Максимилиан I (Изге Рим империяһы императоры)


Максимилиан I (нем. Maximilian I; 22 март 1459 йыл, Нойштадт — 12 ғинуар 1519 йыл, Вельс) — 1486 йылдың 16 февраленән Германия короле, 1508 йылдың 4 февраленән — Изге Рим империяһы императоры, 1493 йылдың 19 авгусынан — Австрия эрцгерцогы. Германия һәм Австрия дәүләт системаларының реформаторы һәм күп милләтле Европаның яртыһына ғына түгел, диңгеҙ аръяғы колонияларына тиклем йәйелгән Габсбургтар дәүләте архитекторҙарының береһе.

Максимилиан I
нем. Maximilian I
Максимилиан I
Максимилиан I
Германия короле
16 февраль 1486 йыл — 12 ғинуар 1519 йыл
Коронация: 9 апрель 1486 йыл
Алдан килеүсе: Фридрих III
Дауамсы: Карл V
Австрия, Штирия,
Каринтия һәм Крайна эрцгерцогы
1493 йыл — 12 ғинуар 1519 йыл
Алдан килеүсе: Фридрих III
Дауамсы: Карл V
Изге Рим империяһы императоры
4 февраль 1508 йыл — 12 ғинуар 1519 йыл
Алдан килеүсе: Фридрих III
Дауамсы: Карл V
Алғы Австрия һәм Тироль эрцгерцогы
1490 йыл — 12 ғинуар 1519 йыл
Алдан килеүсе: Сигизмунд
Дауамсы: Карл V
Бургундия, Брабанта, Лимбург, Гелдерн һәм Люксембург герцогы,
Бургундия (Франш-Конте) пфальцграфы,
Фландрия, Геннегау (Эно), Артуа, Голландия һәм Зеландия графы,
Намюр маркграфы
20 август 1477 йыл — 27 март 1482 йыл
Соправитель: Мария Бургундская (1477 йыл — 27 март 1482 йыл)
Алдан килеүсе: Карл Ҡыйыу
Дауамсы: Филипп I Матур
 
Дине: Католик сиркәүе
Тыуған: 22 март 1459({{padleft:1459|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
замок Нойштадт, Австрия
Үлгән: 12 ғинуар 1519({{padleft:1519|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (59 йәш)
Вельс, Австрия
Ерләнгән: Изге Георг капеллаһы, Винер-Нойштадт
Нәҫел: Габсбургтар
Исеме: нем. Erzherzog Maximilian von Österreich
Атаһы: Фридрих III
Әсәһе: императрица Элеонора Португальская
Ҡатыны: 1. Мария Бургундская
2. Бьянка Сфорца
Балалары: (1 никахтан): 1.Филипп I Матур
2. Маргарита Австрийская (1480-1530)
 
Автограф:

Йәшлек йылдары үҙгәртергә

Бала сағы үҙгәртергә

 
Бернхард Штригель. Император Максимилиан һәм уның ғаиләһе портреты

Максимилиан I Австрия эрцгерцогы һәм Изге Рим империяһы императоры Фридрих III һәм Португалия короле Дуарте ҡыҙы Элеонора Португальскаяның икенсе улы[1]. 25 мартта ул Нойштадттағы Изге Георгий сиркәүендә суҡындырыла, уның крестный атаһы император Фридрихтың ышанысы менән файҙаланған воевода Николас Уйлаки була. Бала саҡта әсәһе уға ҙур йоғонто яһай, холҡо менән дә ул әсәһенә оҡшай. Әсәһенең иртә үлеүен (1467 йылда) Максимилиан бик ауыр кисергәне билдәле[2].

Уның Кристоф ағаһы сабый саҡта вафат була, һәм Максимилианды бик бәләкәйҙән үк атаһының вариҫы булараҡ әҙерләй башлайҙар. Башта Максимилианды тәрбиәләү менән әсәһе шөғөлләнә, әммә һуңыраҡ Фридрих, улы үтә иркә булып үҫә тип, уны, әсәһенән алып, тәрбиәсе итеп тәғәйенләнгән рухани Петер Энгельбрехтҡа бирә.

Яңы тәрбиәсе Максимилиандың мейеһенә белем һеңдерергә тырышып ҡарай, әммә ул тиклем уңыштарға өлгәшә алмай. Бер аҙҙан әсәһе грамматика уҡытыусыһы итеп Томас фон Циллиҙың тәғәйенләүенә ирешә. Шулай уҡ сиркәү яҙмаһына ҙур иғтибар бүленә, әммә әсәһенең йоғонтоһо аҫтындағы Максимилиан дингә үҙ аңлауынса ғына, ҡайһы берҙә католик сиркәү менән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәргә килеп, ышана[2]. Ул заман йылъяҙмасылары Максимилиандың ҙур күләмле белемде үҙләштерә алмағанын йәшермәй.

Максимилиан телдәр өйрәнеүгә һәләтле була һәм фламанд, француз һәм инглиз телдәрен үҙләштерә, латин телен бигүк яҡшы белмәй. Уҡытыусылар Максимилиандың тотлоғоуын бөтөрөргә тырыша, әммә ҙур уңышҡа ирешә алмай. Физик күнегеүҙәргә һәм һунарға ҙур иғтибар бүленә. Һөҙөмтәлә Максимилиан бик ҙур физик көскә эйә була, хатта был һәләте тураһында легендалар йөрөй. Ул бик яҡшы турнир көрәшсеһе була[3].

Туйы үҙгәртергә

15 йәшендә Максимилианға кәләш табалар. Бургундия герцогы Ҡыйыу Карлдың ҡыҙы Мария Бургундская була ул. Мария үҙ ваҡытының иң бай кәләштәренең береһе һанала, Бургундия, Люксембург, Брабант, Лимбург һәм Гелдерн герцоглыҡтары, Бургундия (Франш-Конте) пфальцграфлығы, Фландрия, Геннегау (Эно), Голландия, Зеландия, Фрисландия, Намюр, Осер, Макон, Булонь, Пикардия графлыҡтарына хужа булған атаһының вариҫы була. Франция короле Людовик XI уға өйләнергә теләй, башҡа дәғүәселәр ҙә була, шул иҫәптән Англия короленең ағаһы һәм герцог Клевскийҙың улы, әммә герцог Карл Бургундия герцогына король титулын бирә алырлыҡ император улы Максимилианды һайлай[4].

