Луга ҡултығыБалтик диңгеҙендә Фин ҡултығының бер өлөшө. Көнбайышта Нарва ҡултығынан Кургальский ярымутрауы, көнсығышта Копор ҡултығынан — Сойкино ярымутрауы менән айырылған. 18,5 километрға ҡоро ергә кереп тора. Ҡултыҡтың көньяҡ яры буйында Усть-Луга тигән динамик үҫештәге диңгеҙ порты урынлашҡан. Ярҙар һәм һыулығы үҙе лә балыҡ тотоу һәм рекреация өсөн файҙаланыла.

Луга ҡултығы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ленинград өлкәһе
Күлгә ҡойоусы йылғалар Луга (йылға) һәм Хаболовка[d]
Карта

Гидрография үҙгәртергә

Луга ҡултығы һай булған, тағараҡ һыман ҡултыҡ, ул Фин ҡултығының көнсығыш өлөшөндәге үҙәнлектәрҙе тултыра. Көнсығыштан уны Колганпя мороно сикләй, ә көнбайыштан Кургальский ярымутрауы. Шулай итеп, ул көньяҡтан, көнсығыштан һәм көнбайыштан ябылған. Асыҡ диңгеҙгә сығыу төньяҡ өлөшөндә генә мөмкин. Ҡултыҡтың тирәнлеге уртаса 11,4 метр тәшкил итә. Меридиан ҡултыҡтың буйынса оҙонлоғо 18,5 км-ға етә, урта өлөшөндә максималь киңлеге 13 км тәшкил итә, һыу көҙгөһө майҙаны 192,9 км2, уртаса һыу күләме 2,3845 км3 тәшкил итә.

Климаты үҙгәртергә

Климат уртаса, диңгеҙҙәге климатҡа оҡшаған. Уртаса һауа температураһы ғинуар айында -6,5 °C тәшкил итә , һыу -0,2 °C, һыу июлдә 19 °C тиклем йылына, һай ғына булған урындарҙа иһә 32,5 °C тиклем. Һыу тоҙлолоғо түбән булыу сәбәпле (көньяҡта 0,17 ‰, 6,20 ‰ төньяҡта) Луга ҡултығында йыл һайын боҙ барлыҡҡа килә, йыл буйына боҙ менән ҡапланыу көндәре оҙонлоғо 86 тәүлектән алып 186 тәүлеккә ҡәҙәр үҙгәреп тора. Хатта ғинуар аҙағынҙа йомшаҡ ҡыштарҙа ла бөтә ҡултыҡ та апрель уртаһына тиклем һаҡлана торған боҙ менән тула. Боҙ ҡатыу һай булған һәм төсө һыу булған көньяҡтан башлана.

Рельефы үҙгәртергә

Ҡултыҡтың төбен, нигеҙҙә, ҡом, балсыҡ, таш тәшкил итә. Төньяҡтан көньяҡҡа табан ҡултыҡты һыу аҫты һырты кисә, уның бер өлөшө булып Мерилода, Шпартенкова, Тёмная Лода, Щит һәм башҡа таш банкалары ҡушыла. Ул шартлы рәүештә ҡултыҡ акваторияһын көнсығыш һәм көнбайыш өлөштәренә 1:2 пропорцияһына бүлә.

Ихтиофауна үҙгәртергә

Луга ҡултығы ихтиофаунаның нигеҙен өс төрө диңгеҙ тәшкил итә: клюшка, Балтик диңгеҙе сельды - салака һәм корюшка.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Топонимическая энциклопедия Санкт-Петербурга. — СПб: Информационно-издательское агентство ЛИК, 2002. — 808 с. — ISBN 5-86038-094-1.
  • Географический энциклопедический словарь: Географические названия — М.: Советская энциклопедия, 1983.
  • Хазанович К. К. Геологические памятники Ленинградской области. — Л.: Лениздат, 1982.