Андрес Масали (исп. Andrés Mazali; 22 июнь 1902 йыл, Монтевидео30 октябрь 1975 йыл) — Уругвай футболсыһы, ҡапҡасы. Ике тапҡыр Олимпия чемпионы (1924, 1928).

Футбол
Футбол
Андрес Масали
Информация
Тыуа 22 июнь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Монтевидео, Уругвай
Вафат 30 октябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (73 йәш)
Ҡалып:Вафат булыу урыны, Уругвай
Гражданлығы Уругвай Уругвай
Карьера
Клуб карьераһы*
1919—1930 Уругвай Насьональ 267
Йыйылма командаһы**
1923—1929 Уругвай Уругвай 21 (−20)
Халыҡ-ара миҙалдары
Олимпия уйындары
Алтын Париж 1924 футбол
Алтын Амстердам 1928 футбол
Көньяҡ Америка чемпионаттары
Алтын Монтевидео 1923
Алтын Монтевидео 1924
Алтын Сантьяго 1926
Көмөш Лима 1927
Бронза Буэнос-Айрес 1929
Көньяҡ Америка чемпионаты
Алтын 1920

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Биографияһы үҙгәртергә

1920 йылда 400 метрға ҡаршылыҡтар аша йүгереү буйынса Көньяҡ Америка чемпионы була[1]. Баскетбол буйынса Уругвайҙың Олимпия йыйылма командаһы составына инә.

1920 йылдарҙа донъя футболының суперйондоҙо була. Урдинаран Сантос, Эктон Скарон һәм Хосе Леандро Андраде менән бер рәттән 1924 һәм 1924 йылдағы Олимпиада чемпионы булған Уругвай йыйылма командаһы составындағы билдәле дүртәүҙең береһе. Үрҙә атап үтелгән футболсылар барыһы ла 1930 йылда Донъя чемпионы титулын яулай. Масали иһә тарихҡа һуңғы мәлдә режимды боҙған өсөн тренер Альберто Суппичи уны исемлектән һыҙып ташлауы менән инеп ҡала. Футболсыларға ҡояш байығандан һуң күнекмә базаһынан сығырға ярамай, әммә Масали (уны билдәһеҙ блондинка менән күрәләр) тыйыуҙы боҙа һәм уның урынына йыйылма командаға «Рампла Хуниорс»тан Энрике Бальестерос алына. Ул турнирҙа яҡшы уйын күрһәтә һәм донъя чемпионы исеменә эйә була.

Масали башҡаса йыйылма командаға саҡырылмай һәм шул уҡ 1930 йылда «Насьонал»да карьераһын тамамлай. 1975 йылдың 30 октябрендә Гуруйюла вафат була.

Титулдары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә