендә уның исеме Hunyadi Mátyás йәки Mátyás király («король Матьяш») булып яңғырай, латинса Matthias Corvinus («ҡоҙғон»), словакса Matej Korvín, чех телендә Matyáš Korvín, румынса Matei Corvin, серб-хорват телендә Matija Korvin. Корвин астероиды (1442)[3] бар.
Сығышы
үҙгәртергәЭржебет Силадьи һәм Балҡан ярымутрауына һөжүм иткән Ғосман империяһына ҡаршы көрәште етәкләгән һәм шуның арҡаһында абруй яулаған күренекле полководец Янош Хуньядиҙың кесе улы. Матьяштың тәрбиәселәре араһында үҙәк европа гуманизмының алдынғы вәкилдәре — Янош Витез һәм Григорий Сяноцкий булған. Антонио Бонфини мәғлүмәтенә ярашлы, Матьяшты, грек һәм төрөк телдәренән башҡа, «Европаның бөтә телдәренә» өйрәткәндәр; был, әлбиттә, шаштырыу, ләкин ул, ысынлап та, венгр теленән тыш, поляк, чех, немец, һәм латин телдәрен белгән. Серб деспоты Юрий Бранкович һәм уның кейәүе Словения графы Ульрик Циллеи менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, 1451 йылда Матьяш Ульрик Циллеиҙың ҡыҙы Эржебет (Елизавета) менән никахлаша, әйткәндәй, 1455 йылда ҡатыны вафат булған.
1456 йылда Белград янында уның атаһы Янош Хуньяди төрөктәрҙе ваҡытлыса туҡтата алған, әммә тағун (чума) эпидемияһы башланып китеү һөҙөмтәһендә вафат булғас, ә уның уңыштары сабый ғына король Ласло V (Ладислав Постум) артында тороусы әйләнәне борсоуға һалған булған. Хуньяди ғаиләһен власҡа яҡынайтмау маҡсатында, 1457 йылда король Хуньядиҙың өлкән улы — Ласло Хуньядиҙы дәүләткә хыянат итеүҙә һәм Ульрик Циллеиҙы үлтереүгә мөнәсәбәте бар тигән ғәйеп тағып, язаларға бойорған, ә 14 йәшлек Матьяш Хуньяди башта Венала, һуңынан Прагала зинданға ябылған. 1457 йылдың 23 ноябрендә Ласло V ҡапыл үлгәндән һуң, сираттағы король итеп Матьяш Хуньядиҙы һайлау маҡсатында, Хуньяди ғаиләһен эҙәрлекләүгә ҡаршы торған урта милли дворянлыҡ вәкилдәре көрәше тоҡанған.
Тәхеткә ултырыу
үҙгәртергә1458 йылдың ғинуарында ҡала халҡы һәм сағыштырмаса бай булмаған дворянлыҡ, Буда ҡәлғәһе янында Дунай боҙонда баҫып тороп, Матьяшты Венгрия короле тип иғлан иткән. Шул уҡ ваҡытта Матьяштың әсәһенең туғаны Михай Силадьи 15 мең кешенән торған ополчениеһы менән Ракошмезе йыйылышына килгән һәм ер биләүсе барондарҙы Матьяш Хуньядиҙы король итеп ултыртырға мәжбүр иткән. Яңы иғлан ителгән хаким был ваҡытта, 1458 йылдың февраленә саҡлы, Изге Иштван тажы әлегә Изге Рим империяһы императоры Фридрих III Габсбург (Австриялы) ҡулында булғанлыҡтан, әсәһе Эржебет Силадьи улы өсөн 60 000 алтын флорин йолом (выкуп) түләгәнгәсә, Прагала тотҡонлоҡта булған.
Әммә Матьяштың тәхеткә ултырыуы ла йәмғиәттәге ҡаршы тороуҙы туҡтатмаған: Михай Силадьи (уның тирәһендә барондар төркөмләшкән) һәм гуманист аҡыл эйәһе һәм яңы королдең тәрбиәсеһе эстергом архиепискобы Янош Витез төркөмдәре араһында Хуньядиға тәьҫир итеү ыңғайынан йәшерен көрәш тоҡанған. 1458 йылда Чехия короле булып киткән элекке гусит-чашник Йиржи (Георгий) Подебрад (тап ул, йоломға алмаштырып, Матьяшты азат иткән) менән һөйләшеүҙәр алып барған Янош Витез еңеүсе булып сыҡҡан.
