Лотфулла (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Лотфулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Лотфулла

Этимологияһы үҙгәртергә

Лотфулла исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән: Алланың рәхимлеһе, мәрхәмәтлеһе, изгелекле, алланың һөйөклөһө мәғәнәһенә эйә[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы (12 июнь 1866 йыл — 30 октябрь 1913 йыл) — уҡытыусы-мәғрифәтсе. 1895—1902 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Сермән ауылындағы урыҫ-башҡорт училищеһы мөдире. Тырышлыҡ өсөн көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе (1900). Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһының почётлы гражданы (1906).

Ҡарамышев Лотфулла Ғибәҙулла улы (22 октябрь 1917 йыл — 27 март 1985 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Сәфиуллин Лотфулла Әғәҙулла улы (рус.  Сафиуллин Лутфулла Агадуллович 1907 йыл — 22 июль 1942 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. гвардия сержанты.

Лотфулла Фәттәхов, Лотфулла Әбделмән улы Фәттәхов — татар рәссамы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғат эшмәкәре; СССР-ҙың, Татарстандың Ғ. Тукай исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Шәйех Лотфулла мәсете (фарс. مسجد شیخ لطف الله / Masjede Šeykh Lotfollâh) — Исфахандың иң ҙур мәсете, Наҡшә Джахан майҙаны (шулай уҡ Имам майҙаны тип атала), Исфахан ҡалаһы үҙәгенең көнсығышында уранлашҡан, ул — Иранда һәм донъяла иң ҙур мәсеттәрҙең береһе. Ул фарсы архитектураһының, атап әйткәндә, исфахан мәктәбенең сағыу өлгөләренең береһе булып тора. Наҡшә Джахан майҙаны һәм уның биләмәләрендә урынлашҡан архитектура ҡомартҡылары составындығы Ирандағы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттарының береһе һанала.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