Никахлашыу тураһында һөйләшеүҙәр 1473 йылда башлана, әммә император Фридрих Карлға король титулын бирергә ашыҡмай, шулай уҡ хәрби сығымдарға аҡса бүлеүҙән дә баш тарта. Һәйләшеүҙәр көрсөккә инә. 1477 йылдың ғинуарында Нанси янындағы алышта Карл һәләк булғандан һуң, герцогиня булып киткән Мария, дофинға кейәүгә сығырға өндәгән Франция короле Людовиктан шөрләп, Максимилиан менән никах тураһындағы һөйләшеүҙәрҙе яңырта. Мария атаһының күп кенә талаптарынан баш тарта, Фридрих ризалаша һәм 21 апрель көнө Призендорфта тантана per procurationem (ышаныс ҡағыҙы буйынса никах) ойошторола, тантанаға Максимилиандың вәкиле булып герцог Людвиг Баварский килә. Һуңыраҡ тантана Гентта ҡабатлана. Франция короле Людовик никахҡа төрлөсә аяҡ салып ҡарай, мәҫәлән, Марияның сюзерены булараҡ никахҡа ризалыҡ бирмәүе тураһында хәбәр итә. Максимилианға 18 августа ғына Гентҡа килергә форсат тейә. Икенсе көндә никах тантанаһы уҙғарыла[5].

Франция менән һуғыштар үҙгәртергә

Бургунд мираҫы өсөн һуғыш үҙгәртергә

 
Максимилиан идаралығы осоронда Бургундия ерҙәре

Максимилиан менән Марияның никахы Габсбургтарғы Бургундия герцоглығы ерҙәренә дәғүә итергә мөмкинлек бирә. Өйләнгәндән һуң Максимилиан Бургундия нәҫеле һарайында йәшәй. 1477 йылдың 17 сентябрендәге килешеү нигеҙендә Максимилиан Марияның вариҫы тип иғлан ителә. Был хәлдән алдараҡ, Бургундия ҡалалары менән төҙөлгән килешеүҙә Бургундия биләмәләре бүленмәҫ булырға тейеш тип билдәләнә.

Франция короле Людовик XI Бургундияны юғалтыу менән ризалаша алмай, һәм 1478 йылдың яҙында уҡ Максимилиан менән уның араһында Бургундия мираҫы өсөн һуғыш тоҡана. Шул уҡ ваҡытта Максимилиандың атаһы, император Фридрих III, бер нисек тә улына ярҙам итмәй[6][7].

1477 йылдың ғинуарынан Людовик армияһы Бургундияның, Франш-Контеның, Пикардияның һәм Артуаның күп өлөшөн биләй, әлеге биләмәләр менән идара итеү өсөн Людовик өс комиссарын тәғәйенләй. Комиссарҙар Дижонда урынлаша. Әммә тиҙҙән Франш-Контела ихтилал башлана, ул Бургундияға ла тарала. Людовиктың бер комиссары, Жан де Шалон, принц Оранский, Мария яғына күсә һәм июнь айына Бургундияның күп өлөшөн француздарҙан азат итеүгә өлгәшә. Франция армияһының баш командующийы Жорж де Ла Тремуйль Дижонды кире ҡайтарып ала, әммә уңышты ҡулда тота алмай, сөнки Максимилиан тиҙ арала армияһын тулыландыра. 1478 йылдың 11 июлендә Максимилиан менән Людови бер йылға солох тураһында килешеү төҙөй[6].

Ваҡытлы солох мөҙҙәте үткәс, 1479 йылда хәрби хәрәкәттәр ҡабат башлана. Граф Ангулемский Карл командованиеһы аҫтында Франция армияһы Бургундия менән Франш-Контеға бәреп инә, унда уға бер нисә ҡаланы, шул иҫәптән Бон, Семюр, Доль, Осон һәм Безансонды алырға форсат асыла. Максимилиан Бургундияла һуғышыуҙы Мария яҡлыларға ҡалдыра, ә үҙе Фландрия менән Артуалағы хәрби хәрәкәттәргә етәкселек итә[6].

1479 йылдың 7 авгусында Гинагет янында алыш була. Башта өҫтөнлөк Филипп де Кревкёр командалыҡ иткән француздар яғында була, әммә алыш уртаһына ташланған Максимилиан шәхси батырлығы арҡаһында еңеү яулай.

Француздар талау сабауылдарын дауам итә, ә Максимилианға көрәште дауам итер өсөн аҡса етмәй[7].

1482 йылдың 6 мартында Максимилиандың ҡатыны Мария ыласын һунарында аттан ҡолап бик ныҡ имгәнә[8]. Өс аҙнанан вафат була, уны Брюгта ерләйҙәр. Ҡатынының үлеме, шәхси ҡайғынан башҡа (замандаштар һүҙҙәренән, Максимилиан ҡатынын бик ныҡ яратҡан һәм «уның йөрәге Брюгта ҡалған»), Максимилианға өҫтәмә сәйәси проблемалар алып килә. Марияның васыятнамәһе буйынса яңы герцог итеп уларҙың кескәй улы Филипп улы иғлан ителә, йәш герцогтың регенты Максимилиан була. Әммә нидерланд сословиелары Марияның васыятнамәһенең регентлыҡҡаҡағылышлы өлөшөн танырға теләмәй, бының менән Франш-Конте территорияһына баҫып ингән һәм Карл Ҡыйыуҙың барлыҡ мираҫына дәғүәләшкән Франция короле Людовик XI файҙаланып ҡалырға ашыға.

Генераль штаттар 1482 йылдың 23 декабрендә Франция короле менән Максимилиан ҡатнашлығынан тыш Бургундия, Франш-Конте, Артуа һәм Пикардияны — Францияға, ә Нидерланд һәм Люксембургты Габсбургтарға беркеткән Аррас килешеүенә ҡул ҡуя. Йәнә француз дофины Карл Максимилиандың ҡыҙы Маргарита менән йәрәшергә, ә Маргарита Францияла тәрбиәләнергә тейеш була. Артуа менән Франш-Корте Маргаританың бирнәһе итеп вәғәҙәләнә[6].

Максимилиандың Генераль штаттарҙың ҡарарына ҡаршы сығырлыҡ көсө булмай — үҙе әйтмәксе, ул үҙен «улын — бүре, ә ҡыҙын арыҫлан урлаған изге Евстахий» һымаҡ хис итә[9] — һәм аяуһыҙ һуғыш аса, француздарҙы ла, үҙенең ҡалаларын да ҡыйрата. Ул Нидерландта мажара эҙләүселәрҙе таба һәм 1483 йылда уларҙан данлыҡлы ландскнехттар ғәскәрен ойоштора. Һуғыш 1485 йылдың июненә тиклем, Гент ҡала идаралығы Максимиандың улы өҫтөнән опекунлыҡҡа хоҡуғын танып, уның менән солох килешеүенә ҡул ҡуйғансы бара. Һөҙөмтәлә Максимилиан ныҡ үҫешкән Нидерландты һәм Франция менән Германияның бер нисә өлкәһен үҙенә ала. Былар Максимилианды Европа сәйәсәтенең үҙәгенә сығара һәм Габсбургтар нәҫеленең абруйын бик ныҡ күтәрә[10].

