Майлы бәшмәк (рус. Масленок) (лат. Suillus) — ырыуы көпшәле бәшмәктәр , ғаиләһе Болет һымаҡтар (лат. Boletaceae). Исемен майлы булыуғ бәйле алған. Эшләпәһе -тайғалаҡ. Майлы бәшмәктәрҙең башҡа болет һымаҡтарҙан айырмалығы шунда: ул елем һымаҡ йәбешкәк, эшләпәһенең ҡабығы һәм балдағы бик тиҙ ҡубып сыға.

Файл:Dayz5


Морфология үҙгәртергә

  • Эшләпәһе ярым йоморонан алып тигеҙ формалығаса, шыма, елемле һәм йәбешкәк лайлалы, тышынан тиҙ әрселә. Ҡаплап торған япмаһы (шәхси япма) ла булырға мөмкин.
  • Гименофор эшләпәһенән тиҙ айырылып сыға,өҫтө-өҫтөнә үҫә, йәки тәпәш һаплы, һары йәки аҡ төҫтә.
  • Һабы тоташ, шыма йәки бөртөклө, ҡайһы саҡ ҡара япма ҡалдыҡтары менән балдағы була.
  • Йомшағы аҡ йәки һарғылт, төҫөн ҡыҙылға йәки зәңгәргә тиҙ генә үҙгәртә һалып бармай.
  • Спора порошогы һарының төрлө сағылыштары төҫөндә.

Тирә-яҡ мөхит һәм таралышы үҙгәртергә

Бар төрҙәре лә Suillus — ылыҫлы ағастар менән микоризо барлыҡҡа килтереүселәр , бигерәк тә ике ылыҫлы йәки биш ылыҫлы ағастар ҡарағайҙар һәм ҡарағастар менән. Таралышы Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәте, урындағы һәм килтерелгән төрҙәре донъяның бар төбәктәрендә лә осрай. Африкала һәм Австралияла ла билдәле.

Төрҙәре үҙгәртергә

Майлы бәшмәктәр ырыуы 40-50 төрҙө эсенә ала[сығанаҡ 4946  көн күрһәтелмәгән].

Кат.* Латинса исеме Башҡортса исеме
  Suillus aeruginascens Һоро майлы бәшмәк, күгәрә башлаған ҡарағас майлы бәшмәге
  Suillus bellinii Беллини майлы бәшмәге
  Suillus bovinus Козляк, решетник
  Suillus clintonianus Билбаулы майлы бәшмәк
  Suillus flavidus Һаҙ майлы бәшмәге, һарғылт майлы бәшмәк
  Suillus granulatus Бөрсөклө майлы бәшмәк, йәйге майлы бәшмәк
  Suillus grevillei
(Suillus elegans)
Ҡарағас майлы бәшмәге
  Suillus luteus Ябай майлы бәшмәк, һуңғы майлы бәшмәк, һары майлы бәшмәк, ысын майлы бәшмәк, көҙгө майлы бәшмәк
  Suillus piperatus[1] Боросло майлы бәшмәк, борос бәшмәге
  Suillus placidus Аҡ майлы бәшмәк, йомшаҡ майлы бәшмәк, төҫһөҙ майлы бәшмәк
  Suillus plorans Кедр майлы бәшмәгей
  Suillus rubinus Аҡыҡ төҫлө майлы бәшмәк
  Suillus salmonicolor Һарғылт майлы бәшмәк
  Suillus sibiricus Себер майлы бәшмәге
  Suillus spectabilis Маслёнок примечательный
  Suillus tridentinus Ерән-ҡыҙыл майлы бәшмәк
  Suillus variegatus Һары һор майлы бәшмәк, һаҙ майлы бәшмәге
  ашарға яраҡлы бик шәп бәшмәк   ашарға яраҡлы шәп бәшмәк   шартлы ашарға яраҡлы бәшмәк
  ағыуһыҙ ашарға ярамаған бәшмәк   ағыулы бәшмәк   үтә ағыулы бәшмәк.



Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Дермек А. Грибы. — Братислава: изд-во «Словарт», 1989.
  • Гарибова Л. В., Сидорова И. И. Грибы — М.: ABF 1997. ISBN 5-87484-046-X

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. В настоящее время этот гриб относят к роду Chalciporus семейства Болетовые
  2. Smith A. H., Thiers H. D. The Boletes of Michigan. — University of Michigan Press, 1971.