Янош Витездың позицияһы көсәйеүе арҡаһында, ул яңы канцлер булып киткән, ә Йиржи Подебрадтың ҡыҙы Каталина (Катаржина) Подебрад 1463 йылда (14 кенә йәшлек королева бала тапҡан саҡта үлгән, шулай уҡ яңы тыуған сабый ҙа оҙаҡ йәшәмәгән) Матьяш Хуньядиҙың тәүге ҡатыны булған. Үҙ сиратында, үҙенә вазифа һәм регент власы талап иткән Михай Силадьи дәүләт идаралығынан ситләштерелгән һәм төрөк походына ебәрелгән, әйтер кәрәк, шунда һәләк булып ҡалған. Силадьи яҡлаған ҡөҙрәтле Гараи нәҫеле лә властан яҙған. Эре ер биләүселәр — палатин Ласло Гараи һәм трансильван воеводаһы Миклош Уйлаки етәкселегендәге барондар — королдең бындай ҡарарҙарына ҡаршы сыҡҡандар һәм Фридрих III-нө Көнбайыш Венгрияға һөжүм итергә димләгәндәр. Барондарҙың ризаһыҙлығы 1463 йылға саҡлы дауам иткән.
1463 йылда Матьяш Иштван I-нең Изге тажын австрий Габсбургтарынан 80 000 алтын форинт йоломға алған, өҫтәүенә Фридрих III, Матьяшты тәрбиәгә алғанлығын раҫлаған һәм, Матьяш вариҫ ҡалдырмай үлеп-фәлән ҡалған осраҡта, Габсбургтар династияһы венгр тәхетенә эйә булыу мөмкинлеге тураһында әйтелеп кителгән бына ошо килешеү, һуңғараҡ Габсбургтарҙың Венгрия тәхетенә дәғүәләшеүенә нигеҙ булып торған. 1464 йылдың 29 мартында венгр хакимына Изге таж кейҙерелгән.
Эске сәйәсәт
үҙгәртергәМатьяш Корвин хакимлығы башында уның сәйәсәтен Янош Витез билдәләгән. Матьяш Хуньяди һәм Янош Витез король власын барондарға ҡаршы йүнәлтелгән үҙәкләштереүҙән башлаған һәм урта дворяндарҙан, ҡала бюргерҙарынан һәм хәлле крәҫтиәндәрҙән торған дәүләт аппаратын формалаштырыуҙан башлаған. Аристократтар уҙғарған феодал рекрут наборҙары регуляр ялланған милли ғәскәр — «Ҡара армия» менән алмаштырылған.
Король ғәскәрҙәренең барондарҙан бойондороҡһоҙ булыуын тәьмин итеү маҡсатында финанс реформаһы уҙғарылған. Матьяш идара иткән осорҙа регуляр рәүештә һалым (1467) йыйыу ойошторолған, шуға өҫтәп, үҙенең 33 йыл буйы батшалыҡ иткән йылдарында 40 тапҡырҙан артығыраҡ «ғәҙәттән тыш һалым» индереүҙе иғлан иткән. Түбән ҡатлам сығышлы кешеләрҙән торған сауҙагәр һәм Славония баны йәһүд- выкрест Янош Эрнуст етәкселегендәге Казначейство (махсус финанс органы) эше яйға һалынған. Йомғаҡлап әйткәндә, тәхеттең йыллыҡ килеме үҫеше дүрт тапҡырға артҡан һәм миллион форинтҡа еткән булырға тейеш. Икенсенән, ҡаты һалым талауҙары Трансильванияла өс милләт союзы ихтилалына алып килгән. Матьяш, ахыры, молдавия господары Бөйөк Стефан III ихтилалсыларға таяныс булып тора тип шикләнгән, шуның өсөн Молдоваға һөжүм иткән, әммә был Байи янындағы ҡаты алышта уның ҡыйралышы менән тамамланған.
Тышҡы сәйәсәт
үҙгәртергәАрмияһын һәм һалым системаһын яңынан үҙгәртеп ҡороу арҡаһында, Матьяш Корвин Чехияла, Сербияла, Австрияла һуғыш алып бара алған. 1462 йылда ул Словакияла кескәй күләмдәге хәрби операциялар үткәргән һәм Венгрияға алдараҡ Брандыстан сыҡҡан Ян Искра командалығында ялланған гуситтар яулаған бер нисә ҡәлғәне кире ҡайтарған. Тышҡы һуғыштар алып барыу маҡсатында Матьяш заманы өсөн алдынғы махсус «Ҡара армия» булдырған, һәр дүртенсе пехота һалдаты — Көнбайыш Европала тәү тапҡыр — фитилле аркебуза менән ҡоралланған булған.
Ғосман империяһы менән көрәш
үҙгәртергә1464 йылда Матьяш Хуньяди папа Пий II саҡырыуы менән 1459 йылда Сербияны буйһондорған төрөк-ғосмандарға ҡаршы хәрби походҡа сыҡҡан һәм Босния ҡәлғәһе Яйцены яулап алған. Әммә Рим папаһының үлеме Матьяштың бөтөн европа Тәре яуҙары ойоштороу тураһындағы хыялын һыҙып ырғытҡан һәм хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатырға мәжбүр иткән. Матьяш идара иткән осорҙа, ғөмүмөн, солтан менән килешеү һаҡланған, һәм төрөктәр һирәк (спорадик) һөжүм иткән. Трансильванияға шундай һөжүмдәрҙең береһен 1479 йылда Кеньейрмезё эргәһендә венгр короленең ике полководецы, Пал Кинижи һәм Иштван Батори, кире ҡаҡҡан.
Артабан, венгр короле, төрөк экспансияһын үҙ аллы йәки ситуатив союз ярҙамында туҡтата алмаҫын аңлап, Ғосман империяһының үҫә барған ҡеүәтенә эффектив ҡаршы торор өсөн, бәлки, Венгрия, Чехия, Австрия һәм, ихтимал, шәхси уния нигеҙендә Польша ингән, берҙәм Дунай монархияһын булдырырға һәм хәрби потенциал менән ғосмандарҙы уҙып китергә кәрәк тип фекер йөрөткән. Үҙәк Европа илдәренең яҡынайыу тенденцияһы XIII быуаттан бирле күҙәтелгән, һәм был планда регионды берләштереү роленә дәғүә иткән Габсбургтар һәм Ягеллондар Матьяштың төп көндәштәре булған. Матьяштың бындай позицияһы, король тик үҙ амбицияһын ғына ҡайғырта тип иҫәпләгән фекерҙәштәренең байтаҡ өлөшөндә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, ә күрше христиан илдәренә ҡаршы көрәшкә тырышлығын туплауы (концентрация) Венгрияның ысын дошманынан — Оттоман Портаһынан иғтибарҙы ситләштерә тигән һығымтаға килтергән уларҙы. Феодалдарҙың байтаҡ өлөшө Корвинға ҡаршы сыҡҡан, ә хәрәкәттең рухи илһамландырыусылары Янус Паннониус һәм архиепископ Янош Витез булған. Янош Витез Эстергомға зинданға ябылған, һәм оҙаҡламай шунда вафат булған.
Чехия һәм Австрияла һуғыш
үҙгәртергә1468—1478 йылдарҙа Чехияны яулап алыу маҡсатында ун йыллыҡ һуғыш барған. Венгрия өсөн был һуғыш Матьяш 1468 йылдың 8 апрелендә Пожониҙа үҙен католик динен яҡлаусы тип иғлан иткән манифест сығарған һәм Подебрадтан булған Йиржиға һуғыш асҡан. Тиҙҙән ул, Польша короленә союз төҙөү тәҡдиме менән һәм уның ҡыҙы Ядвиганың ҡулын һорап, Протасий Оломоуцкийҙы Краковҡа ебәргән, әммә ыңғай яуап алмаған.
