Лобов Олег Николаевич

Лобов Олег Николаевич (12 декабрь 1924 йыл — 17 апрель 2009 йыл, Новочеркасск) — тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы. Отставкалағы полковник, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Казаклыҡты әүҙем тергеҙеүсе. Император Александр III исемендәге Дон кадет корпусын[1] тергеҙеүҙә инициатива төркөмө составында ҡатнаша, шул корпуста оҙаҡ йылдар буйына уҡытыусы булып һәм музейҙы һаҡлаусы булып эшләй. 2006 йылдан алып Новочеркасск ҡалаһының маҡтаулы гражданины.

Лобов Олег Николаевич
Файл:Лобов Олег Николаевич.jpg
Лобов Олег Николаевич
Тыуған көнө:

19.12.1924

Вафат булған көнө:

17.04.2009

Вафат булған урыны:

Новочеркасск

Эшмәкәрлеге:

тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Наградалары: 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За оборону Сталинграда»

Тормош юлы

үҙгәртергә

1941 йылдың июнендә урта мәктәптең туғыҙынсы синыфын тамамлай. Ҡыҙыл Армияға үҙе теләп хеҙмәт итергә яҙылғанда, уға ун алты йәш тә тулмаған була. Ул Владимир ҡалаһы пехота училищеһында бер нисә ай уҡый.

1941 йылдың 7 ноябрендә Ҡыҙыл майҙанда үткән данлыҡлы парадта ҡатнашҡандан һуң, ул туп-тура фронтка йүнәлә. Мәскәүҙе һаҡлап барған ҡан ҡойғос һуғыштарҙа ҡатнаша һәм үҙенең беренсе «За отвагу» миҙалын ала.

1942 йылдың сентябренән автоматсы Олег Лобов Сталинград фронтында хеҙмәт итә. «За оборону Сталинграда» миҙалы менән бүләкләнә. Был миҙал уның бүләктәре араһында иң мөһимдәренең береһе.

1943 йыл буйына Ҡурған ҡалаһында Сталинград танк училищеһында «Т-34» танкының командиры вазифаһына уҡый. Декабрҙә уға «кесе лейтенант» званиеһы бирелә.

Украинаны немец илбаҫарҙарынан азат иткән саҡта кесе лейтенант Лобовтың танк экипажы Корсунь — Шевченковскиҙағы фашист төркөмдәрен тармар итеүҙә ҡатнаша. Был һуғыштарҙың береһендә ул ауыр йәрәхәтләнә.

Файл:РНД-5гкк-Доска.jpg
Памятная доска в Ростове-на-Дону

Өс ай госпиталдә дауалана, бында уға I дәрәжә Ватан һуғышы орденын тапшыралар. Аҙаҡтан Олег Николаевич тағы ла бер тапҡыр шундай уҡ орден менән, ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың йәйенән алып Лобов ҡайтанан танк командиры, тик Дон казактары кавалерия корпусының 12 гвардия казак дивизияһы 54-се танк полкында.

1944 йылдың ноябрендә Венгрияны фашистарҙан азат итеү өсөн ҡаты һуғыштар бара. 54-се танк полкына Дон казактары полкының 43-сө һәм 45-се эскадрондары менән тығыҙ бәйләнештә, Дунай йылғаһы аша сығып, Мохач ҡалаһын алыу бурысы йөкмәтелә.

Башняһына «Донской казак» тип яҙылған «Т-34» танкы йылға ярына килеп сыға. Экипажда биш кеше. Хәрби машинаның командиры — Олег Лобов. Һөжүм башлар өсөн уңайлы урынды һайлап, взводындағы өс танкты һәм аттан төшкән эскадрон казактарын яраҡлы итеп урынлаштырып, лейтенант Лобов үҙ подразделениеһын нәүбәттәге алға ынтылышҡа әҙерләй. Дошман уларға ҡаршы ҡаты ут аса, һөжүмгә өс танк һәм автоматсылар ултырған ике бронетранспортёр ташлай.

Юлдың уң һәм һул яғынан казактарға туп-тура ике «Пантера» килә. Уларҙың артында бронетранспортерҙар, ә юлдың ҡап уртаһынан быға тиклем билдәһеҙ булған ҡот осҡос ауыр танк килә. Казактар немец частарына яңы килгән «Королевский тигр» танкы тураһында бер ни ҙә белмәй. Гитлерҙың уйы буйынса, казактар беренсе тапҡыр күргән был яңы танктар һуғышта ҡулланылып, алыш барышында киҫкен боролош яһарға тейеш була. Гвардия лейтенанты Олег Лобов экипажы шартлатҡан был «Королевский тигр» танкы Дон казак кавалерия корпусының хәрби иҫәбендә бындай типтағы танктарҙың берҙән-бере була.

Дон казактары үҙ хәрби юлдарын 1945 йылдың 9 майында Австрияның Альп тауҙарында тамамлай. Ошо ваҡытта танк башняһының «Донской казак» тип яҙылған яғының артында «Альпы-Слава!» тигән Суворов лозунгыһы яҙылып ҡуйыла.

 
Кадетский корпус Новочеркасска на дореволюционной открытке

Новочеркасскиҙа Олег Николаевич Лобов тормошоноң икенсе яртыһында йәшәй. Уға ҡаланың Маҡтаулы гражданины исемен бирәләр. Олег Николаевичты бында коллекционер итеп кенә түгел, ә тыуған яҡты өйрәнеүсе итеп тә беләләр. Ул бындағы Ҡыҙыл байраҡлы кавалеристар курсының территорияһында урынлашҡан ауыр танктар полкының командиры була, командирҙар составын уҡыта. Революцияға тиклем бында император Александр III Дон кадет корпусы урынлашҡан була. Ҡайтанан төҙөү дәүерендә запастағы офицерҙар инициативаһы менән шул исемдәге уҡыу йортон тергеҙеү башланғас, Олег Николаевич (тыумыштан Митякинская станицаһы казактары ырыуынан сыҡҡан) юҡҡа ғына был офицерҙар иҫәбендә йөрөмәй.

Бөтә ғүмере буйынса Лобов Олег Николаевич Новочеркасскиҙың фото асылмаларын, матбуғат баҫмаларын, маркалар йыя. Армиянан запасҡа сыҡҡас, Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт университетын тамамлай һәм булмышы буйынса ғына түгел, ә һөнәре буйынса ла тарихсы булып китә. Хәрби сәнғәт тарихын төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыта, бер университетта уҡытыу бүлегенең мөдире булып эшләй. Һәр саҡ студенттарға мотлаҡ программанан тыш та бик күп белем бирә, үҙ яҙмыштарына төшкән тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләй. 1992 йылда «Памятники отечества» агентлығы «Дон на старых открытках» серияһында «Новочеркасск» йыйынтығын сығара, уның составында Лобов коллекцияһынан ХХ быуаттың 28 почта асылмаһы ҡуйылған була. Ун йылдан һуң Дондағы Ростовта «Новочеркасск — столица донских казаков» тигән асылмалар комплекты ҡуйыла. Ул да Лобов коллекцияһынан алынған. Үҙәк ҡала китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге материалдарын файҙаланып, Олег Николаевич «Донцы XX века. Офицеры-донцы — георгиевские кавалеры Первой мировой войны 1914—1918 гг.» йыйынтығын әҙерләй. Был йыйынтыҡ 2004 йылда Дондағы Ростовта сыға.

Лобов оҙаҡ йылдар буйына эмигрант казактарҙың нәҫелдәре Канадала сығарған «Станичный вестник» журналы редакцияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Ул журнал өсөн хәҙерге заман Дон казактары, ҡайтанан тергеҙелгән Дон кадет корпусы, Новочеркасски тураһында бик күп мәҡәләләр әҙерләй. Канаданан уға бик күп яуап хаттары, уның мәҡәләләре баҫылған журналдар менән бандеролдар килә.

Новочеркасск ҡалаһының яңы зыяратындағы Дан аллеяһында 2009 йылдың 20 апрелендә ерләнгән

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (29.01.1945)
  • Два ордена Отечественной войны II степени
  • Ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены
  • Две медали «За отвагу»
  • Две медали «За боевые заслуги»
  • Медаль «За оборону Москвы»
  • Медаль «За оборону Сталинграда»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тарихы

Һылтанмалар

үҙгәртергә