Маргулис Григорий Александрович

Григорий Александрович Маргулис (24 февраль 1946, Мәскәү) — совет һәм америка математигы, физика-математика фәндәре докторы (1978), Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Харкевич исемендәге Мәғлүмәтте тапшырыу проблемалары институты ғилми хеҙмәткәре, Йель университеты профессоры (АҠШ), Филдсовская (1978), Абель (2020) премиялары һәм Вольф премияһы (2004/05) лауреаты.

Маргулис Григорий Александрович
рус. Григо́рий Алекса́ндрович Маргу́лис
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 24 февраль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (78 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө математик, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө группа Ли[d], алгебра һәм математика
Эш урыны Йель университеты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми етәксе Синай Яков Григорьевич
Аспиранттар Emmanuel Breuillard[d], Hee Oh[d], Aaram Yun[d], Yan Gao[d][2], Azer Akhmedov[d][2], Tai-Hing Dennis Hui[d][2], Lucy Lifschitz[d][2], Dmitry Yanovich Kleinbock[d][2], Mikhail V. Ershov[d][2], Bengt Anders Karlsson[d][2], Roman Muchnik[d][2], Seonhee Lim[d][2], Keivan Mallahi-Karai[d][2], Tal Poznansky[d][2], Alireza Salehi-Golsefidy[d][2], Gregory Alexandrovich Soifer[d][2], Igor Rapinchuk[d][2], Amir Mohammadi[d][2], Han Li[d][2] һәм Thomas Dietmar Hille[d][2]
Кемдә уҡыған Синай Яков Григорьевич
Ҡатнашыусы Халыҡ-ара математик олимпиада[d] һәм Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй математика олимпиадаһы[d]
Ойошма ағзаһы АҠШ фәндәр милли академияһы[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d][3] һәм Америка математик йәмғиәте[d][4][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
Число Эрдёша 3
 Маргулис Григорий Александрович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Халыҡ-ара математика олимпиадаһының көмөш миҙалын яулай (1962)[6]. 1967 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай[7]. 1970 йылда Яков Синай етәкселегендә эргодиклыҡ теорияһы буйынса «О некоторых вопросах теории У-систем» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Артабан ҡыҙыҡһыныуҙары Ли төркөмдәре теорияһы өлкәһенә (Ли ярым ябай төркөмдәрендә рәшәткәләр теорияһы) күсә. 1978 йылда Дж. Филдс премияһы менән бүләкләнә, уны тапшырыу тантанаһында ҡатнашмай, сөнки уға сығыу визаһы биреү кире ҡағыла. «Дискретные подгруппы полупростых алгебраических групп» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1979 йылда Боннға килә. Ошо ваҡыттан алып сит илгә ирекле сығыу мөмкинлегенә эйә була, ләкин ғилми хеҙмәткәр булып Мәскәүҙәге Рәсәй Фәндәр академияһының Мәғлүмәт тапшырыу мәсьәләләре институтында эшләүен дауам итә. 1991 йылда Америка Ҡушма Штаттарында Йель университетына даими эшкә саҡырыла.

2001 йылда Американың Милли фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана, 2012 йылдан Америка математика йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы булып тора[8].

2005 йылда «алгебраға, айырыуса Ли ярым ябай төркөмдәрендә рәшәткәләр теорияһына ҙур өлөш индергәне, шулай уҡ уны эргодиклыҡ теорияһында, күрһәтмәләр теорияһында, һандар теорияһында, комбинаторикала ҙур ҡулланғаны өсөн» Вольф премиһы лауреаты була.

2020 йылда төркөмдәр теорияһында, һандар теорияһында һәм комбинаторикала ихтималлыҡ һәм динамик ысулдарҙы ҡулланған өсөн Абель премияһы ала (Фюрстенберг Гиллель менән берлектә)[9].

Оригами математикаһы буйынса йәнселгән һум тураһында мәсьәлә «Маргулис салфеткаһы тураһында мәсьәлә» булараҡ билдәле.

Урыҫ телендә китабы үҙгәртергә

  • Маргулис Г. А. Дискретные подгруппы групп Ли. — М: МЦНМО, 2007.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Джон Дж. О’Коннор и Эдмунд Ф. Робертсон. Маргулис, Григорий Александрович (англ.) — биография в архиве MacTutor.
  • Маргулис, Григорий Александрович: результаты (англ.). Международная математическая олимпиада.
  • Маргулис, Григорий Александрович (англ.) в проекте «Математическая генеалогия»