1494 йылдың сентябрендә Максимилиандың Филипп Матур улына 16 йәш тула, һәм ул бәлиғ тип иғлан ителә. Лёвенда уға Бургундия дәүләтенә идара итеү тапшырыла. Әммә Филипп Франция короле Людовик XII менән дуҫ була һәм ул алып барған сәйәсәт Франция мәнфәғәтенә яуап бирә, хатта Людовикка лен анты бирә. Был атаһы менән араһы боҙолоуға сәбәп була<[11].

1496 йылда Филипп Испания инфантаһы Хуанаға өйләнә. Хуананың ағаһы (Испания тәхетенең законлы вариҫы) ҡапыл вафат булғанлыҡтан 1504 йылда Филипп Кастилия менән Леон короле тәхетен биләй. Әммә 1506 йылдың 23 сентябрендә Филипп, киләсәктә Испания короле (Карл I исеме аҫтында) һәм император (Карл V исеме аҫтында) булып китәсәк сабый Карл улын тәхет вариҫы итеп ҡалдырып, ҡапыл вафат була. Карл өҫтөнән опекунлыҡты уның инәһе, артабан Нидерландтың идарасыһы булып киткән Максимилиан ҡыҙы Маргарита ала[12].

Бретань мираҫы өсөн һуғыш үҙгәртергә

1486 йылда, Германия короле итеп һайланғандан һуң, Максимилиан Нидерландҡа ҡайта. 1488 йылда француз короле Карл VIII Бретань герцоглығына дәғүәләшеүен белдерә. Алдараҡ герцогиня Анна Бретонская Максимилиан I-гә ҡатынлыҡҡа вәғәҙә ителгән була, шуға күрә ул Бретань мираҫы тураһындағы бәхәскә ҡыҫыла. Һуғыш башлана, был һуғышта Максимилиан менән Аннаға Англия һәм Кастилия ярҙам итә.

1488 йылдың февраль айында Брюгге халҡы баш күтәрә, өҫтәүенә Максимилиан үҙе уларға әсирлеккә эләгә. Тиҙҙән ихтилалға Гент та ҡушыла. Максимилиан иреккә сығыр өсөн май айында килешеүгә ҡул ҡуя. Был килешеү уның хоҡуҡтарын кесерәйтә, регентлыҡтан баш тартырға һәм Франция менән солох төҙөргә мәжбүр итә. Килеп сыҡҡан хәл менән Бретанде оккупациялаған Франция оҫта файҙалана. Улына ярҙамға йыйған армия менән император Фридрих III сыға, әммә халыҡты талауҙар Фландрияның күп кенә ҡалаларының күтәрелеүенә алып килә. Һөҙөмтәлә 1489 йылда көрәштән арыған Максимилиан Нидерланд менән хакимлыҡты үҙенең дуҫы һәм көрәштәше герцог Альбрехт Саксонскийға тапшыра, ә үҙе Германияға күсенә[13]. 1489 йылдың 13 июлендә Диксмюнд янындағы алышта Англияның император ғәскәрҙәре Нидерланд боласыларын еңә һәм тиҙҙән Габсбургтар хакимлығы тергеҙелә.

Максимилианға тағы ла бер ҡат Бретань мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек тыуа һәм ул 1490 йылда, Анна Бретонскаяның атаһы Бретань герцогы Франциск II тере сағында, никахҡа рәсми ризалыҡ ала. 1490 йылдың 19 декабрендә Реннда ышаныс ҡағыҙы (доверенность) буйынса уның никахы теркәлә, әммә был ваҡытта Венгрия короллеге проблемалары менән булышҡан Максимилиан үҙе Бретангә барырға ашыҡмай. Бының менән Франция короле Карл VIII-нең регенты Анна де Божё файҙалана. Карл VIII Максимилиандың бәләкәй ҡыҙы менән йәрәшкән була. Бретань Максимилианға эләкмәһен өсөн, ул Бретангә никахты тамамлар өсөн килеп етмәҫ борон, король Бретандең сюзерены булғанлыҡтан герцогиня унан никахҡа рөхсәт алырға тейеш тигән сәбәп менән, Анна менән Карл герцоглыҡҡа поход ойошторорға ҡарар итәләр. Походты йәш король үҙе етәкләй. Ул Реннды баҫып ала һәм Аннанан уның ҡатыны булырға ризалығын талап итә. 1491 йылдың 6 декабрендә Луаралағы Ланже замогында никах килешеүе төҙөлә һәм бынан һуң Бретань Франция короллеге составына инә[14].

Был никахты Европа хупламай. Шул иҫәптән Рим папаһы Иннокентий VIII лә ҡәнәғәт булмай, сөнки Карл Маргарита менән элгәрге йәрәшеүенең өҙөүен көтмәй. Йәне көйгән Максимилиан Карлды намыҫһыҙлыҡта ғәйепләй һәм Франция короленең әшәке даны бөтә ергә лә йәйелһен өсөн тырышлыҡ һала. Шул уҡ ваҡытта уға Францияға ҡаршы һуғыштан баш тартырға тура килә, сөнки император кенәздәре уның шәхси ҡонон финанслауға риза булмай. Шулай ҙа Максимилиан 1493 йылда Санлис янында француздарҙы тар-мар итеп, Франш-Контены ҡайтарыуға ирешә. Санлис килешеүенә ярашлы, Карл был яулап алыуҙы танырға мәжбүр була, бынан тыш Франция рәсми рәүештә Нидерландта Габсбургтарҙың хакимлыҡ хоҡуҡтарын таный[14].

Австрияла хакимлыҡ үҙгәртергә

Австрия ерҙәренең берләштерелеүе үҙгәртергә

1487 йылда Бавария һәм Мюнхен герцогы Альбрехт IV Максимилиандың һеңлеһе Кунигундаға өйләнә. Өйләнер алдынан ул Алғы Австрияның герцогына һәм Тироль графы Максимилиандың ике туған ағаһы Сигизмундҡа мөһим стратегик әһәмиәтле Тиролде һатып алырға теләүен белдерә. Сигизмундты был килешеү күп һанлы бурыстарынан ҡотҡарыр ине. Император ҡыҙы менән никахты Альбрехт үҙенсәлекле һаҡлыҡ төрө тип һанай — Сигизмундтың балалары булмай һәм уның биләмәләрен император мираҫҡа алырға тейеш була, ә уның ҡыҙының ире булһа, Альбрехт ҡатыны исеменән мираҫтың бер өлөшөнә дәғүә итә алыр ине. Кейәүенең пландары хаҡында белеп ярһыған император Фридрих Альбрехтҡа ҡаршы һуғыш башлай. Швабия ҡалалар союзы ла Альбрехтҡа ҡаршы сыға. Бәрелеш Максимилиандың ҡыҫылышы менән генә яйға һалына, ул Сигизмундты пландарынан баш тартырға күндерә. Өҫтәүенә 1490 йылда Сигизмунд Максимианға үҙенең биләмәләрен дә бирә. Альбрехт Баварский ризалашырға мәжбүр була, сөнки уға компенсация рәүешендә вариҫтары булмаған герцог Георгтың вафатынан һуң Лансгут-Бавария герцоглығын вәғәҙә итәләр. Шул уҡ ваҡытта Максимилианға Альбрехт менән Фридрихты яраштырыр өсөн үҙенең бар дипломатик һәләтен егергә тура килә[15].

Фридрих III-нөң вафатынан һуң 1493 йылда Максимилиан Австрия, Штирия, Каринтия һәм Крайна эрцгерцогы булып китә. Шулай итеп, Максимилиан хакимлығы аҫтына Габсбургтарҙың бөтә ерҙәре лә инә, Австрия монархияһының быуат буйы бүлгеләнеүе тамамлана. 1500 йылда Гориция династияһы ахырына еткәс, Максимилиан I үҙенең биләмәләренә Гориция графлығын, шул иҫәптән Көнсығыш Тиролдәге ерҙәрен дә ҡуша.

Венгрия мәсьәләһе үҙгәртергә

Хакимлыҡ осоронда Венгрия менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. Император Фридрих III контрибуция түләмәгәнлектән король Матьяш Корвин 1482 йылда уға һуғыш иғлан итә, һуығаш Фридрих өсөн бик уңышһыҙ була. 1485 йылда Матьяш уның яңы резиденцияһына әүерелгән Венаны баҫып ала. Хакимлығының һуңында Матьяш үҙ биләмәләренә элек Габсбургтарҙыҡы булған Алғы Австрияны, Славонияны, Штирия һәм Каринтияны ҡуша. Австрияға күсенгәс, Максимилиан көрәшкә ҡушылып китә, әммә венгрҙар менән көрәштә уңыш яулар өсөн бик күп аҡса кәрәклеген аңлай. Етмәһә, Неаполитания принцессаһына өйләнгән Матьяшҡа Неаполитания короллеге лә ярҙамға килергә тора[16].

Һөҙөмтәлә Максимилиан бәрелеште солох менән көйләргә ҡарар итә. Ул Матьяшҡа Түбәнге Австрияны тәҡдим итә, әммә был тәҡдимде Фридрих III киҫкен кире ҡаға. Хәлде 1490 йылдың 6 апрелендә Матьяштың Венала көтөлмәгән вафаты үҙгәртә. Ландскнехттарҙы йыйып алып, Максимилиан Венаны үҙенә ҡайтара һәм Венгрия ерҙәренә баҫып инә. Әммә уңышты үҫтерергә уға хеҙмәткә ялланыусыларҙың болаһы ҡамасаулай, шуға ла уға ҡайтып китергә тура килә. Һөҙөмтәлә Венгрия короле итеп Чехия короле Владислав II-не һайлайҙар. Шул уҡ ваҡытта Максимилиан, Владислав вариҫтарһыҙ вафат булып ҡалһа, уларҙы Венгрия Габсбургтарға күсәсәгенә инандыра ала. 1491 йылдың 7 ноябрендә бер нисә тиҫтә йыл дауам иткән Венгрия менән Австрия араһындағы һуғышты тамам иткән Пресбург солохона ҡул ҡуйыла[16].

Австрия дәүләтенең киңәйтелеүендә яңы этап шулай уҡ Максимилиан I исеме менән бәйле: 1515 йылда ул Венала Венгрия һәм Чехия короле Владислав II, Польша короле Сигизмунд I, Ягеллон династияһы вәкилдәре менән осрашыу ойоштора. Максимилиан I ейәнсәре Марияның һәм Владислав II-нең улы Лайош II-нең никахы, шулай уҡ Максимилиандың ейәне Фердинандтың Владислав II-нең ҡыҙы Аннаға өйләнеүе тураһында килешеү төҙөй. Был династиялар берләшмәһе 1526 йылда, Людовик II төрөктәр менән һуғышта үлгәндән һуң, Венгрияны һәм Чехияны Габсбургтар биләмәләренә ҡушып алырға форсат бирә[16].

Бавария мираҫы өсөн бәхәстәр үҙгәртергә

1503 йылда герцог Георг Бай Лансгут-Баварский вафат була. Биләмәләре Альбрехт IV Баварский-Мюнхенскийға эләгеүен теләмәгән Георг Бай вафатына тиклем ҡыҙы Елизаветаға өйләнгән Рупрехт Пфальцскийҙы үҙенең вариҫы итеп күрһәткән васыятнамә ҡалдыра. Әммә Максимилиан үҙ ваҡытында Лансгутты уға ҡалдырырға вәғәҙәләгән Альбрехт менән килешеү төҙөгән була. Һөҙөмтәлә Альбрехт ҡатыны исеменән Лансгутты баҫып алған Рупрехтҡа ҡаршы һуғыш башлай. Альбрехт үҙенең хоҡуҡтарын Германияла ҡатын-ҡыҙ яғындағы биләмәләрҙе мираҫ итеп алыу законға ярашлы түгеллегенә таянып дәлилләй. Максимилиандың конфликтты солох менән яйларға тырышыуы уңыш килтермәй[17].

Лансгут мираҫы өсөн ҡабынған һуғышта Максимилиан апаһының ире Альбрехт яҡлы була. Уның Рупрехтты закондан тыш тип иғлан итеүе конфликтты тағы ла нығыраҡ көсәйтә. Рупрехтты уның атаһы, Пфальцтың курфюсты Филипп, шулай уҡ Чехия короле яҡлай. Баҫып алынған территорияларҙы бушлыҡҡа әйләндергән һуғышта әле бер, әле икенсе яҡ еңә. 1504 йылдың авгусында Лансгут янындағы алышта Рупрехт һәләк була. Әммә тыныслыҡ тик сентябрҙә, Венценбах янындағы алышта (Регенсбург эргәһендә) Максимилиан етәкселендәге армия пфальц-чех ғәскәрҙәрҙәрен тар-мар иткәндән һуң ғына, урынлаша. Тик мөғжизә менән генә һәләк булыуҙан ҡотолған Максимилиан үҙен батыр яугир итеп күрһәтә[17].

Һуғыш һөҙөмтәһе булып Альбрехт IV-нең үҙ ҡулдарында Бавария ерҙәрен берләштереүе һанала. Өҫтәүенә Максимилиан үҙенең биләмәләренә элек Баварияға ингән Тиролдең өлөшөн (Куфштейн, Раттенберг, Китцбюель, Циллерталь һәм Мондзенды уратҡан өлөшөн) ҡуша. Яңы замандағы Австрия державаһының үҙәген һалыу шулай тамамлана.

Максимилианға баварҙарҙың эштәренә тағы ла бер тапҡыр, Альбрехт IV 1508 йылда вафат булғандан һуң, ҡыҫылырға тура килә. Вафатынан алда Альбрехт Бавария ерҙәренең ырыулыҡ хоҡуғына ярашлы мираҫлығы тураһында яңы закон сығара. Улдары араһында ыҙғыш булыуынан ҡурҡып, Альбрехттың тол ҡатыны Кунигунда ағаһына кесе улдарына ла вариҫлыҡты рөхсәт итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Закон үҙгәртелә, әммә ике кесе улының да балалары булмай[17].

Максимилиан I реформалары үҙгәртергә

Максимилиандың идара итеү дәүере Австрия дәүләте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. Эрцгерцог дәүләткә идара итеү системаһын үҙгәртеү программаһын йәйелдерә. 1493 йылда Австрия ерҙәре ике округка бүленә: Үрге Австрия (Тироль менән Алғы Австрия) һәм Түбәнге Австрия (Австрия, Штирия, Каринтия, Крайна). Өлөштәрҙең һәр береһендә эрцгерцог тәғәйенләгән наместник һәм уның советниктарынан торған айырым хөкүмәт булдырыла. Венала бөтә ерҙәр өсөн берҙәм казначейство (һуңынан Инсбрукка күсерелә) һәм иҫәп идаралығы ойошторола. 1498 йылда Максимилиан юғары идара органдарының бөтөн бер системаһын булдыра, система Һофрат советынан (иң юғары административ һәм суд органдары), Һофрат палатаһынан (юғары фискаль һәм финанс органдары) һәм Һофрат канцелярияһынан (тышҡы мөнәсәбәттәр һәм закон сығарыу эшмәкәрлеге) тор. Шулай уҡ Австрияның барлыҡ ерҙәренең хәрби ведомстволары берләштерелә. Һөҙөмтәлә дәүләт идаралығының яңы үҙәкләштерелгән системаһы барлыҡҡа килә һәм Габсбургтарҙың биләмәләрен берҙәм Австрия дәүләте итеп берләштерелеүгә нигеҙ һалына.

Максимилиан I-нең реформалары сословиеларҙың ҡаршылығын тыуҙыра. 1502 йылда Түбәнге Австрияның берҙәм ландтагында дворяндар эрцгерцогтың үҙәкләштереү аҙымдарына киҫкен ҡаршы төшә. Италияла һәм төрөктәр менән һуғыш алып барыу өсөн аҡсаға бик ҙур мохтажлыҡ кисергән Максимилиан компромисҡа барырға һәм ҡатламдарҙың суд хоҡуҡтарын тергеҙергә мәжбүр була. 1518 йылда Һофрат советы составына ландтаг вәкилдәре лә индерелә. Шулай итеп, административ реформалар әлегә тамамланмаған була, әммә улар Австрияла дәүләт власының нығыуына һәм артабан һөҙөмтәле бюрократик система ойошторорға булышлыҡ итә.

Изге Рим империяһында идаралыҡ. Империя реформаһы үҙгәртергә

 
Максимилиан I гербы. Империя бөркөтө һәм ҡалҡаны менән Австрия һәм Бургундия эмблемалары. Заманса эшләнеше.

Максимилиан, баҙнатһыҙ һәм даланһыҙ атаһы Фридрих III-нән айырмалы, йәш сағында уҡ үҙен король власын нығытырлыҡ һәм Германия менән Австрияның иҫкергән дәүләт системаһын үҙгәртеп ҡорорлоҡ ғәйрәтле дәүләт эшмәкәре итеп күрһәтә. 1480 йылдарҙа етмеш йәшкә еткән император Фридрих III, хакимлыҡ йүгәндәрен ғәмәлдә улына тапшырып, биләмәләренә идара итеүҙән бөтөнләй алыҫлаша. 1486 йылда Фридрих Франкфуртҡаалты курфюрстты йыйып ала (Чехия короле генә булмай) һәм улар Максимилианды Германия короле итеп һайлай. Алтын булланы боҙоп, һайлау император алдында үтә[18]. Таж кейҙереү йолаһы 9 апрель Ахенда үтә.

Германия короле итеп һайланғандан алып Максимилиан империяға идара итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта уға Англияның яңы короле Генрих VII менән империяға ҡаршы килешеү төҙөгән Франция короленә ҡаршы ла, Габсбургтарҙың дошманы булған Венгрия короле Матьяш Корвинға ҡаршы ла көрәш алып барырға кәрәк була.

1493 йылдың 19 авгусында атаһы вафат булғандан һуң империялағы власть тулыһынса Максимилианға күсә. Был ваҡытта империяға идара итеү системаһы тәрән кризис кисерә: Германияла төрлө кимәлдәге һәм төрлө финанс һәм хәрби потенциаллы бер нисә йөҙ дәүләт ойошмаһы барлыҡҡа килгән була. Ә императорҙың империя кенәздәренә йоғонто яһау ҡоралдары иҫкергән һәм һөҙөмтәһеҙ булып сыға. Эре кенәзлектәр ысынында үҙ аллы тышҡы сәйәсәт алып бара, шул уҡ ваҡытта күршеләрендәге рыцарҙарҙың биләмәләрен, империя ҡораллы көстәренең һәм бюджетының нигеҙен тәшкил иткән император ҡалаларын буйһондорорға тырыша. Фридрих III улы менән ғорурланһа ла, араларында йыш ҡына аңлашмаусанлыҡтар булып тора. Мәҫәлән, Фридрих йыш ҡына Максимилиан үткәрергә тырышҡан реформаларға ҡәтғи ҡаршы була[19].

1495 йылда Максимилиан I Вормста Изге Рим империяһының дөйөм рейхстагын саҡыра. Рейхстагҡа ул империяның дәүләт идаралығы реформаһы проектын раҫлау өсөн тәҡдим итә. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә «Император реформаһы» (нем. Reichsreform) ҡабул ителә. Германия алты император округына (1512 йылда уларға тағы ла дүртте ҡушалар) бүленә. Округтың идаралыҡ органы итеп округ йыйылышы һанала. Йыйылышта округтың территорияһындағы барлыҡ дәүләт ойошмалары — донъяуи һәм дини ойошмалар, император рыцарҙары һәм ирекле ҡалалар — ҡатнашырға хоҡуҡлы була. Һәр дәүләт биләмәһе бер тауышҡа эйә була (ҡайһы бер округтарҙа был императорҙың терәге булған рыцарҙарҙың, ваҡ кенәзлектәрҙең һәм ҡалаларҙың өҫтөнлөгөн тәьмин итә). Округтар хәрби төҙөлөш, оборона ойоштороу, армия йыйыу, шулай уҡ император һалымдарын йыйыу һәм бүлеү мәсьәләләрен хәл итә. Германия суд власының юғарғы органын — Юғары император судын булдырыу бик ҙур әһәмиәткә эйә була, ул императорҙың территориялар кенәздәренә төп йоғонто яһау ҡоралына һәм империяның барлыҡ дәүләт биләмәләрендә берҙәм сәйәсәт үткәреү механизмына әүерелә[20][21].

Әммә Максимилиандың империя реформаларын тәрәнәйтергә һәм берҙәм башҡарма власть органдарын, берҙәм император армияһын булдырырырға тырышыуы юҡҡа сыға: империя кенәздәре ҡәтғи ҡаршы төшә һәм рейхстаг был тәҡдимдәрҙе үткәртмәй. Улай ғына түгел, империя сословиелары Максимилиандың Италия кампанияларын финанслауҙан баш тарта (аҫтараҡ ҡарағыҙ), былар империя эсендә һәм халыҡ-ара майҙанда императорҙың абруйын ҡаҡшата. Германиялағы император власы институтының көсһөҙлөгөн аңлап, Максимилиан элгәрҙәренең Австрия монархияһын империянан айырымландырыу сәйәсәтен дауам итә: 1453 йылғы «Privilegium Maius»ҡа таянып, Максимилиан I Австрия эрцгерцогы булараҡ император учреждениеларын финанслауҙан баш тарта, Австрия ерҙәрендә император һалымдарын йыйырға рөхсәт итмәй. Австрия герцоглыҡтары император рейхстагы эшендә һәм башҡа дөйөм органдарҙа ҡатнашмай. Австрия ысынбарлыҡта империянан өҫтөн ҡуйыла, уның бойондороҡһоҙлоғо киңәйтелә. Максимилиан I сәйәсәте тулыһынса Австрия һәм Габсбургтар династияһы мәнфәғәттәрендә үткәрелә, Германия мәнфәғәттәре икенсе сиратҡа ҡала[21][22].

Изге Рим империяһы конституцияһы өсөн императорға таж кейҙереү йолаһын Рим папаһы рөхсәтенән тыш башҡарырға ярамай тигән принциптан баш тартыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә була. 1508 йылда ул Таж кейеү йолаһын атҡарыр өсөн Римға экспедицияға юллана, әммә Германия яғынан Италияға юлдарҙы контролдә тотҡан венецианлылар уны үткәрмәй. 1508 йылдың 4 февралендә Триентола үткән байрам тантанаһында ул император тип иғлан ителә. Папа Юлий II Венецияға ҡаршы киң коалиция булдырыу өсөн бик кәрәкле булған Максимилиан I-гә «һайланған император» титулы менән файҙаланырға рөхсәт итә. Артабан Максимилиандың вариҫтары (Карлдан башҡалары) таж кейҙереү йолаһын атҡарыуға ынтылмай, император хоҡуғына курфюсттарҙың Германия королен һайлауы уның император икәнен аңлатҡан ҡанун инә[23][24].

Италия һуғыштары үҙгәртергә

 
Максимилиан I. Рубенс портреты. 1618 йыл

Максимилиан I, уға тиклемге императорҙарҙан айырмалы, Италияға дәғүәләшеүҙән бер ҡасан да баш тартмай. 1493 йылдың 24 авгусында Максимилиан Инсбрукта Бьянка Мария Сфорца менән никах килешеүенә ҡул ҡуя. Мария — герцог Миланский Галеаццо Мария Сфорцаның ҡыҙы, Милан хакимы Лодовико Мороның туғаны һәм вариҫы булыуға дәғүәсе. Тантана 1493 йылдың ноябрендә Миланда (ышаныснамә нигеҙендә) һәм 1494 йылдың март айында Тиролдә үтә. Был никах Максимилианға бик ҙур бирнә килтерә, әммә аҡсаның күп өлөшө уның бурыстарын түләүгә китә. Шулай уҡ Максимилиан Милан герцоглығына ла хоҡуҡ ала[25].

1495 йылдың мартында Максимилиан I француздарға ҡаршы Испания, Венеция республикаһы, Милан герцоглығы һәм Папа өлкәһе ингән «Изге лигаға» ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта Максимилиан Венеция республикаһы менән ваҡытлыса һуғышты туҡтатып тороу хаҡында килешеү төҙөүгә өлгәшә. Империя Адриатик диңгеҙ буйындағы Венеция тартып алырға тырышҡан ҡалалары арҡаһында был дәүләт менән оҙайлы конфликт эсендә була. Әммә 1495 йылда Италияға бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ тиерлек Франция короле Карл VIII армияһы баҫып инә һәм Неаполь короллеген яулай. Ошо ваҡиғалар ярты быуат буйы тиерлек Европа дәүләттәренең сәйәсәтен билдәләгән оҙайлы Италия һуғыштарына башланғыс һала. Шулай ҙа Карл Италияла нығына алмай, сөнки Карл VIII-не Италиянан Лига армияһы ҡыуып сығара ала[26].

Әммә 1499 йылда Филипп Матурҙан нейтралитетҡа ризалыҡ алып, француздар ҡабат Италияға инә һәм Миланды баҫып ала. Максимилиан был ваҡытта Швейцария союзы менән һуғышҡа сумған була, әммә яу уның өсөн уңышһыҙ тамамлана: Дорнах янында алышта швейцарлылар император ғәскәрҙәрен тар-мар итә һәм, 1499 йылдағы Базель солохона ярашлы, император Швейцарияның Габсбургтарҙан да, империянан дә бойондороҡһоҙлоғон таный[27]. Швейцария һуғыштарын тамамлағас, Максимилиан I 1500 йылда Миланды тартып ала алған герцог Лодовико Мороға хәрби ярҙам күрһәтә. Әммә тиҙ арала француздар Милан армияһын ҡыйрата, Лодовиконы әсирлеккә ала һәм Ломбардияла нығына. Француз короле Людовик XII, ҡыҙы Клодты Максимилиандың ейәне Карл менән йәрәштереп, императорҙы Италиялағы көрәштән бер аҙ ваҡытҡа сығара ала. Людовик XII бирнә итеп Бургундия герцоглығын һәм Миланды вәғәҙәләй.

1505 йылдың апрелендә Максимилиан Людовик XII-гә Милан герцоглығына инвеститура (парламенттың хөкүмәт эшмәкәрлеге башланыуына ризалығы) бүләк итә.

Француз-император союзы Франция тәҡдиме буйынса 1506 йылда тарҡала, әммә тәүҙә эш ҡораллы бәрелешкә тиклем барып етмәй. 1508 йылда Венеция республикаһы ғәскәрҙәре императорҙы Римға таж кейҙереү тантанаһына үткәрмәй һәм Макимилианды Венецияға Истрия һәм Фриулдәге бер нисә территорияны бирергә күндерә. Республиканың дошмансыллығы шул уҡ йылда Венецияға ҡаршы Камбре Лигаһын ойоштороуға алып килә. Лига башында Рим папаһы Юлий II, Франция короле һәм император тора. Франция армияһы 1509 йылда Венеция ғәскәрҙәре өҫтөнән бер нисә тапҡыр еңеү яулай, был хәл папаны борсоуға һала, ул 1510 йылда Максимилиан һәм Венеция менән Францияға ҡаршы Изге лига ойоштора[28].

