Викидатала элемент юҡ

Лоҡман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Лоҡман исеме бар.

Этимологияһы үҙгәртергә

Лоҡман исеме башҡорттарға ғәрәптәрҙән килеп ингән. Боронғо аҡыл эйәһе Лоҡман Хаким исеменән алынған. Бала аҡыллы булһын, тип ҡу­ шылған исем[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Лоҡман-Хәким — заманының иң оло хикмәт эйәләренән, әүлиәләрҙән була. «Лоҡманға, Беҙ Аллаһҡа шөкөр итһен тип, зиһен камиллығы һәм хикмәт бирҙек, — тиелә аятта. — Был — хаҡ. Кешенең шөкөр итә белеүе — үҙ файҙаһына, шөкөр итә белмәй икән — итмәһен: уның шөкөр итеүенә Аллаһ мохтаж түгел». «Лоҡман» сүрәһе, 12-се аят.

Жан Лоҡман (тулы исеме Закиржан Лоҡман улы Лоҡманов; 28 декабрь 1912 йыл — 24 март 1959 йыл) — тәнҡитсе, әҙәбиәт ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Имашев Лоҡман Ноғман улы (1908 йыл — 8 декабрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.

Ғайсин Лоҡман Мәсәлим улы (8 март 1908 йыл — 14 декабрь 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты, ҡыҙылармеец.

Хәким Ғиләжев, Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы (1 март 1923 йыл — 14 ноябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973).

Фамилия үҙгәртергә

Лоҡманов Ғаян Лоғоман улы (30 июнь 1923 йыл — 19 октябрь 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (06.04.1985).

Лоҡманов Сабир Закирйән улы (9 апрель 1906 йыл — 27 октябрь 1967 йыл)- табип, ғалим — анатом, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Медицина фәндәре докторы (1943), профессор (1943). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1956), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957), СССР- ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Медицина хеҙмәте подполковнигы (1950). Ленин ордены (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1942, 1954), «Почёт Билдәһе» ордены (1944) кавалеры.

Лоҡманов Илнур Флүр улы (7 май 1983 йыл) — драма артисы, йырсы, 2005 йылдан Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018).

Лоҡманов Ильвер Әнүәрбәк улы (рус. Лукманов Ильвер Ануарбекович; 11 апрель 1946 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Луҡман сүрәһе (ғәр. سورة لقمان‎‎) — Ҡөрьән Кәримдең 31 сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 34 аяттан тора.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