Төп менюны асырға

Лоймаа (фин. Loimaa) — Финляндияның Исконная провинцияһындағы ҡалаһы һәм коммунаһы. Көнбайыш Финляндия губернаһында урынлашҡан.

Лоймаа
Герб
Loimaa.vaakuna.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1921
Рәсми тел Фин теле[1]
Дәүләт Flag of Finland.svg Финляндия
Административ-территориаль берәмек Варсинайс-Суоми[d]
Закондар сығарыу органы Loimaa City Council[d]
Тәртип буйынса иртәрәк килеүсе Loimaan kunta[d][2], Аластаро[d][2] һәм Меллиля[d][2]
Халыҡ һаны 16 467 кеше (31 декабрь 2015)[3][2]
Сәғәт бүлкәте UTC+02:00[d] һәм UTC+03:00[d]
Туғандаш ҡала Тюри[d], Шиен[d], Омоль[d] һәм Мосфедльсбайр[d]
Рәсми сайт loimaa.fi
Урынлашыу картаһы
Категория с картами на Викискладе Maps of Loimaa
Commons-logo.svg Лоймаа Викимилектә

ГеографияһыҮҙгәртергә

Лоймаа ҡалаһы Финляндияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Турку ҡалаһынан 65 километр төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Административ яҡтан Көньяҡ-Көнбайыш Финляндия (Varsinais-Suomi) провинцияһында тора.

Шулай уҡ ҡалаға районды уратып алған ауылдар ҡарай. Лоймааның дөйөм майҙаны 852 км² тәшкил итә. Халыҡ һаны — 16 761 кеше (31 августа 2013 йыл). Халыҡ тығыҙлығы 19,76 кеше/км².

Лоймаа ҡала биләмәләре аша Лоймийоки йылғаһы аға, ул Кокемяенйокиҙың Ботнический ҡултығына ҡоя.

ТарихҮҙгәртергә

Лоймаа XIV быуатта барлыҡҡа килгән ауыл. 1439 йылда тәүге тапҡыр яҙмаларҙа телгә алынған. Урта быуаттарҙа Сатакунт төбәгенә ҡараған. XХ быуат башында ауыл хужалығы халыҡтың төп шөғөлө була.

1876 йылда ҡалаға тимер юл килә, ә әлеге ваҡытта тимер юл вокзалы бинаһы дәүләт тарфынан һаҡланған архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

1914 йылдан алып төбәктә Lehti Loimaan гәзите сыға, 2012 йылда уның тиражы 8 472 дана тәшкил итә[4].

Лоймаа 1969 йылда ҡала статусын ала.

ХалыҡҮҙгәртергә

Йыл 1980 1985 1990 1995 2000 2005 2008 2010 2013[5]
Халыҡ 18 612 ↘ 18 564 ↘ 18 457 ↘ 18 042 ↘ 18 585 ↘ 18 300 ↘ 18 17 ↘ 18 916 ↘ 18 761

Билдәле кешеләреҮҙгәртергә

  • Мато Валтонять — фин сценарисы, актерһәм музыкант. Ҡатнашыусы рок-төркөм Leningrad Cowboys рок төркөмөндә ҡатнашыусы.
  • Вяине Тиири — фин гимнасы,Йәйге Олимпия уйындары призеры.
  • Валерий Писигин — урыҫ яҙыусыһы, тарихсы, 2004—2009 Лоймаала йәшәй.
  • Рейно Куускоски — 1958 йылда Финляндияның премьер-министры.

Ҡыҙыҡлы факттарҮҙгәртергә

  • Лоймаа ҡалаһының уҡытыусыһы Ласси Меттяля иң беренсе булып Владимир Высоцкий ижадын фин теленә тәржемә иткән[6].

Туғанлашҡан ҡалаларыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә