Луганск ҡалаһының тарих һәм мәҙәниәт музейы

Лугансктың тарих һәм мәҙәниәт музейыЛуганск ҡалаһындағы музей, 1990 йылдың 14 декабрендә барлыҡҡа килгән.

Луганск ҡалаһының тарих һәм мәҙәниәт музейы
Нигеҙләү датаһы 14 декабрь 1990
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Луганск, Луганский район[d] һәм Луганск өлкәһе
Урынлашҡан урамы улица Карла Маркса[d]
Циклдың өлөшө булып тора Q16708085?
Төп тема history of Luhansk[d] һәм Луганск
Адрес вулиця Карла Маркса, 30, Луганськ, Україна
Карта
 Луганск ҡалаһының тарих һәм мәҙәниәт музейы Викимилектә

Музей бинаһы үҙгәртергә

Музей бинаһы 1880 йылдарҙа төҙөлгән. Проекттың авторы билдәһеҙ, әммә йорт, билдәле булыуынса, ҡала башлығы Владимир Вербовский өсөн төҙөлгән. 1919 йылға бина Ҡала Думаһы һәм Идаралыҡ бинаһы булараҡ хеҙмәт итә.

Бинаның беренсе ҡаты магазинға һәм типографияға ҡуртымға бирелә, икенсе ҡатта күргәҙмә залдары урынлаша. Бинаның фасады, ҡыйығындағы янғын вышкаһынан тыш беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килгән. Интерьеры бер нисә тапҡыр үҙгәрә.

1933—1938 йылдарҙа бинала төҙөлөш техникумы урынлаша, унда билдәле шағир Михаил Матусовский уҡыған[1] (музейҙа уның исемендәге зал бар)[2]). Һуғыштан һуң бина тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыла.

2014 йылдың июлендә музей бинаһы украин ғәскәрҙәренең атыуы һәм икенсе ҡаттың тәҙрәһенә снаряд эләгеүе һөҙөмтәһендә зыян күрә. Фасад һәм эске бүлмәләр шартлауҙан зыян күрә[3].

Музейҙың тарихы үҙгәртергә

Музей 1980 йылда Климент Ворошилов музейы булараҡ барлыҡҡа килгән. Коллекцияла Ворошиловтар ғаиләһенә ҡараған 36 мең экспонат[4], принадлежавших семье Ворошиловых.

1990 йылдың 14 декабрендә Ворошилов музейы Лугансктың тарих һәм мәҙәниәте музейы итеп үҙәгртелә[5]. Музейҙың ике филиалы бар: Владимир Дальдың әҙәби музейы һәм Владислав Титовтың[2]

Хәҙер музейҙың коллекцияһында 50 меңдән ашыу предмет иҫәпләнә[2].

Экспозиция үҙгәртергә

«Боронғо Луганск» исеме аҫтындағы төп экспозиция ҡаланың барлыҡҡа килеү ваҡытынан (1795) алып 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем ваҡытты үҙ эсенә ала. Ул Луганск суйын завод продукцияһы, XIX — XX быуат башындағы көнкүреш әйберҙәре, ҡаланың революцияға тиклемге уникаль документтары һәм фотоһүрәттәренән ғибәрәт.

Советтар Союзы маршалы Климент Ворошиловҡа арналған экспозицияла уның шәхси әйберҙәре һәм 12 мең том иҫәпләгән уникаль китапханаһы, уның араһында Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II бүләк иткән Британия энциклопедияһы һәм күренекле шәхестәрҙең автографтары менән китаптар бар[2] Бынан тыш, музейҙа Лугансктың беренсе мэры Николай Холодилинға һәм шағир Михаил Матусовскийға арналған экспозициялар бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Приколота О. В. Музей истории и культуры города Луганска. Путеводитель. (рус.)