Артабанғы һуғыштарҙа император ҡатнашлығы бик сикләнгән була: император кенәздәре уның хәрби кампанияларын финанслауҙан баш тарта, ә Габсбургтарҙың ерҙәренән алған килем эре хәрби берләшмәләр ойоштороу өсөн етмәй. Максимилиан I башҡа юлдар менән аҡса табырға тырыша: ул Тиролдең көмөш рудниктарын Фуггерҙарҙың банк йортона һала, артабан был аҙым төбәктең иҡтисади үҫешендә бик кире роль уйнай, бынан тыш ул Англия короленән дә үтес ала. Финанс ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, нәҡ Максимилиан I рыцарҙар ополчениеһына алмашҡа килгән һәм тиҙ арала барлыҡ Европа дәүләттәрендә төп хәрби көс булып киткән ялланма ландскнехтар ғәскәрҙәренән яңы типтағы армияны ойоштороусы була. Ул бай сит дәүләттәргә немец һалдаттарын һатыуға ла башланғыс һала. Шул уҡ ваҡытта императорҙың үҙенең хәрби кампаниялары бик уңышһыҙ бара: 1511 йылда ул Артуала француздар һөжүменә ҡаршы торорға тырышып ҡарай, ә 1515 йылда Миланға поход ойоштора, әммә ҡалаға килеп етмәҫ элек үк ҡыйратыла. Һөҙөмтәлә Төньяҡ Италияла Францияның өҫтөнлөгө урынлаша, ә император Италияға ҡағылышлы бөтә йоғонтоһон юғалта.

Гуманистик хәрәкәт үҙгәртергә

Максимилиан I идара иткән дәүерҙә Германияла гуманистик хәрәкәттең сәскә атҡан мәле күҙәтелә. Эразм Роттердамский идеялары, гуманистарҙың Эрфурт түңәрәге Европала билдәлелек яулай. Император сәнғәткә, фәнгә, яңы фәлсәфә идеяларына булышлыҡ итә. Уның һарайы янында Иоахим Вадиан, Стибориус, Георг Таннштеттер эшләй, ә Австрия гуманисы Иоганн Куспиниан Вена университеты профессоры итеп тәғәйенләнә. Донъяға ҡарашта сиркәү йоғонтоһонан азат булыу 1517 йылда Виттенбергта Мартин Лютерҙың Европала Реформацияға башланғыс һалған сығышында кәүҙәләнә[28].

Һуңғы йылдары үҙгәртергә

1516 йылдың 23 ғинуарында Арагон короле Фердинанд II-нең вафаты Максимилиандың өлкән ейәне Карлға берләштерелгән Испания короллеге короле булырға мөмкинлек бирә. Карлға император тажын алып биреү теләге менән янған, әммә Франция менән көрәште дауам итерлек мөмкинлеге булмаған Максимилиан Франция короле Франциск I менән килешеү төҙөй. Был Венециянан һаҡланыүға иғтибарҙы туплау мөмкинлеген дә бирә.

Ғүмеренең һуңғында Максимилиан көнсығыштағы сәйәсәткә иғтибарҙы көсәәйтә, Төркиәгә ҡаршы Тәре походына сығырға ниәтләнә. Ул Мәскәү бөйөк кенәзе Василий III йөҙөндә союздаш эҙләргә буҫтанла һәм илсе сифатында уға яҡын дуҫы Сигизмунд фон Герберштейнды ебәрә. Шулай уҡ христиан батшаларға папа Лев X мөрәжәғәт итә, әммә әлеге походҡа Максимилиандан башҡа бер кем дә ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй[28].

Максимилиан 1519 йылдың 12 ғинуарында Вельста вафат була. Уның кәүҙәһе Нойштадта Изге Георг капеллаһы миһрабы күтәрмәһе аҫтында, ә йөрәге, васыятнамәгә ярашлы, Брюггелта, беренсе ҡатыны Мария Бургундская янында ерләнә[29].

Никахтары һәм балалары үҙгәртергә

Беренсе ҡатыны: 1477 йылдың 19 авгусынан Мария Бургундская (1457—1482), 1477 йылдан алып Бургундия герцогиняһы, Бургундия герцогы Карл Ҡыйыуҙың ҡыҙы. Балалары:

  • Филипп I Матур (22 июль, 1478 — 25 сентябрь, 1506), Кастилия короле (1504 йылдан), Брабант, Лимбург, Люксембург һәм Гелдерн герцогы, Бургундия пфальцграфы, Артуа, Фландрия, Геннегау (Эно), Голландия һәм Зеландия графы, Намюр маркграфы, 1482 йылдан алып Бургундия титуляр герцогы.
  • Маргарита (10 ғинуар, 1480 — 1 декабрь, 1530), 1493 йылдан Артуа, Бургундия һәм Шароле графиняһы, 1519 йылдан Испания Нидерланды штатгальтеры; 1-се ире: 1497 йылдан — инфант Хуан Арагонский; 2-се ире: 1501 йылдан — Филиберт II, Савойя герцогы.
  • Франц (2/10 сентябрь, 1481 — 26 декабрь, 1481).

Икенсе ҡатыны: 1494 йылдың 16 мартынан (Тироль) Бьянка Мария Сфорца (1472—1510), Милан герцогы Галеаццо Мария Сфорцаның ҡыҙы.

Шулай уҡ Максимилиан I-нең һөйәркәлеренән никахтан тыш тыуған бер нисә балаһы булған:

Билдәһеҙ ҡатындан:

  • Маргарита (1480 тирәһе — июнь, 1537); 1-се ире: 1497 йыл тирәһе Иоганн фон Хилле; 2-се ире: Людвиг (16 апрель, 1525 йыл вафаты), граф фон Хелфенштейн

Маргарита фон Эдельсхеймдан:

  • Барбара фон Роттал (29 июнь, 1500 — 31 март, 1550); 1-се ире: 1515 йылдың 22 июленән Зигмунд фон Дитрихштейн (19 март, 1484 — 19 май, 1533); 2-се ире: 1535 й. тирәһе Ульрих фон Кцеттриц (вафаты 1543 й.); 3-се ире: 1544 й. тирәһе Балтазар фон Швайниц (1572 йыл вафаты)
  • Георг Пирет (1504 — 4 май, 1557), Бриксен епискобы (1525—1539), Брешия епискобы (526—1538) Валенсия архиепискобы (538—1544) Льеж епискобы (544 йылдың 24 июненән алып)

Анна фон Хелфенштейндан:

  • Максимилиан Фридрих фон Амберг (10 июнь, 1511 — 21 апрель, 1533), сеньор цу Фелдкирх;  ҡатыны: 1534 йылдан алып Елизавета фон Эттинген (16 июнь, 1499 — 31 август, 1553).
  • Леопольд (1515 — 17 сентябрь, 1557), Кордова епискобы (1541 йылдан).
  • Доротея (1516—1572), алькенберг, Дарбюи һәм Халем вариҫы, королева Мария Венгерскаяның фрейлинаһы; ире: 1539 йылдың 11 ноябренән Иоганн Восточнофрисладский (вафаты 1572 йылдың 6 июне), Фалькенберг, Дарбюи һәм Халем сеньоры.
  • Анна; m.Луи д'Ирлемон.
  • Анна Маргарита (1517 йыл тирәһе —?), королева Мария Венгерскаяның фрейлинаһы; ире: яҡынса 1545 йылдан Франсуа де Мелюн (вафаты 1547 йыл), граф д'Эпине 1514 йылдан алып, Фландрия коннетабле
  • Елизавета (1581/1584 тирәһе — ?); ире: 1531 йылдан Людовик III де ла Марк (вафаты 1544 йылдың 6 майынан һуң), граф де Рошфор
  • Барбара; ире: Вольфганг Плайсс
  • Корнелиус (сентябрь, 1507 — вафаты 1527 йылдан һуң).
  • Кристоф Фердинанд (вафаты 1522 йылдан һуң).

Максимилиандың никахтан тыш тыуған ҡыҙы булыуы ихтимал:

  • Гуэльма; ире :Рудигер фон Вестернах

Ата-бабалары үҙгәртергә

 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
8. Леопольд III (Австрия герцогы)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
4. Эрнст (Австрия герцогы)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
9. Верде Висконти
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
2. Фридрих III (Изге Рим империяһы императоры)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
10. Земовит IV Плоцкий
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
5. Кимбурга Мазовецкая
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
11. Александра Ольгердовна
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
1. Максимилиан I
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
12. Жуан I
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
6. Дуарте I
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
13. Филиппа Ланкастерская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
3. Элеонора Елена Португальская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
14. Фердинанд I Справедливый
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
7. Элеонора Арагонская (Португалия королеваһы)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
15. Элеонора д’Альбукерке
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Максимилианды өлкән ағаһы Кристоф, сабый саҡта үлә
  2. 2,0 2,1 Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 23—25.
  3. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 30—35.
  4. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 39—43.
  5. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 50—65.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Эрс Ж. Людовик XI: Ремесло короля. — С. 80—83.
  7. 7,0 7,1 Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 74—79.
  8. Филипп де Коммин. Мемуарыҙар. — С. 229.
  9. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 80—82.
  10. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 83—84.
  11. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 144—145.
  12. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 159—165.
  13. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 87—90.
  14. 14,0 14,1 Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 103—110.
  15. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 94—97.
  16. 16,0 16,1 16,2 Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 100—102.
  17. 17,0 17,1 17,2 Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 98—100.
  18. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 84—86.
  19. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 112—113.
  20. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 217—220.
  21. 21,0 21,1 Максимилиан I. Энциклопедия «Кругосвет». Дата обращения: 23 декабрь 2009. Архивировано 11 август 2011 года. 2011 йыл 27 август архивланған.
  22. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 185—186.
  23. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 114—115.
  24. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 252—254.
  25. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 116—130.
  26. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 169—172.
  27. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 190—192.
  28. 28,0 28,1 28,2 Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 254—258.
  29. Грёссинг З. Максимилиан I. — С. 288.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Грёссинг З. Максимилиан I / Пер. с нем. Е. Б. Каргиной. — М.: АСТ, 2005. — 318 с. — (Историческая библиотека). — 5 000 экз. — ISBN 5-17-027939-6.
  • Филипп де Коммин. Мемуары / Перевод, статья и примечания Ю. П. Малинина. — М.: Издательство «Наука», 1987. — 495 с. — 50 000 экз.
  • Митрофанов П. История Австрии с древнейших времён до 1792 г. — М.: Едиториал УРСС, 2003. — 160 с. — (Академия фундаментальных исследований: история). — 600 экз. — ISBN 5-354-00214-1.
  • Пристер Е. Краткая история Австрии / Под ред. и с предисл. М. А. Полтавского ; Пер. с нем. Н. М. Соболева и др. — М.: Иностранная литература, 1952. — 510 с.
  • Шимов Я. Австро-Венгерская империя. — М.: Эксмо, 2003. — 608 с. — (Имперское мышление). — 4 100 экз. — ISBN 5-699-01891-3.
  • Эрс Ж. Людовик XI: Ремесло короля / Пер. с фр. Е. В. Колодочкиной; вступ. ст. и научн. ред. А. П. Левандовского. — М.: Молодая гвардия, 2007. — 376[1] с. — (Жизнь замечательных людей: Серия биографий; Вып. 1252 (1052)). — ISBN 978-5-235-03000-8.
  • Thomas Schauerte. Die Ehrenpforte für Kaiser Maximilian I. Dürer und Altdorfer im Dienst des Herrschers (= Kunstwissenschaftliche Studien; 95), München / Berlin 2001.
  • Larry Silver. Marketing Maximilian. The Visual Ideology of a Holy Roman Emperor, Princeton / Oxford: Princeton University Press, 2008.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  Изге Рим империяһы императорҙары (Оттон I тиклем — «Көнбайыш императорҙары») (800—1806)
 
800 814 840 843 855 875 877 881 887 891
   Карл I Людовик I  —  Лотарь I Людовик II Карл II  —  Карл III  —    
891 894 898 899 901 905 915 924 962 973 983
   Гвидо Ламберт Арнульф  —  Людовик III  —  Беренгар I  —  Оттон I Оттон II   
983 996 1002 1014 1024 1027 1039 1046 1056 1084 1105 1111 1125 1133 1137 1155
    —  Оттон III  —  Генрих II  —  Конрад II  —  Генрих III  —  Генрих IV  —  Генрих V  —  Лотарь II  —    
1155 1190 1197 1209 1215 1220 1250 1312 1313 1328 1347 1355 1378 1410
   Фридрих I Генрих VI  —  Оттон IV  —  Фридрих II  —  Генрих VII  —  Людвиг IV  —  Карл IV  —    
1410 1437 1452 1493 1508 1519 1530 1556 1564 1576 1612 1619 1637
   Сигизмунд Фридрих III Максимилиан I Карл V Фердинанд I Максимилиан II Рудольф II Матвей Фердинанд II   
1637 1657 1705 1711 1740 1742 1745 1765 1790 1792 1806
   Фердинанд III Леопольд I Иосиф I Карл VI  —  Карл VII Франц I Стефан Иосиф II Леопольд II Франц II   

Каролингтар — Саксонская династия — Салическая династия — Гогенштауфендар — Виттельсбахтар — Габсбургтар