1469 йылдың 3 майында Оломоуцта Корвин Чехия короле тип иғлан ителгән, әммә Подебрадтан булған Йиржиның вафатына саҡлы Матьяштың был титулы формаль булып ҡалған. Әммә 1471 йылдың 27 майында Куттенбергта үткән икенсе чех съезы 15 йәшлек Владислав Ягеллонды, Венгрияның буласаҡ короле Уласло II-не (1490 йылдың 15 июленән) һайлаған. Оҙаҡҡа һуҙылған ҡаршы тороу башланған, әммә Вроцлавты (Борослава, Бреслау) уңышлы баҫып алыу һәм ҡулда тотоу арҡаһында Матьяш поляк-чех армияһы менән килешеү төҙөүгә өлгәшкән. Һөҙөмтәлә, 1478 йылдан Матьяшты ла, Владиславты ла король тип йөрөткәндәр, ә чех биләмәләрен ике хөкөмдар бүлешеп алған: асылда Чехия Владиславҡа, ә Силезия һәм Моравия — Корвинға тейгән.
Үҙәк Европала сауҙа гегемоны булыу өсөн Силезияға эйә булыу мөһим роль уйнаған, әммә сәйәси өҫтөнлөк (доминирование) маҡсатында Австрияны юҡ итеү кәрәк булған. Фридрих III-нөң контрибуция түләүҙән баш тартҡаны менән файҙаланып, 1482 йылда Венгрия Австрияға һуғыш асҡан, һәм был һуғыш Матьяш өсөн уңышлы тамамланған. 1485 йылда ул үҙенең яңы резиденцияһына әйләнгән Венаны яулап алған. Матьяш, хакимлығы аҙағына, элегерәк Габсбургтарҙыҡы булған Австрияны, Славонияны, Штирияны һәм Каринтияны үҙенең биләмәләренә ҡушҡан. 1482 йылда Матьяш Хуньяди Рус дәүләте менән дипломатик бәйләнештәр урынлаштырған (Будаға бөйөк мәскәү кенәзе Иван III-нөң илсе вәкиле Фёдор Курицын килгән).
Матьяш Хуньяди һәм мәҙәниәт
үҙгәртергә1476 йылда Матьяш, тәүе ҡатыны үлгәндән һуң, неаполитан короле Фернандо I-нең ҡыҙы Беатрисе Арагонскаяға өйләнгән, һәм Венгрия итальян Ренессансы мәҙәниәтенә ылыҡҡан; батшабикә (королева) халыҡ араһында билдәлелек менән файҙаланған, королдең мәғрифәтселек эшмәкәрлеген хуплаған. Беатриса үтенесе буйынса, Матьяш Италияға, Мәхмәт II баҫып алған Отранто ҡалаһын азат итеү маҡсатында, генерал Балашты ебәргән, һәм ҡала төрөктәрҙән 1481 йылда тартып алынған. Король менән Беатрисаның улдары булмауы уларҙы хәсрәтләндергән.
Күҙ яуын алырлыҡ король һарайы, «Дунай ынйыһы» үҙенә бөтөн Европаның ғалимдарын, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, гуманистарын һәм белемле ябай халыҡты үҙенә тартып торған. Корвиндың данлыҡлы китапханаһы, моғайын, ватикан китапханаһынан ҡала, континентта иң ҙуры булған. Төрлө баһалауҙар буйынса, Матьяш китапханаһында ул заман өсөн иң ҙур һаналған 2500 кодекс һаҡланыуы мөмкин булған; ҡайһы берҙәре бер экземплярҙа ғына (византий императоры Константин Багрянородныйҙың «Церемониялар тураһында» һәм Никифор Каллисттың «Сиркәү тарихы» трактаты) булған. Китап һатып алыу һәм уларҙы күсереп яҙыу өсөн, шулай уҡ боронғо грек теленән латинсаға тәржемә итер өсөн король аҡса йәлләмәгән. 1473 йылдан немец Андреас Гесс Будала китап баҫа башлаһа ла, Корвин китапханаһындағы томдарҙың күпселеге — ул иллюстрацияланған ҡулъяҙмалар. Китаптарҙы йыш ҡына Флоренцияла, ундағы китап һатыусыларға заказ биреп һатып алған һәм улар билдәле флорентий миниатюрсылары тарафынан биҙәлгән. Бер аҙҙан китаптарҙы күсереп яҙыу, биҙәү һәм төпләү маҡсатында Будалағы король һарайында скрипторий булдырылған. Китапхана һаҡлаусы вазифаһын юғары мәғрифәтле гуманистар Марцио Галеотто һәм Тадео Уголетти башҡарған.
Корвин китапханаһына христиан сиркәүе "аталары"ның, византий яҙыусылары һәм урта быуаттар схоласттары яҙмалары, һәм Иртә Ренессанс яҙыусыларының ике телле (грек-латин) версиялы әҫәрҙәрен индерә, ләкин уның ул ваҡыттың шуға оҡшаған йыйынтыҡтарҙан төп айырмаһы королдең шәхси ҡыҙыҡһыныуын сағылдырған антик әҙәбиәте авторҙарының грек телендәге бик күп донъяуи китаптарына бай булыуында. Ул тарихсылар — Ливий, Юлий Цезарь, Курций Руф һәм Силий Италик (Матьяштың итальян тарихсыһы Помпоний Лет менән яҙышҡан хаттары һаҡланған, һәм Силийҙы Икенсе пуник һуғышы тураһындағы хеҙмәтен ебәргәне өсөн рәхмәт әйтә) хеҙмәттәрен уҡырға яратҡан. Фәлсәфәне һәм теологияны яҡшы белгәнлектән, ул һарайҙағы дискуссияларҙа тиң ҡатнаша алған. Шулай уҡ ул хәрби фән һәм тактика буйынса хеҙмәттәр менән таныш булған, һәм астрономия һәм астрология менән ҡыҙыҡһынған.
Короллектең төньяғындағы ҡалалар, шулар иҫәбендә хәҙерге Словакия территорияһында урынлашҡандары, Яңырыу үҙәктәренә әйләнгәндәр, ә Венгрия күп кенә күрше дәүләттәргә, Бөйөк Литва кенәзлегенә лә, байтаҡ мәҙәни йоғонто яһаған. 1465 йылда Матьяш Корвин Братиславала Истрополитану Академияһына — Словакиялағы тәүге университетҡа нигеҙ һалған. Матьяш Хуньяди осоронда 1488 йылда Янош Туроциҙың венгрҙарҙы һундар тоҡомдары тип, ә Корвинды — «икенсе Аттила» тип танытҡан «Chronica Hungarorum» китабы сыҡҡан.
Һуңғы йылдары
үҙгәртергәВенала Тал Йәкшәмбеһен (Вербное Воскресенье) байрам иткәндә, 1490 йылда, король Матьяш сирләп йығылған һәм ике көн интеккәндән һуң, 6 апрелдә, һәләк булған. Изге Стефан вена соборында йыназа уҡығандан һуң, король кәүҙәһе Секешфехервар базиликаһында 1490 йылдың 24 или 25 апрелендә ерләнгән.
Королдең никахтарынан вариҫ тыумаһа ла, Матьяштың берҙән-бер тере вариҫы 1473 йылда никахтан тыш Барбара исемле һөйәркәһенән 1473 йылда тыуған Янош Корвин ғына булған. Матьяштың ғүмере ахырында уны законлы тәхет вариҫы тип танытырға тырышыуы файҙаһыҙ булған.
Хакимлығы әһәмиәте
үҙгәртергәТарихнамәлә Матьяш Корвин идара иткән йылдарҙы бойондороҡһоҙ Венгрия короллегенең һуңғы күтәрелеш дәүере тип йөрөтәләр. Дөйөм алғанда, Матьяш үҙәкләштерелгән дәүләт төҙөгән, әммә Ғосман империяһы агрессияһы һәм Венгрия короллегенең үҙендә күҙәтелгән юғары ижтимағи көсөргәнешлек арҡаһында оҙаҡ ваҡыт тотороҡло йәшәй алмаған.
Ауыҙ-тел ижадында уның тураһында «ғәҙел король» тигән иҫтәлектәр һаҡланған — халыҡ араһында «Матьяш үлде, уның менән ғәҙеллек тә үлде» тигән әйтем дә йөрөгән. Замандаштары венгр короле Корвиндың сығышын, үҙе пропагандалағанса, рим императорҙарының Юлий-Клавдийҙар һәм Эней династияһынан тип ҡабул иткән, һәм ул урта быуаттар Европаһының «һуңғы рыцары» данына тулыһынса лайыҡ булған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.britannica.com/biography/Matthias-I
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Matyáš Korvín I., uherský král, 1443-1490 // https://tritius.kmol.cz/authority/701557 (чеш.)
- ↑ Ҡалып:Sbdb
Һылтанмалар
үҙгәртергә
Элек эшләүсе: |
Венгрия короле |
Алмашҡа килеүсе: |