Лоретта Харроп (ингл. Loretta Harrop; 17 июль 1975 йыл, Брисбен) — Австралия триатлонисы, 1999 йылда донъя чемпионы, Олимпия уйындарының көмөш призёры.

Лоретта Харроп
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Австралия
Тыуған көнө 17 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны Брисбен[d], Австралия
Һөнәр төрө триатлет
Уҡыу йорто Cavendish Road State High School[d]
Масса 53 килограмм[1]
Спорт төрө триатлон[d]
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2000[d] һәм triathlon at the 2004 Summer Olympics – women's[d]
Баш тренер Brett Sutton[d]
Бейеклеге/буйы 168 сантиметр

Биографияһы үҙгәртергә

Лоретта Харроп 1975 йылдың 17 июлендә Брисбенда тыуған. Спортта үҙ юлын йөҙөү менән шөғөлләнеп башлай. Ағаһы Люк артынан эйәреп, триатлон менән шөғөлләнә башлай, ағаһы Голд-Коста ҡалаһында машина аҫтына эләгеп фажиғәле һәләк була[2].

Лоретта Харроп Бретт Саттон етәкселегендә күнекмәләр ала. 1999 йылда донъя чемпионы була. Бер йылдан һуң Сиднейҙа 2000 йылғы Олимпия уйындарында үҙ илен күрһәтеү өсөн сығыш яһау хоҡуғын ала, бында бишенсе урынды яулай. Дүрт йыл үткәс Афинала Йәйге олимпия уйындарында австриялы Олимпия чемпионы Кейт Аллендан ете секундҡа ҡалышып, көмөш яулай.

Үҙ карьераһында донъя кубогының ун ике этабында еңеү яулай (1998 йылда Нуса һәм Тисауйвароста, 1999 йылда Тисауйварос, Исигаки, Гамагори һәм Лозаннала, 2000 йылда Тиасауйвароста, 2001 йылда Исигакиҙа, 2002 йылда Гамагори һәм Джилонгта, 2004 йылда Эдмонтонта, 2005 йылда Мулулабта)[3].

2012 йылдың мартында Лоретта Харроп Жаклин Фэруэтер һәм Эмма Карни менән бергә триатлон буйынса Австралия федерацияһының Дан залына индерелә[4].

Голд-Костала ире Брэд һәм улы Хайден, ҡыҙы Эммерсон менән йәшәй. Урындағы мәктәптә триатлон буйынса дәрестәр бирә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Olympedia (ингл.) — 2006.
  2. Athlete Profile: Loretta Harrop (ингл.).
  3. ITU : Coupe du Monde (PDF)..
  4. Three Aussie Greats Inducted into Triathlon Australia's Hall of Fame..